Иренһәң - ауырырһың, тырышһаң - һауығырһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Айырылышыуҙың сәбәптәре төрлө шул...
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • [b]Шәкәр[/b]
  • Телефон аша аҡса «эшләгән»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • СЕБЕШТЕ КӨҘ ҺАНАЙҘАР... Яңылыҡтар » Иғтибар

    СЕБЕШТЕ КӨҘ ҺАНАЙҘАР...
    Ауыл хужалығында сәсеү эштәре тамамланып, хеҙмәтсәндәр һабантуй байрамын да билдәләне, ә гәзит сығарыусылар өсөн «сәсеү кампанияһы»ның иң ҡыҙған осоро. Сөнки йылдың икенсе яртыһына матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың һуңғы айы ла ашыға-ашыға үтеп бара. Йылдың тәүге яртыһына гәзитебеҙгә сағыштырмаса ай уртаһына 19233 ғаилә яҙылып, бигерәк тә Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла, Йылайыр райондары ҙур әүҙемлек күрһәтте.

    авторы: Нур | 16 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сығарылыш имтихандары тамам Мәғәриф

    Сығарылыш имтихандары тамам
    Кисә сығарылыш синыф уҡыусылары һуңғы берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙы. Һуңғы имтихан физика һәм тарих фәндәренән булды. Шулай итеп, ауыр һынауҙар артта ҡалды, хәҙер иһә һөҙөмтәләрҙе көтөргә, ә инде кемдәр имтиханды тапшыра алмаған, уларға ҡабаттан һынауҙарға әҙерләнергә ҡала.
    Быйылдан берҙәм дәүләт имтиханы сығарылыш синыф уҡыусыларын аттестациялауҙың мотлаҡ формаһына әүерелде, һәм мәктәпте тамамлаусылар рус теле һәм математиканан мотлаҡ рәүештә БДИ тапшырҙы, ә ҡалған фәндәрҙән уҡыусылар үҙ теләге буйынса БДИ һайланы. Беренсе имтихан 29 майҙа рус теленән булды.

    авторы: Нур | 16 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ Яңылыҡтар

    13 июндә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов көньяҡ-көнбайыш райондарҙа эш сәфәрендә булып, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Стәрлебаш, Миәкә һәм Бишбүләк райондарының социаль-иҡтисади хәле менән танышты.

    авторы: Нур | 16 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Волгоградта дауыл ҡотора
    Волгоград өлкәһендә көслө дауыл булған.
    17 мең халыҡ йәшәгән Урта Аҡтүбә районы утһыҙ ҡалған. Күп кенә бина зыян күргән. Урындағы халыҡ араһында ла зыян күреүселәр бар. Авария хеҙмәттәре өсөн электр утын тергеҙеү – иң тәүге бурыстарҙың береһе. Электриктар төн буйы эшләй.

    авторы: Нур | 16 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Кисә Өфөлә Яңы быуын төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы иғлан иткән Йәш атай курстары фотоконкурсы старт алды. Шарт буйынса, фотоһүрәттәрҙә атайҙың балаларын тәрбиәләүе (улар менән аралашыуы, уйнауы, саф һауала йөрөүе, спорт менән шөғөлләнеүе һ. б) сағылыш табырға, һәр фотоһүрәткә исем, комментарий бирелергә тейеш. Конкурс эштәрен исемегеҙ, бәйләнеш өсөн телефонығыҙ менән бергә sofia-konkurs@mail.ru электрон адресы буйынса ебәрергә ашығығыҙ, сөнки бәйге һөҙөмтәләре июль аҙағында билдәле буласаҡ.

    авторы: Нур | 16 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауыл мәктәбе проблемалары Мәғәриф

    Бөгөн мәғариф системаһы ҙур үҙгәрештәр кисерә. Уларҙың байтаҡ ыңғай яғы ла бар. Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 10 – 40 процентҡа артты. Шуны ла билдәләп үтеү кәрәктер: реформаға ярашлы, эш хаҡы Берҙәм тариф селтәре буйынса түләүҙән кәм булырға тейеш түгел. Был төп шарттарҙың береһе булып тора. Был йәһәттән уҡытыусы отто. Икенсе яңылыҡ: эш хаҡы күләме мәғариф хеҙмәткәренең эш сифатына бәйле, йәғни һөҙөмтәгә ҡарап түләнә.

    авторы: Нур | 16 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәғарифҡа – яңы технологиялар Мәғәриф

    – Тормош бер урында ғына тормай: заманалар үҙгәреү менән әҙәм балаһының йәшәү рәүеше, уйлау-фекерләү кимәле, эшмәкәрлеге үҙгәрә. Һәм шуны билдәләү мөһим: һуңғы йылдар үҙгәрештәренең ыңғай һөҙөмтәләре күҙгә күренеп тора. Шул иҫәптән һеҙ бөтә ғаиләгеҙ менән бер төптән егелеп эшләгән мәғариф өлкәһендә лә. Яңы уҡыу-уҡытыу технологиялары индерелгән мәктәптәрҙә белем сифатының артыуы, уҡыусыларҙың үҫеш кимәленең бынан ун-егерме йыл элекке тиҫтерҙәренекенән күпкә юғары булыуы билдәләнә.

    авторы: Нур | 16 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Батыр – халыҡ хәтерендә Башҡортостан » Хәтер

    Батыр – халыҡ хәтерендә
    Милләтебеҙ ғорурлығы, халҡыбыҙ ҡаһарманы Салауат Юлаев хаҡында әллә күпме китап яҙылды, кино төшөрөлдө, рәссамдар иһә уны һүрәттәрендә мәңгеләштерҙе. Улар барыбыҙға ла мәғлүм, И. Гвоздикова, В. Сидоров, М. Иҙелбаев һәм башҡа ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә Салауаттың тормош юлы тәрән сағылыш тапты. Улар нимәлер яҙыр алдынан иң тәүҙә мөрәжәғәт иткән, кәңәшләшкән кеше Тархан Сәғит улы Заһиҙуллин ине. Бөтә ғүмерен Салауат батырҙың тормошон өйрәнеүгә арнаған был шәхесте айырыуса билдәләп китеү кәрәк.

    авторы: Нур | 16 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru