Арғымаҡтың билгеһе - ҡаҙылыҡ йыймаҫ, ял йыйыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Ислам әҙәбе
  • ЕЛӘКТЕҢ ХАҠЫ ТОТОРОҠЛО
  • Йондоҙнамә
  • Ниндәй автобустарҙа йөрөйбеҙ?!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • МИЛЛИ СӘЙӘСӘТТЕҢ КӨҘГӨҺӨ Башҡортостан

    Башҡортостаныбыҙ – сәскәләр гөлләмәһе кеүек, төрлө милләткә бай төбәк. Унда башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, рустар ҙа, мариҙар ҙа, сыуаштар ҙа, удмурттар ҙа, мордвалар ҙа һәм башҡа халыҡтар ҙа дуҫ-татыу ғүмер итә. Улар бер ғаилә кеүек, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә, ауыр саҡтарҙа бер-береһенә ярҙам итеп, уңыштарын, шатлыҡтарын һәм ҡайғы-хәсрәттәрен уртаҡлашып йәшәргә күнеккән. Беҙҙең республикабыҙҙың бөгөнгө тотороҡлоғо – ундағы халыҡтарҙың дөйөм ҡаҙанышы.
    МИЛЛИ СӘЙӘСӘТТЕҢ КӨҘГӨҺӨ

    авторы: Нур | 9 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан Башҡортостан

    Башҡортостан – күп милләтле изге ер,
    Ожмах баҡсаһындай Ватаным.
    Хеҙмәт еңеүҙәренә бай һәр көнөң,
    Яңы үрҙәргә әйҙәй һәр таңың.

    авторы: Нур | 9 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республика башлығы Ейәнсурала булды Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов Ейәнсура районында «Салауат» физкультура-һауыҡтырыу комплексын тантаналы асыуҙа ҡатнашты.
    Комплекс 3500 кв. м майҙанды биләй. Бында бассейн, спорт, теннис, тренажерҙар һәм фитнес залдары, бильярд һәм шахмат клубтары, массаж бүлмәһе, бокссылар рингы урынлашҡан. Уны «Урал аръяғы төҙөлөш компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөгән.
    Физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында яңы спорт еңеүҙәренең символик уты тоҡандырылды. Президент йәш спортсыларҙың баскетбол тубына ҡултамғаһын ҡуйҙы.

    авторы: Нур | 9 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Арғаяштар менән сосновкалар дуҫлыҡ ептәрен нығыта Яңылыҡтар

    Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Арғаяш ҡасабаһы башҡорттары ҡоролтайының беренсе ултырышы үтте.
    Унда Сосновка районынан да делегация барҙы. Сарала ҡатнашыусылар башҡорт халҡын тергеҙеү буйынса үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты. Әйтәйек, Үрге Өпәйле ҡалаһында үҙҙәренең радиоһы, музыка студияһы, ҡала музейында башҡорт тирмәләре экспозицияһы булһа, беҙҙә үҙ гәзитебеҙ бар, Трубный ҡасабаһы музейында тирмә тора. Ә иң мөһиме – өлкәнең иң яҡшы йырсылары – беҙҙең райондан. Сосновкаларҙың йыл һайын төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулауы юҡҡа түгел.

    авторы: Нур | 9 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Интернет аша ла конференция үткәрергә мөмкин ---

    Республика парламенты етәксеһе Константин Толкачев ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың яҙғы сессияһы йомғаҡтары буйынса Интернет-конференция үткәрелә, тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.

    авторы: Нур | 9 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәштәр ойошмаларының маҡсаттары билдәле Башҡортостан » Милли проекттар

    Иртәгә Өфөлә милли йәштәр ойошмаларының конференцияһы үтәсәк
    Башҡортостанда милли йәштәр ойошмалары әүҙем эшләй. Республикабыҙҙа йәштәр өсөн ойошторолған төрлө сараларҙың йыш үтеүе ошо хаҡта һөйләй. Башинформ мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында был ойошмаларҙың үҫеш перспективалары хаҡында һүҙ барҙы.

    авторы: Нур | 9 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    БР Президенты Мортаза Рәхимов халыҡты социаль яҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Республика башлығының ҡотлауында: Башҡортостанда халыҡты социаль яҡлау традиция булараҡ дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше булып тора һәм бының өсөн беҙҙә тейешле хоҡуҡи нигеҙ булдырылған, айырым маҡсатлы программалар һәм социаль йүнәлештәге концепциялар уңышлы тормошҡа ашырыла, социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһының матди-техник базаһы планға ярашлы нығытыла, социаль пособиелар һәм төрлө компенсациялар түләү өсөн бүленгән финанс күләме йылдан-йыл арта. Ошо изге эштә социаль хеҙмәткәрҙәрҙең юғары профессионализмынан тыш ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкин түгел, – тиелә.

    авторы: Нур | 9 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар

    ]Һәләкәт ҡорбандарын эҙләү дауам итә
    Уҙған аҙнала Атлантик океанда һәләкәткә осраған Air France компанияһы самолеты ҡорбандарынан тағы 15 кешенең кәүҙәһе табылған.

    авторы: Нур | 9 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru