Йән ҡыйналмай эш бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Улар Көнбайышты шаулата
  • Йәнлектәр донъяһында
  • Атың булһа, ил таный
  • Рәсәй көнө менән!
  • [b]Дәүләт ярҙам күрһәтә[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Рәсәй көнө менән! ---

    Хөрмәтле ватандаштар!
    Һеҙҙе Ватаныбыҙҙың төп дәүләт байрамы – Рәсәй көнө менән ихлас ҡотлайым!
    Был байрам бөйөк Рәсәй дәүләтенең заманса иҡтисади, социаль-сәйәси һәм рухи яңырыуы символы, ватан тарихының бер нисә эпохаһының һәм быуындарҙың күсәгилешлеге булып тора. Рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәр үҫтерелә, илдең халыҡ-ара позицияһы, оборона һәләте нығытыла. Дәүләттең хоҡуҡи институттары һәм гражданлыҡ йәмғиәте үҫтерелә, кешеләрҙә үҙ киләсәгенә ышаныс арта.

    авторы: Нур | 11 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ишле ғаилә – иңле ғаилә Яңылыҡтар

    Ишле ғаилә – иңле ғаилә
    «Илебеҙ, республикабыҙ етәкселеге яғынан ҙур иғтибар-ярҙам булғанда ауырлыҡтар һиҙелмәй», – ти «Ата-әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған ун балалы Лутовтар ғаиләһе
    Ҡала мөхитенә тәүгә аяҡ баҫҡан ауыл балаһының күңел торошон, хатта тулҡынланыу ҡатыш ҡурҡыу тойғоһо кисереүен үҙе шундай уҡ хәлдә булып ҡараған ауыл балаһы ғына аңлайҙыр. Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Лутовтар ғаиләһенең бәләкәстәре, «ГАЗель»дән килеп төшөү менән фотографтар, журналистар, телеоператорҙар уратып алып, һорауҙар яуҙыра, шалт та шолт килеп фотоға төшөрә башлағас, бындай иғтибарҙы күтәрә алмайынса, оялып-тартынып, ата-әсәһенең, апай-ағайҙарының артына йәшеренергә тырышты.

    авторы: Нур | 11 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Барыһы ла –кеше потенциалын үҫтереү өсөн Яңылыҡтар

    Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов БМО Үҫеш программаһының Рәсәй Федерацияһындағы даими вәкиле Фроде Мауринг менән осрашты.
    Уның Өфөгә сәфәренең маҡсаты – 2008 йылда Башҡортостан Республикаһында кеше потенциалын үҫтереү тураһында докладты презентациялауҙа ҡатнашыу.
    Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси, социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре ҡаралды. Донъя финанс көрсөгөнә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда, дөйөм алғанда, ыңғай үҫеш тенденциялары һаҡлана, тип билдәләнде.
    Әңгәмә ваҡытында Мортаза Рәхимов, республикала социаль һәм рухи өлкәләрҙе әүҙем үҫтереү өсөн күп эшләнелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм, мәктәптәр, дауаханалар, мәҙәниәт йорттары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөү йылдам алып барыла, йыл һайын был маҡсаттарға республика бюджетының сығым өлөшөнөң яртыһынан ашыуы йүнәлтелә, тине.
    БМО-ның Рәсәйҙәге даими вәкиленең һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан Республикаһында кеше потенциалын үҫтереү өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған.

    авторы: Нур | 11 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө Яңылыҡтар

    БР Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Үҫеш программаһының Рәсәй Федерацияһындағы вәкиллеге араһында тотороҡло иҡтисади һәм социаль үҫешкә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

    авторы: Нур | 11 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үҫеш йүнәлеше билдәләнгән Яңылыҡтар

    Өфөлә Конгресс-холда Башҡортостанда кеше потенциалын үҫтереү тураһындағы докладтың исем туйы булды. Мөһим сарала БР Президентының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Рәсәйҙәге даими координаторы, БМО Үҫеш программаһының Рәсәйҙәге даими вәкиле Фроде Мауринг әфәнде, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, БР Фәндәр академияһы президенты Айрат Шаммазов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БМО-ның Рәсәйҙәге даими координаторы ярҙамсыһы Шемшат Реджепова, БМО Үҫеш программаһының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса советнигы Виктория Зотикова һәм башҡа рәсми кешеләр, ҡунаҡтар ҡатнашты.

    авторы: Нур | 11 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Юғалған балалар өсөн –яуаплылыҡҡа
    5 июндә Коми Республикаһының Чим урта мәктәбе нигеҙендә ойошторолған балалар һауыҡтырыу лагерының тәрбиәсеһе 15 баланан торған төркөмдө урманға алып сыға.
    Уйындан һуң балаларҙы теүәлләгәндә ике малайҙың етмәүе асыҡлана. Улар – ете йәшлек Андрей Василенко менән Андрей Мелещук. Әлеге ваҡытта балаларҙы эҙләүгә 400-ҙән ашыу кеше йәлеп ителгән. Бынан тыш, Коми Республикаһында балалар юғалыу факты буйынса республиканың тикшереү идаралығының Удорск районы буйынса тикшереү бүлеге енәйәт эше асҡан. Был хаҡта төбәк прокуратураһы хәбәр итә. Тикшереү шулай уҡ, Чим урта мәктәбе директоры балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән тейешле саралар күрмәгән, тигән һығымтаға килгән һәм уға ҡарата ла енәйәт эше ҡуҙғатылған.

    авторы: Нур | 11 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    18 – 21 июндә Төркиәнең Истанбул ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәре үтәсәк.
    Был әһәмиәтле сарала республикабыҙҙың рәсми делегацияһы, хөкүмәт вәкилдәре, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ. Яҡынса программаға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәре Истанбулда 19 июндә кис Джэмаль Рәшит Рэй концерт залында Башҡортостан сәнғәт әһелдәренең ҙур концерты менән асыласаҡ.

    авторы: Нур | 11 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Игенсе – изге һәм маҡтаулы һөнәр Башҡортостан

    Игенсе – изге һәм маҡтаулы һөнәр
    Башҡорт дәүләт аграр университетында студенттарҙың республика етәкселеге менән осрашыуы матур йолаға әйләнгән. Быйылғыһында БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов, мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин, федераль мәшғүллек хеҙмәте етәксеһе Тимерхан Биккинин ҡатнашты. Улар студенттарҙы агросәнәғәт комплексы вакансиялары менән таныштырҙы, йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы хаҡында һөйләне

    авторы: Нур | 11 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru