Ваҡытлы эш ваҡытында яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Илдә булмаған ат
  • Эшләгең килмәһә... алма аша!
  • Һынамыштар, юрамыштар
  • Алсаҡ кеше ул еңгәбеҙ
  • Ислам беҙҙе изгелеккә илтә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Алға, тик алға, Сыңғыҙ! Яңылыҡтар » Конкурстар

    Алға, тик  алға, Сыңғыҙ!
    СыҢҒыҘҘы беренсе тапҡыр «Ирәндек моңдары»нда күрҙем. Мин унда конкурсты алып барыусы инем. Бәйге бара, ун биш-егермеләп бала ҡатнаша, һәр береһен иғлан итеп, сәхнәгә сығарам, тирә-яғыма ҡарарға ваҡытым да юҡ. Бер ваҡыт сараның режиссеры Әлмира Ҡыуатова шаршау артына инде лә: «Нимә эшләйһегеҙ ул! Шайтан туйы ойошторғанһығыҙмы әллә? Шауламағыҙ әле! Хәҙер ук тынысланығыҙ! Ҡара һин уларҙы!» – тип сығып китте. Ҡараһам, ысынлап та, бер малай, үҙенең янына конкурсант балаларҙы йыйған да, ҡулдарын болғай-болғай, тотлоғоп-тотлоғоп, нимәлер һөйләй. Баҫҡан ерендә ут сығарып тора. Етмәһә, үҙе ғәләмәт һаҡау. Сыңғыҙ менән бына ошолай таныштым. Был бәйгелә ул урын да алды.

    авторы: Нур | 6 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әҙәби марафон дауам итә Әҙәбиәт

    БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы ҡарарына ярашлы, республика китапханалары араһында уҙғарылған «Мин түгелмен тыуған ерҙең тик осраҡлы ғына ҡунағы» тип аталған әҙәби марафон февралдә старт алды. Ул халыҡ шағирының ижади мираҫы аша йәш быуында әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, тыуған яҡтың мәҙәниәтен өйрәнеү, халыҡты китапханаға йәлеп итеү, китап уҡыусылар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуҙы күҙ уңында тота.

    авторы: Нур | 6 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балыҡсылар өсөн махсус сығарылыш Яңылыҡтар » Иғтибар

    Ҡыуал-төп ҡорал
    Балыҡсылар өсөн махсус сығарылыш
    Ҡармаҡ һалыуҙа, балыҡты һөйрәп сығарыуҙа ҡыуал бик мөһим роль уйнай. Шуға ла уға ҡуйылған талаптар ҙа бик юғары. Балыҡ ҡармаҡты ҡапыл көслө итеп тартҡылағанда епте автоматик рәүештә иреккә ебәрергә көйләнгән инерцияһыҙ һәм мультипликаторлы катушкалар балыҡты сығарыуҙа төп көсөргәнеште үҙҙәренә ала. Был мәлдә ҡармаҡ һабының төп бурысы – катушкаға һәм ҡармаҡ ебенә көсөргәнеште мөмкин тиклем кәметеү. Бынан тыш, ҡыуал балыҡты тиҙерәк арытырға ярҙам итә. Ул еңел алдатҡыс емдәрҙе ташлағанда беренсел роль уйнай.

    авторы: Нур | 6 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөха-ха-хана Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Грамматик хата
    СираттаҒы педагогик кәңәшмә өс сәғәткә һуҙылды. Ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар өйҙәрендәге ас ирҙәрен, дәрес әҙерләмәй, урамда сапҡан балаларын уйлап көрһөнә, ирҙәр иһә бөгөн дә һуң ҡайтҡан өсөн әрләйәсәк ҡатындарын тынысландырырҙай һүҙҙәр эҙләй, йәш-елкенсәк дискотека, һөйгәндәре менән осрашыуҙан мәхрүм булыуына ауыр һулай ине.

    авторы: Нур | 6 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хужабикәгә кәңәш ---

    «Чебурашка» торты
    Ике йомортҡа һарыһын, бер стакан шәкәр ҡомон, 100 г майҙы ҡушып болғатырға. Өс стакан он, бысаҡ осонда ғына сода ҡушырға. Йылытылған табаны майларға, барлыҡҡа килгән массаның яртыһын шуға һалырға, өҫтөнә саҡ ҡына ҡайнатма йәки эре ҡырғыс аша ҡырылған алма, ҡалған массаны ҡушып, духовкаға ҡуйырға.

    авторы: Нур | 6 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йондоҙнамә ---

    Ылаҡ (22.12 – 20.01)
    Уңышлы мәл дауам итер. Күңелегеҙҙе күтәрерлек ваҡиғалар күп булыр. Ваҡытты еңел-елпе генә үткәреп, ҡайһы бер етди мәсьәләләрҙе онотоуығыҙ ҙа бар.

    авторы: Нур | 6 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Бер көн кис өйгә ҡайтып барам. Тыҡрыҡта бер ҡулһыҙ ир тора. Ә үҙе: «Ярҙам итегеҙсе!» – тип теләнселәй. Мин уға 10 һум биреп киттем. Бер аҙ барһам, бер аяҡһыҙ егет тора. Уныһы ла ярҙам һорай. Быныһына һуңғы 10-лыҡты бирҙем. Ары киттем, юлымда тағы өсәү тора һәм:

    авторы: Нур | 6 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҮҪТЕРМӘҺӘҢ, ҺАТЫП ТА АЛЫРҒА БУЛА! Яңылыҡтар

    Халыҡтың нимә менән тын алғанын белергә теләһәң, тот та баҙарға бар икән! Кейем-һалым һатыу урындары һуңғы ваҡытта бер аҙ «һүнеберәк» ҡалғандай тойолһа ла, аҙыҡ-түлек, баҡса кәрәк-яраҡтары менән сауҙа итеүселәрҙең эше гөрләп тора. Үҙәк баҙар янындағы майҙанға төрлө питомник хеҙмәткәрҙәре, айырым кешеләр килеп күпләп үҫенте һата. Унда ябай ғына ҡыярҙан алып ҡиммәтле сәскә үҫентеләренә тиклем алырға була.

    авторы: Нур | 6 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru