Йәйге ҡояшлы иртә. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар Салауат майҙанына ағыла. Бында республикабыҙ халҡы бер юлы өс байрамды – Рәсәй көнөн, башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 255 йыл тулыуҙы һәм Ҡала көнөн билдәләй. Тантанала БР Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев ҡатнашты. Байрамдың хөрмәтле ҡунаҡтары иҫәбендә – Ырымбур, Свердловск, Пермь өлкәләре, БР Халыҡтары ассамблеяһы вәкилдәре.
Ҡунаҡтарҙы Конгресс-холл янындағы майҙанда сәләмләгәндән һуң, башҡорт тирмәләре менән танышып сығырға саҡырҙылар. Йыйын майҙанында ете ырыу вәкилдәре үҙенең тирмәһен ҡорған. Һәр тирмә янында абруйлы ҡунаҡтарҙы башҡорт йолаһы буйынса хөрмәтләп ҡаршы алдылар, халҡыбыҙҙың йолалары менән таныштырҙылар, йырлап-бейеп оҙатып ҡалдылар. Тирмәләр менән танышып сыҡҡандан һуң, иңдәренә ил, халыҡ менән етәкселек итеү кеүек мөһим һәм яуаплы бурыс йөкмәтелгән шәхестәр Салауат Юлаев һәйкәленә юл алды. Халҡыбыҙҙың милли батырының ҡаҡшамаҫ рухы, ҡаһарманлығы алдында баш эйеп, уның һәйкәленә сәскәләр һалдылар.
Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, байрамға йыйылған халыҡты сәләмләп:
– Быйыл республика халҡы башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 255 йыл тулыуҙы билдәләй. Был юбилей Башҡортостанда бер ғаилә булып йәшәүсе барыбыҙға ла яҡын һәм ҡәҙерле. «Салауат йыйыны», халҡыбыҙҙың милли геройының 250 йыллыҡ юбилейына арнап беренсе тапҡыр ойошторолғандан алып, ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамына әүерелде. Әлегәсә йыйын Салауат, Балтас, Саҡмағош райондарында, Салауат ҡалаһында үтте. Быйыл беренсе тапҡыр баш ҡалабыҙ Өфөлә ойошторорға ҡарар ителде.
Салауат Юлаев шәхесендә бик күп яҡшы сифат берләшкән. Ул ғәҙеллек өсөн көрәшкән, иҙелгән халыҡтың хоҡуғын яулап яуға күтәрелгән. Салауат Юлаев батыр көрәшсе генә түгел, һәләтле шағир ҙа. Үҙенең шиғырҙарында тыуған ере тәбиғәтенең матурлығын данлаған. Салауаттың төрлө милләт, дин вәкилдәре берҙәмлегенең, дуҫлығы һәм хеҙмәттәшлегенең әһәмиәтен яҡшы аңлауын да юғары баһалайбыҙ. Ул барыһынан да һәр халыҡтың, һәр кешенең рухи ҡиммәттәренә хөрмәт менән ҡарауҙы талап иткән. Бына ни өсөн ул Башҡортостандың һәм бөтә Рәсәйҙең ысын батырына әүерелде, – тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы һәм ике быуат ярым ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, батырҙың исеме һаман да халыҡ хәтерендә булыуын, уның ҡаҙаныштарының дәүләт кимәлендә танылыуын, республикабыҙҙа батыр исемен йөрөтөүсе урамдар, ауылдар, ҡалалар, социаль-мәҙәни учреждениелар барлыҡҡа килеүен билдәләп үтте.
Салауат майҙанындағы байрам Сәрүәр Суринаның «Урал шағиры, азатлыҡ көрәшсеһе» тип аталған сценарийы буйынса барҙы. Уны Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының, Сибай, Учалы ҡалаһы филармонияларының, Ҡала мәҙәниәт һарайының «Мираҫ» ансамбле сығыштары биҙәне. Балалар һәм үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының сығыштары ла байрамға йәм өҫтәне.
Йәштәр спорт ярыштарында, милли бәйгеләрҙә көс һынаша алды, билдәле артистарҙың йырҙарын тыңлап күңел асты. Уйын-көлкө, йыр-моң таңға ҡәҙәр дауам итте.
«Беҙ – Салауат тоҡомонан!»
