Волгоградта дауыл ҡотора Волгоград өлкәһендә көслө дауыл булған. 17 мең халыҡ йәшәгән Урта Аҡтүбә районы утһыҙ ҡалған. Күп кенә бина зыян күргән. Урындағы халыҡ араһында ла зыян күреүселәр бар. Авария хеҙмәттәре өсөн электр утын тергеҙеү – иң тәүге бурыстарҙың береһе. Электриктар төн буйы эшләй. Волгоград өлкәһендә ярты сәғәттән ашыу ҡоторған дауылды тиҙ генә онота алмаҫтарҙыр, моғайын. Ел шул тиклем көслө була, хатта йорттарҙың ҡыйыҡтарын алып осора. Йөҙәрләгән ағас ҡолаған. Район дауаханаһы өлөшләтә емерелгән. Әммә был табиптарға зыян күреүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеүгә ҡамасауламаған. «Тиҙ ярҙам» фельдшеры Александр Петровтың әйтеүенсә, ярылған быялаларҙан йәрәхәтләнгән өс кешене дауаханаға алып килгәндәр. Әлеге ваҡытта районда махсус комиссия эшләй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре авария хеҙмәте менән берлектә күрелгән зыянды баһаларға тейеш. Иң беренсе сиратта дауахананы тәртипкә килтерәсәктәр. Унан йорттарҙың тәҙрәләрен һәм ҡыйыҡтарын йүнәтәсәктәр. Төҙөкләндереү эштәре ошо көндәрҙә тамамланырға тейеш, ти улар.
Рәсәй Су-34 самолеттарын – экспортҡа Рәсәй Су-34 самолеттарын сит илдәргә күпләп һатыу яҡлы. Был хаҡта РФ Президенты Дмитрий Медведев Ҡытай үҙәк телевидениеһына биргән интервьюһында хәбәр итә. «Уның ниндәй яҡшы техника икәнен үҙем дә һынап ҡараным. Һәр дәүләт етәксеһе баш командующий ҙа булып тора, шунлыҡтан армияла хеҙмәт итеүсе кешеләрҙең нимә кисереүен үҙенең тиреһе аша тойорға тейеш. Самолетта осоу ниндәйҙер кимәлдә летчиктарҙың ауыр йөк тейәгән килеш ҡатмарлы хәрби бурыстарҙы үтәүен тойоу теләгем ине. Был үҙ эшеңде сифатлыраҡ башҡарыу өсөн дә кәрәк», – ти Президент.
Төҙөкләндереү эштәре бөтөп өлгөрмәгән... Красноярскиҙа дүрт ҡатлы офис емерелеп, ике кеше һәләк булған. РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Себер төбәк үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бинаның емерелеүе тураһында дүшәмбелә Мәскәү ваҡыты менән иртәнге һигеҙенсе ун ете минутта билдәле була. Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына килгәс, төҙөкләндереү эштәре барған бинала өрлөктәр емерелеп төшкәнлеген асыҡлай. Әлеге ваҡытта ике кешенең үле кәүҙәһе табылған. Тағы бер кеше зыян күргән. Ҡотҡарыусылар емереклектәр аҫтынан ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүсе ҡатынды ла ҡотҡарған.
Ни өсөн ир-егеттәр яман шештән күберәк үлә?
Ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда яман шештән күберәк үлә. Natiional Cancer Intelligence Network тикшеренеүселәре әйтеүенсә, ир-егеттәрҙең 70 проценттан күберәгенең яман шештән үлеүе, 60 проценттан ашыуында был сир таралыуы ихтимал. Профессор Дэвид Формандың белдереүенсә, күп йылдар буйына ир-егеттәрҙең яман шеш менән ауырыу ҡурҡынысының ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда ҙурыраҡ булыуының биологик сәбәптәрен аңлатып булмай. Әлеге тикшеренеүҙәр иһә быға асыҡлыҡ индергән. «Төп сәбәп – ир-егеттәрҙең ауырыуға иғтибар итмәүендә һәм сәләмәт тормош алып бармауында», – ти улар. Ир-егеттәр табипҡа күренергә ашыҡмай. Билдәле булыуынса, һәр сирҙе тәүге стадияһында дауалау еңелерәк, ә ауырыу аҙғандан һуң түгел. С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне. |