Һәүетемсә генә йәшәп алып киттеләр. Ҡыҙҙары Рәсилә тыуҙы. Мотаһар төшөрөргә яратһа ла, эшкә бик бөтмөр булып сыҡты. Ике йыл эсендә ҙур ғына өй һалып та сыҡтылар. Айратты, баш ҡалаға алып барып, махсус мәктәпкә урынлаштырҙы. Уның тотлоғоп-тотлоғоп булһа ла айырым һүҙҙәр әйтә башлауы – әсә өсөн ҙур ҡыуаныс. Ғәйшә тешен ҡыҫып, сәмләнеп донъя көттө. Ирҙәр эше, ҡатын-ҡыҙҙар эше, тип тормай, үҙен йәлләмәй, ат кеүек эшләне. Эсергә яратһа ла, тыныс холоҡло ине Мотаһар. Шуға ла уның өсөн башын тамам эскегә һалған ир тормошта күләгә һымаҡ булды: бар ни, юҡ ни. Ирле көйө, ирһеҙ бисәләр кеүек, үҙ алдына, бер нәмәгә ҡарамай, сәмләнеп, донъя көттө. Их, күңелдәге тойғоларға ҡороҡ һалып булһа ине лә һуң! Юҡ, ҡороҡлап булмай икән шул! Айҙарын онота алманы. Һағыныуҙан сыҙар әмәле ҡалмаған ваҡыттары ла булды. Баштан-аяҡ эшкә сумып, йөрәк һағышын баҫты. Шулай йәшәп, ваҡыт менән үрелеп, йылдарҙың да уҙғанын һиҙмәне. Исмаһам, Айратты күрергә лә килеп сыҡмай, тип өмөтләнеп улының атаһын көтмәне түгел, көттө, уны күргеһе килде. Тик өмөтләнеп көтөүҙәре бушҡа булды. Их, таш булып ҡатҡан күңел һуңлап ирене шул, бик һуңлап ирене... Онота алманы Ғәйшә Айҙарҙы. Һағыныуҙан йөрәге һулҡылдап-һулҡылдап һыҙланы. Улы атаһын һораһа, бар көсөнә тешен ҡыҫып: «Балам, үҙем әйтермен әле, сабыр ит әҙерәк», – тиеүҙән ары уҙманы. Айрат ҡалала уҡып сығып, радиотехник һөнәрен үҙләштерҙе. Хәҙер ул шығырлап торған һомғол ҡарағай кеүек, мыҡты ғына егет. Күп тә үтмәй, кәләш алып, гөрләтеп туй үткәреп тә ебәрҙе. Был көндө Ғәйшә улына ҡарап тыйыла алмай иланы ла иланы. Эйе, шатлыҡтары менән күңел һыҙланыуҙары бергә ҡушылып, яҙмышының әсе күҙ йәше булып аҡты ла аҡты... Ғәйшә туйҙан һуң йәштәрҙе атаһы эргәһенә ебәрергә булды. Айҙарға күстәнәс әҙерләп, күтәренке кәйеф менән йүгереп йөрөп бешеренде. Бер йомро икмәк, бауырһаҡ, төрлө бәлештәрҙән әҙерләнгән күстәнәс арыу ғына килеп сыҡты. Хатта үҙе әҙерләгән көмөшкәһен дә һалды. Ҡатындың Айҙарына үҙ ҡулы менән бешергән ризыҡтарҙы ашатҡыһы килә ине. Күстәнәс әҙер булғас, Айратын саҡырып: – Балаҡайым, атайыңды барып күрергә ваҡыт етте, – тине. Быны ишеткәс, улының йөҙө балҡып китте, ҡыуанысынан дәртләнеп юлға әҙерләнә башланы. Юлға сыҡҡан балаларын оҙатып, Ғәйшә урамға сыҡты. Таш һын һымаҡ ҡатып, юл сатынан оло юлға ҡарай ыңғайлаған йәштәрҙең артынан оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Балалар етәкләшеп уның йәшлеге үткән ауылға китеп бара. Их, улар артынан йүгереп тә китеп бар ине! Күҙҙәренә мөлдөрәп тулған йәштәре субырлап ағып, сикәләрен ут кеүек өттө. Һағыштан зарығып күңеле һыҡтай. Башы әйләнеп, ҡапҡа бағанаһына һөйәлде. Ғәйшәгә бәхет өсөн көрәшергә, сабыр итергә кәрәк булған да бит, ә ул йәшлегендә, тормош тәжрибәһеҙлеге арҡаһында, ҙур хата эшләне. Ә артында ҡапҡаға терәлеп, туйҙан һуң һаман да айнымаған Мотаһар саҡ башын күтәреп ултыра. Уның ара-тирә илереп мыңғырлап үҙ алдына һөйләшкән тауышы ғына ишетелеп ҡуя. Айҙар, улының үҙен эҙләп килеренә ышанып, ғүмере буйы уны көтөп йәшәне. Нимә эшләһә лә, улына инселәп эшләне, бар мөлкәтен улына тип йыйҙы. Һөйөклө ҡатыны менән сабыйын бушҡа рәнйеткәне өсөн выждан ғазабында янды. Улының күҙенә ҡарарға ҡурҡты. Үҙен ғәзиз кешеләре алдында гонаһлы тип һананы. Бәләкәй сағынан күрмәгән улын Айҙар әллә ҡайҙан уҡ таныны. Ана бит, атайыма оҡшап тора. Маңлайынан бөрсөк-бөрсөк тирҙәр бәреп сыҡты. Тубыҡ быуындары йомшарҙы, күҙенән субырлап йәштәр атылып сыҡты. Ҡалтырауыҡлы тауыш менән: – Улым!!! Килереңде көттөм! – тип ҡаршы йүгергәндәй булды. Тик бер-ике аҙым да атлай алмай, башын эйеп, тубыҡланып ергә ултыра төштө. Ҡапыл ҡыҫҡан йөрәген тотоп, күҙ йәштәренә быуылды. Тештәрен шығырлатып, көскә телен әйләндереп: – Кисер-р мине.., балам-м, кисер-р! Ғәф-фү ит м-мине! – тип саҡ әйтә алды. Бындай осрашыуҙы көтмәгән Айрат, ҡаушап, ҡойолоп төштө. Күҙенә йәштәр эркелде. Шул саҡ ҡапҡа шар асылып китте. Унан бөкрәйгән әбей килеп сыҡты ла, тәнтерәкләй-тәнтерәкләй был яҡҡа табан килә башланы. – Эй, балаҡайымды! Әллә ҡайҙан уҡ таныным. Нәғимемә оҡшап килеп ултыра бит! – тип илай-илай ҡосаҡлап, арҡаһынан һөйҙө. – Бына бит! Һуйып ҡаплаған ҡартатаһы инде! Әбей килеп ҡосаҡлап алғас, Айрат бөтөнләй аптырауға ҡалды. Әсәһенең өләсәһе тураһында һөйләгәне, хатта әйткәне лә булманы бит. Иҫенә килеп, ергә тубыҡланып төшөп илаған атаһын ҡосаҡланы. Дерелдеге сығып ҡалтыраған әбей берҙәй ике улын ҡосаҡлап, һамаҡлай-һамаҡлай илап, улар өҫтөнә бөгөлдө. Башҡаса Айратты ҡулынан ысҡындырырға теләмәгәндәй, нығыраҡ һығып ҡосаҡланы. Үҙе һөйләнә-һөйләнә: – Әй, балаҡайымды! Күрер көнөм бар икән... – тип илай-илай, улдарының өҫтөнә бөтөнләй быуынһыҙ булып һығылып төштө... Күпме шулай ултырғандарҙыр, Айрат, үҙен ҡулға алып, бөгөлөп төшкән атаһы менән өләсәһен ҡултыҡлап, ерҙән күтәрергә тырышты. Кәләше лә ярҙамға ашыҡты. Ғәйшә айырылып ҡайтҡас, Айҙар ҡайҙа барып һуғылырға белмәне. Йәшәү ҡыҙығын юғалтты. Тағы ла нығыраҡ ҡотороп эсә башланы. Кәләше кире ҡайтыр, уны ғәфү итер, башҡа бер ҡасан да эсмәҫ инем, тип уйланы. Тик өмөттәре аҡланманы. Ғәйшәһенең кейәүгә сыҡҡанлығын ишеткәс, донъя һүнгәндәй булды. Аңҡы-тиңке йөрөнө лә, иренән айырылып ҡайтҡан Тәнзиләгә өйләнде. Беренсе иренән балаһы булмаған Тәнзиләнең Айҙарҙан да балаһы булманы. Биш йыл йәшәнеләрме, юҡмы, ҡатыны Айҙарҙан да нығыраҡ уҙҙырып эсә башланы. Өйөнә ҡайтыу белмәй, эсеп, аҙып йөрөп, үлеп ҡалды. Айҙар ғүмере буйы Айратын уйлап, Ғәйшәһен онота алмай йәшәне. Өмөтһөҙ – шайтан, тип, өмөтөн өҙмәй, тилмереп, уларҙың килерен көттө. Йән киҫәккәйҙәрен күңеленең иң түренә индереп йәшерҙе лә, уларҙы һағынып, ғүмер буйы эстән һыҡтаны. Һағыш баҫып, сыҙар әмәле ҡалмағанда, араҡы шешәһенә йәбешкән саҡтары ла аҙ булманы. Барып күрергә әллә нисә тапҡыр ынтылманы түгел, ынтылды, тик выждан ғазабын еңә алманы. Улына ҡарап ҡыуанып, инде йәшәй башлаған Айҙарҙың йөрәге бар михнәте менән шатлығы ҡапыл бергә ҡушылыуын күтәрә алманы. Көлөп-һөйләшеп ултырып ҡына, йөрәген тотоп йән бирҙе. Һөйгәненең үлем хәбәре Ғәйшәнең йөрәгенә хәнйәр булып ҡаҙалды. Был донъяла уны алға тартып торған ниндәйҙер бер ептең ҡапыл өҙөлгәнен тойҙо. Юҡ-юҡ, улай ғына ла түгел: уның өсөн тормош йәнһеҙләнеп, тотошлай бушап ҡалды, донъя һүнде... Кәмһетелеүҙәре һәм рәнйеүҙәре, ҡалын пәрҙә булып, ғүмер буйы уның мөхәббәтен ҡаплап торған бит. Ул шул ҡоршауҙы аса алмай йәшәгән. Ошо көнгәсә, аңламайынса, һөйөп-һөйөлөп йәшәйһе урынға, сит ояла мөхәббәтен баҫып, йөк аты кеүек үҙен аямай эшләп, сәмләнеп донъя көткән... Их, һуңлап аңланы, тик үткән ғүмер генә кире ҡайтмай шул. Ҡояш байыуға ҡараған. Ул бөтә ғаләмде киске матурлыҡҡа солғап, алтын нурҙарын ергә һүрән генә таратып, бар донъяны серле мөғжизәгә күмә. Эй, йәйге кистәр! Бер ҡараһаң, улар үтә лә моңһоу. Бер ҡараһаң, шундай сихри – тулы сер. Тау артынан ҡояш, бөгөнгө көн менән хушлашып, үрелеп-үрелеп нурлы яулығын – ҡулдарын болғай. Кеше ғүмере лә, әйтерһең дә, ана шул ашығып үткән бер йәйге көн... (Аҙағы. Башы 70, 71-се һандарҙа). Линиза ШАКИРОВА. Белорет районы, Үҙән ауылы. |