Ниндәй генә баланың, бигерәк тә малай кешенең, Салауаттай батыр, рухлы, ҡыйыу булғыһы килмәһен? Моғайын, иҫ белә башлаған һәр бала тиерлек милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа һоҡланып, ошо хаҡта хыял итә торғандыр. Кисә баш ҡалала билдәләнгән оло байрам сиктәрендә Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында балалар өсөн «Беҙ һинең тоҡомоңдан, Салауат!» тип исемләнгән сағыу тантана ойошторолдо. Башҡорт халҡының барлыҡ матур һыҙаттарын туплаған милли батырыбыҙға арнап, балалар ижады үҙәктәренең ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолғайны. Ҡаланың Октябрь, Дим райондары рәсем аша Салауаттың ғорурлығын, азатлыҡ һөйөүсәнлеген сағылдырһа, Орджоникидзе, Совет, Киров райондары вәкилдәре тәҡдим иткән күргәҙмә ғәҙеллек өсөн көрәшкән батырыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡлығын әйтергә теләгәндәй тойола ине.
Салауат Юлаев көрәшсе генә түгел, шағир ҙа. Үҙенең йырҙарында тыуған иленә, халҡына, Уралына дан йырлаған батырҙың ижады ун һигеҙенсе быуат поэзияһында лайыҡлы урын алып тора. Был сәхнәлә барған сағыу концертта ла асыҡ күрһәтелде. Талантлы балалар, сәхнәгә күтәрелеп, милли батыр хөрмәтенә бағышлап йырланы, бейене, шиғыр һөйләне. Сығыштарҙа Салауаттың талантына, батырлығына ихтирам, һөйөү яңғыраны. Афарин, халыҡ хәтере батыр образын мәңгелеккә һаҡлай. Ул патриотизм, тыуған илгә тоғролоҡ, илһөйәрлек символы булып үҫешә.
Теүәл бер сәғәт дауам иткән концерттан һуң Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры коллективы йәш тамашасылар өсөн Сафуан Әлибаевтың әҫәре буйынса әҙерләнгән «Салауат тауышы» спектаклен күрһәтте. Теләктәре булғандар, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, бүләктәр алып ҡыуанды, тәмле-татлы ризыҡтар менән һыйланды. Ҡыҫҡаһы, тирә-йүндә балалар тауышы яңғырап торҙо.
Байрам йәрминкәһе байрамса Рәсәй көнөндә, Салауат Юлаевтың тыуыуына – 255 йыл һәм Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 435 йыл тулыу көнөндә баш ҡаланың Спорт һарайы алдында ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте.
Унда республиканың 29 районынан «Башпотребсоюз» предприятиелары ҡатнашты. Йөҙҙән ашыу сауҙа нөктәһендә улар үҙҙәре етештергән продукцияның киң ассортиментын, шул иҫәптән ит-һөт ризыҡтары, картуф, йәшелсә, бал, он һәм ярма, кондитер изделиелары тәҡдим итте.
Майҙанда музыка яңғырап торҙо. Йәрминкәгә килеүселәр фольклор коллективтарының һәм һәүәҫкәр артистарҙың концертын ҡарау мөмкинлегенә эйә булды.
Пляж волейболсылары көс һынаштыДуҫлыҡ монументы янында пляж волейболсылары ярышы уҙғарылды.
Турнирҙы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең физкультура һәм спорт комитеты һәм республиканың Волейбол федерацияһы ойошторҙо.
Ярыш 1995 – 1996, 1993 – 1994 йылғы егеттәр һәм ҡыҙҙар, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар, көйәрмәндәр командалары араһында ойошторолдо.
Фитнес – бейеү ритмындаКонгресс-холл эргәһендәге территория физкультура-спорт сараларын үткәреү урынына әүерелде.
Бында Өфөнөң көрәш буйынса шәхси беренселеге, һабантуй төрөндәге спорт уйындары һәм гер спорты буйынса ярыштар уҙғарылды.
Шунда уҡ «Бейеү ритмында фитнес» I республика фестивале үтте. Уның программаһында – ҡаланың һәм республиканың иң ҙур фитнес-клубтары вәкилдәренең сығышы, мастер-кластар, республика спорт аэробикаһы буйынса йыйылма командаһының күрһәтмә сығышы, күңел асыу саралары ойошторолдо.
Өфө йәштәре өсөн «Электролето» электрон музыкаһының бишенсе юбилей концерты оло бүләк булды. Ул тиҫтәләгән мең тамашасыны йыйҙы. Баш ҡалабыҙҙы шаулатҡан байрам сағыу фейерверк менән тамамланды.
С. ЛОТФУЛЛИНА, Р. ЙӘНСУРИНА,
Р. КҮСЕМХАНОВА, Ю. КӘРИМОВ (фото) әҙерләне.