Аҡрын барған аттан уҙған, йүгереп барған тайҙан ҡалған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Бына шундай башҡорт ҡыҙы ул
» Һуғыш шахмат партияһы түгел шул...
» Рухлы шағир ҡатыны ине
» Мең-мең рәхмәт һиңә!
» Миңлеғәле Шайморатовҡа кемдең һ&# ...
» Рәхәтләнеп бейе, йырла, йәш күңелд ...



Өс быуаттан ашыу дуҫ һәм татыу Башҡортостан » Милли проекттар
– Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының II съезы республика тормошонда ғына түгел, бөтә Рәсәй буйынса мөһим ваҡиға, – ти Башҡортостан сыуаштары кәңәше (съезы) башҡарма комитеты рәйесе Валерий Сидоров. – Сөнки һәр халыҡтың милли-мәҙәни талаптарын ҡәнәғәтләндереү – күп милләтле дәүләт тормошоноң мөһим өлөшө.
Сыуаштар съезы Башҡортостан етәкселеге ярҙамында 1999 йылда ойошторола. Был ҙур милли-ижтимағи ойошма тиҙҙән үҙенең ун йыллығын билдәләйәсәк.
– Башҡортостанда алып барылған милли сәйәсәт һөҙөмтәһендә сыуаштар бөгөн күп нәмәгә эйә, – тигән фекерҙә Валерий Сидоров. – Был – киң мәғлүмәт саралары, йәкшәмбе мәктәптәре селтәре, Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһындағы милли бүлек, халыҡ-ара конкурстар лауреаты «Нарспи» ансамбле, «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты буйынса миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булыусы сыуаш гимназияһы. Быларҙың барыһы ла республикала сыуаш милли мәҙәниәтен үҫтереүгә ниндәй иғтибар бирелеүе хаҡында һөйләй.
Валерий Сидоров халыҡтың милли үҙаңы тарихи үткәндәргә бәйле булыуын һәм милли тамырҙарҙы һаҡлау кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Бәрәкәтле Башҡортостан ерендә сыуаштар өс быуаттан ашыу йәшәй һәм төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә лайыҡлы өлөш индерә, – тине ул. – Беҙ халыҡтың тарихи хәтерен һаҡлау мөһимлеген яҡшы аңлайбыҙ. Сыуаш Республикаһының гербында юҡҡа ғына өс ҡояш төшөрөлмәгән, улар замандар, быуындар бәйләнешен күрһәтә. Халыҡты һаҡлап алып ҡалыуҙа тел айырым роль уйнай. Бөгөн республиканың 126 мәктәбендә сыуаш теле уҡытыла, шул уҡ ваҡытта сыуаштарҙың күбеһе төрки халыҡтары телендә аралаша. Башҡортостанда республика масштабындағы алты сыуаш ижтимағи ойошмаһы эшләй, шул иҫәптән сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте. Әлеге көндә сыуаштар республиканың 26 районында һәм ҡалаһында йәшәй, һәм сыуаштар съезы эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – улар менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырыу.
БР Халыҡтары ассамблеяһы беҙгә сыуаш мәҙәниәте көндәре кеүек киң күләмле саралар үткәрергә булышлыҡ итә.
Һуңғы тапҡыр Башҡортостанда сыуаш мәҙәниәте декадаһы «Нарспи « поэмаһының 100 йыллығына арналды. Был декада Башҡортостандан ситтә лә ҙур резонанс тыуҙырҙы. БР Халыҡтары ассамблеяһы съезы, ыңғай тәжрибәне өйрәнеп, Башҡортостан халыҡтарының татыу ғаиләһендә һәр халыҡтың милли колоритын һаҡлап алып ҡалыуҙа яңы бурыстар һәм яңы йүнәлештәр билдәләр, тип ышанабыҙ.
С. НИЯЗОВА яҙып алды.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 9 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Урал батыр» - сыуаш телендә
  • Маҡсат бер – дуҫлыҡты нығытыу
  • МИЛЛИ СӘЙӘСӘТТЕҢ КӨҘГӨҺ ...
  • «Ассамблея үҙ бурысын лайыҡлы үтәй»
  • «Төп бурысыбыҙ – Башҡортостан халыҡтарының ми ...
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru