Иң элек уйла, унан эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Йыл Йылан менән Маймылға уңыш килтерәсәк
» Ҡотлайбыҙ
» Георгий таҫмалары
» Беҙҙекеләр Мәскәүҙә л& ...
» Ғәҙел хөкөмдө ғәм| ...
» Башҡортостан яңылыҡтары



Өс һөйләм менән Яңылыҡтар
18 – 21 июндә Төркиәнең Истанбул ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәре үтәсәк.
Был әһәмиәтле сарала республикабыҙҙың рәсми делегацияһы, хөкүмәт вәкилдәре, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ. Яҡынса программаға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәре Истанбулда 19 июндә кис Джэмаль Рәшит Рэй концерт залында Башҡортостан сәнғәт әһелдәренең ҙур концерты менән асыласаҡ.

Рәсәй һәм Нигерия эшҡыуарҙары араһында эшлекле бәйләнештәр урынлаштырыу һәм уларҙы киңәйтеү өсөн махсус орган – Рәсәй – Нигерия эшлекле советы төҙөлдө.
Был структура Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамағында ойошторолған һәм ул йәмәғәт башланғысында эшләй. Ойошмаға инеү өсөн советҡа инеү тураһында ғариза һәм ике яҡлы хеҙмәттәшлек проекттары буйынса тәҡдимдәрҙе ебәрергә кәрәк.

Республикабыҙҙа Халыҡ-ара наркоманияға көрәш көнө сиктәрендә Хәбәр ит: ҡайҙа үлем менән кәсеп итәләр наркотиктарға ҡаршы Бөтә Рәсәй акцияһы башланды.
Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был проектта, республикабыҙ наркополицейскийҙарынан тыш, башҡарма власть органдары вәкилдәре, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф, наркоманияны профилактикалау, наркомандарҙы дауалау һәм реабилитациялау өлкәләре белгестәре лә әүҙем ҡатнаша. 20 июнгә тиклем дауам итәсәк акция ваҡытында һәр кем 8-800-347-20-30 ышаныс телефоны аша ҡайҙа наркотиктар һатылыуы тураһында хәбәр итә ала.

Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 255 йыл тулыу уңайынан иртәгә батыр исемен йөрөткән ҡала майҙанында Салауатҡа – дан! республика патриотик фестиваленең гала-концерты үтәсәк. БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы ойошторған сарала төрлө республика йәштәр конкурстарында еңеү яулаған ижади коллективтар, йырсылар сығыш яһаясаҡ. Унда шулай уҡ Салауат Юлаевҡа арналған балалар, үҫмерҙәр, йәштәр клубтары һәм үҙәктәре араһындағы ижади конкурс еңеүселәре лә бүләкләнәсәк.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы һәм Ғаиләгә, балаға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам республика үҙәге дәүләт учреждениеһы өйрәтеү семинары үткәрәсәк. Ғаиләгә, балаға, йәштәргә башҡорт телендә социаль-психологик ярҙам күрһәтеүҙең инновацион технологиялары һәм яңы алымдары темаһына үтәсәк семинарға педагог-психологтар, социаль өлкә белгестәре, белем биреү учреждениелары директорҙарының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙары саҡырыла. Семинар 16 июндә Салауат районының Малаяҙ ауылында, сәғәт 10-да башлана.

Башҡортостан егете Салауат Шәйхинуров мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә Рәсәй дәүләт премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булды. Әлеге көндә Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙға был юғары премия киң билдәлелек яулаған Смешарики мультсериалын төшөргәне өсөн бирелгән. Әйткәндәй, был йәнһүрәттең тәүге сериялары билдәле сценарист, прозаик һәм тәржемәсе Зөһрә Бураҡаева ҡатнашлығында Өфө рәссамы Анна Мальгина тарафынан төшөрөлгән.
Азамат ИСМӘҒИЛЕВ әҙерләне.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 11 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Салауат йыйынына әҙерлек башланды!
  • Өфөнөң Конгресс-холында тәүге тапҡ ...
  • Афарин, Тамырҙар!
  • Өс һөйләм менән
  • Хуш киләһең, "Турфест"!
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru