Ашағанда телһеҙ бул, эшләгәндә өнһөҙ бул.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дайджест
  • БАШ ҠАЛАЛА ТӘҮГЕ СТУДЕНТ ҺАБАНТУЙЫ ҮТТЕ
  • Ҡомһоҙ инспекторҙар исемлеге
  • Ҡарбуз, ҡауын һәм нитраттар
  • ХӘҘИСТӘР
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫНА БАШ ЭЙӘМ, ДАУАМ ИТҺЕН ТИП МӘҢГЕЛЕК! Башҡортостан » Милли проекттар

    ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫНА БАШ ЭЙӘМ, ДАУАМ ИТҺЕН ТИП МӘҢГЕЛЕК!
    Өфөлә Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының икенсе съезы үтте. Сара алдынан Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды. Съезды рәсми асыу тантанаһы һәм уның пленар өлөшө Конгресс-холда булды.

    авторы: Нур | 13 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бар халыҡты йәнә бергә йыйҙы Салауаттың үлмәҫ рухы Башҡортостан » Милли проекттар

    Бар халыҡты йәнә бергә йыйҙы Салауаттың үлмәҫ рухы
    Йәйге ҡояшлы иртә. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар Салауат майҙанына ағыла. Бында республикабыҙ халҡы бер юлы өс байрамды – Рәсәй көнөн, башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 255 йыл тулыуҙы һәм Ҡала көнөн билдәләй. Тантанала БР Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев ҡатнашты. Байрамдың хөрмәтле ҡунаҡтары иҫәбендә – Ырымбур, Свердловск, Пермь өлкәләре, БР Халыҡтары ассамблеяһы вәкилдәре.

    авторы: Нур | 13 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    БР Президенты Мортаза Рәхимов туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары уңайынан ҡотланы. Ҡотлауҙа: «Бай хеҙмәт традицияларына, тупланған тәжрибәгә таянып, туҡыу һәм еңел сәнәғәт халыҡты тәү кәрәк-яраҡ тауарҙар менән тәьмин итеү бурысын үтәй, продукцияның юғары сифаты, хеҙмәткәрҙәренең профессионализмы һәм эш кәйефе тармаҡ предприятиеларына ҙур етештереү һәм финанс һөҙөмтәләренә өлгәшеү мөмкинлеге бирә», – тигән юлдар бар. Республика етәксеһе баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһен быуындан-быуынға күсерә килгән хеҙмәт ветерандарына хөрмәтен һәм хеҙмәт коллективтарына көсөргәнешле, тырыш эше өсөн рәхмәтен дә белдерҙе.

    авторы: Нур | 13 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рухыбыҙ терәге – милли матбуғат Башҡортостан » Милли проекттар

    Рухыбыҙ терәге – милли матбуғат
    – Апай, башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы алдырып уҡығыҙ, – тип милли матбуғат аҙналығында бер танышты «Йәшлек»кә яҙылырға өгөтләйем, – туған телебеҙҙә сыҡҡан матбуғатты үҙебеҙ алдырып уҡымаһаҡ, кем уларҙы уҡыһын?
    – Беҙҙе башҡортса уҡытманылар бит, шуға телде онотҡанмын инде, – тип һылыу ханым ауыҙ йырҙы ла ҡуйҙы, өндәүемә күнмәне. Уны хатта башҡорт теленең, ЮНЕСКО эксперттары ҡарары менән, юғалып барыусы телдәр исемлегенә индерелеүе лә айырата борсоманы, әйтерһең дә, көн һайын була торған хәл.

    авторы: Нур | 13 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ерем биргән бүләк Башҡортостан » Милли проекттар

    Мәңге шулай балҡып янһаң ине
    Хәтер күңел төпкөлдәрен әленән-әле яҡтыртып торған нур менән бер икән. Оло Ҡыҙылдың Яйыҡҡа яҡынайған урынында, киң далала «Урал» тигән совхоз ойошторолғас, ҡыштарын уның тракторсылары, сана тағып, беҙҙең тау яғына йөрөр булып китте. Йорт-ерҙе, кәртә-ҡаралтыны рәтләгәс, ағас-таш күп кәрәк бит инде.

    авторы: Нур | 13 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Берҙәмлектә – беҙҙең көс! Мәҙәниәт

    Берҙәмлектә – беҙҙең көс!
    9 – 12 июндә Яңауыл, Борай райондарында, Ағиҙел, Нефтекама ҡалаларында Берҙәмлек – Содружество IX халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале үтте. Унда Һиндостан, Нигерия, Мадагаскар, Молдова, Белоруссия, Украина, Ҡаҙағстан илдәренән, Бүрәт республикаһынан, Ырымбур өлкәһенән килгән ижади төркөмдәр ҡатнашты. Ҡунаҡтарға республикабыҙҙа барған һабантуйҙарҙа ла ҡатнашырға мөмкинлек булды.

    авторы: Нур | 13 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Журналистика тураһында яңы китап Әҙәбиәт

    Фәрит Әхмәҙиевтың «Журнал журналистикаһы» тигән монографияһы журналистиканың актуаль проблемаларына арналған. «Ватандаш» журналында байтаҡ йылдар баш мөхәррир булып эшләү осоронда бай тәжрибә туплаған автор күләмле баҫма редакцияһында эште ойоштороу мәсьәләләрен тикшерә. Уның был китабы ошо йылдың майында журналистарҙың Анталияла уҙған «Журналистика һәм медиабаҙар: глобаль үҙгәрештәр һәм перспективалар» халыҡ-ара конгресында исем туйланы һәм коллегалары араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

    авторы: Нур | 13 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кеше ғүмерен ҡотҡарыусы изге йәндәр Сәләмәтлек

    Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһы ҡарары буйынса 2005 йылда Бөтә донъя донорҙар көнө рәсми статус алды һәм ул АВО ҡан төркөмдәре системаһын асҡан Нобель премияһы лауреаты Карл Ландштейнерҙың тыуған көнөнә бағышланды. Был көн кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу өсөн үҙ ҡанын ирекле рәүештә бушлай биргән миллионлаған донорға рәхмәт һүҙҙәрен еткереү мөмкинлеге бирә.

    авторы: Нур | 13 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru