Иренсәкте илсе итһәң, илеңә яу килтерер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Әсәй, өйрәт әле!
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • [b]Зөһрә – йондоҙ![/b]
  • Йыртҡыс, «урман санитары», тотем – барыһын берләштерә ул..
  • Телефон аша аҡса «эшләгән»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән! ---

    Ысын күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!
    Һеҙҙең һөнәрегеҙ – иң изге, яуаплы һәм абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе. Гиппократ антына тоғро ҡалып, кешеләргә иң ауыр минуттарҙа ярҙамға киләһегеҙ, ауырыу, кеше сәләмәтлегенә, хатта ҡайһы саҡта ғүмеренә янаған ҡурҡыныс бөтһөн өсөн ҡулығыҙҙан килгәнде һәм хатта килмәгәнен дә эшләйһегеҙ.

    авторы: Нур | 20 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфөгә Владислав Сурков килде Яңылыҡтар

    Өфөгә эш сәфәре менән РФ Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Владислав Сурков килде.
    Республика йортонда ул БР Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты.
    Шулай уҡ Владислав Сурков Берҙәм Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең активы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Йәштәр палатаһы ағзалары, республиканың традицион конфессиялар етәкселәре менән осрашты.
    «Башинформ».

    авторы: Нур | 20 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Студент хеҙмәт отрядтары йәйге миҙгелде аса Яңылыҡтар

    Хәҙерге йәштәр студент отрядтарына аҡса эшләү өсөн генә түгел, ә тәжрибә туплау, ойоштороу эштәренә өйрәнеү өсөн дә бара. Йәғни уларҙа карьераға ынтылыш көслө. БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы һәм башҡа власть органдары был ынтылышты хуплай ғына. Быйыл, мәҫәлән, Башҡортостанда төрлө йүнәлештәге 200-ҙән ашыу студент отряды эшләйәсәк. Уларҙа ете меңдән ашыу йәш кеше йәйге ялын файҙалы итеп үткәрә аласаҡ.

    авторы: Нур | 20 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бер юлы ике байрам Яңылыҡтар

    Был форумға БР Журналистар союзының 80 ойошмаһынан 150-гә яҡын делегат һәм 70-тән ашыу ҡунаҡ килде.
    Бер юлы ике байрам
    Башҡортостан журналистары бер юлы Республика матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөн дә билдәләне. Иртә менән Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы алдындағы майҙанда республика, ҡала, район баҫмалары, берләшкән баҫмалар, радио һәм телевидение, типография һәм нәшриәт вәкилдәре, журналистика ветерандары йыйылды.

    авторы: Нур | 20 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсми хроника Яңылыҡтар

    Рәсәй-ғәрәп эшлекле советы – Өфөлә
    Ошо көндәрҙә Өфөлә Рәсәй-ғәрәп эшлекле советын презентациялау үтте.
    Совет директоры урынбаҫары Владислав Луценконың әйтеүенсә, уның эшендә Башҡортостан – мосолман динле халыҡтар өҫтөнлөк иткән республика төп урындарҙың береһен биләргә тейеш.

    авторы: Нур | 20 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көрсөккә ҡаршы саралар бойомға ашырыла Яңылыҡтар

    Хөкүмәттең көрсөк эҙемтәләрен йомшартыу буйынса ниндәй стратегик мөһим бурыстарын үтәлгән тип иҫәпләргә мөмкин? Нимә үтәлеү стадияһында һәм нимә килеп сыҡмай? Йәйгә ниндәйерәк төп мәсьәләләр ҡаралған? Журналистарҙың ошо һәм башҡа һорауҙарына республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев яуап бирҙе.

    авторы: Нур | 20 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Президент юғары технологиялар менән ҡыҙыҡһына
    Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев компьютер вирустарына ҡаршы көрәш буйынса алдынғы компанияларҙың береһе – «Каспер» лабораторияһы менән танышты.
    Белеүегеҙсә, Рәсәй көнөндә компанияның башлығы Евгений Касперскийға Дәүләт премияһы тапшырылғайны.

    авторы: Нур | 20 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Р Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы системаһының даими координаторы, БМО Үҫеш программаһының Рәсәйҙәге вәкиле Фроде Маурингтан хат килде. Хатта 2009 йылдың 9 июнендә Фроде Маурингты Башҡортостанға сәфәре барышында йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерелә: БМО Үҫеш программаһы делегацияһының республикаға сәфәрендә бөтә яҡлап ярҙам күрһәткән һәм булышлыҡ иткән өсөн барығыҙға ла рәхмәт белдерергә теләйем. Шулай уҡ БМО Үҫеш программаһының хеҙмәттәшлегебеҙҙе киңәйтеү яҡлы булыуын билдәләгем килә һәм һөйләшеүҙәрҙе эшлекле кимәлдә дауам итеүгә шат буласаҡмын, – тиелә унда.

    авторы: Нур | 20 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru