Дәртһеҙ егет йоҡосан булыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Янылыктар
  • Йондоҙнамә
  • Ниһайәт, яҙ, ҡояш көлә
  • ҺӨТ АРЗАНЫРАҠ
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡәҙерле дуҫтар! Яңылыҡтар

    Һеҙҙе Йәштәр көнө менән ихлас ҡотлайым!
    Ул – иң сағыу ижад һәм илһам, дәрт һәм дарман, аң һәм үҙ һәләттәреңде раҫлау, һөйөү һәм романтика байрамдарының береһе.
    Йәштәрҙең Башҡортостан тормошонда тотҡан роле йыл һайын мөһимерәк була бара. Нәҡ һеҙгә – бөгөнгө уҡыусыларға, студенттарға, йәш эшселәргә һәм аграрийҙарға, йүнселдәргә һәм ғилми хеҙмәткәрҙәргә, табиптарға һәм уҡытыусыларға республиканың артабанғы үҫеш юлдарын билдәләргә, беҙҙең етди ниәттәрҙе бойомға ашырыуҙы дауам итергә. Һеҙҙең бөгөн үк әүҙем социаль позиция яулауығыҙ, үҙ принциптарығыҙҙы һәм ҡараштарығыҙҙы яҡлай белеүегеҙ мөһим.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсәй нейрохирургтары Өфөлә йыйылды Яңылыҡтар

    22 июндән 25-енә тиклем республика баш ҡалаһында Рәсәй нейрохирургтарының V съезы үтә. Шуның менән бәйле Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов форумда ҡатнашыусыларға тәбрикләү хаты ебәрҙе. Унда: «Кеше һаулығы – мәңге һаҡлана торған ҡиммәт, һәм уны һаҡлау – дәүләтебеҙҙең төп бурысы, социаль сәйәсәттең мөһим йүнәлеше. Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү, медицина хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге өсөн лайыҡлы шарттар булдырыу буйынса ҙур, уңышлы эш алып барыла. Был мөһим тармаҡтың оҙайлы ваҡытҡа йүнәлештәре билдәләнгән.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мосолман диндарҙарына яңы бүләк Башҡортостан » Милли проекттар

    Мосолман диндарҙарына яңы бүләк
    БР мосолмандары диниә назаратының яңы бинаһын асыу тантанаһында республика башлығы Мортаза Рәхимов, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй Мөфтөйҙәре советы рәйесе Рауил Ғәйнетдин, БР мосолмандары диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Рәсәй һәм Башҡортостан төбәктәренән дин әһелдәре ҡатнашты.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гәзит-журналдарға яҙылыу 29 июнгә тиклем оҙайтыла Яңылыҡтар

    Тимәк, кемдәр «Йәшлек»кә яҙылмаған – хатаны төҙәтергә һуң түгел әле
    Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Был эште ойоштороу һәм үткәреү менән шөғөлләнгән ойошмалар өсөн ҡыҙыу осор. Әммә бөтә резерв та эшкә егелмәгән әле. Икенсе ярты йыллыҡҡа ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу мәсьәләләре буйынса селектор кәңәшмәһендә ошо турала һүҙ барҙы ла инде.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсми хроника Яңылыҡтар

    Хөкүмәт Рәйесе Мәскәүҙә булды

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың Мәскәүҙә РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары – Рәсәй финанс министры Алексей Кудрин менән эш осрашыуында бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе уңышлы үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар

    АФРИКА БУЙЛАП
    Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведевтың Африка буйлап турнеһы башланды.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    БР Хөкүмәтендә эш хаҡын түләүҙәге бурысты ҡайтарыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара координация советы ултырышында эш хаҡы буйынса бурысты түләү барышы тикшерелде. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдиновтың хәбәр итеүенсә, дөйөм алғанда, республикала июнь башынан эш хаҡы түләү яҡшырған. Эш хаҡы буйынса бурыс күләме 1,2 тапҡырға кәмегән һәм 82,2 миллион һум тәшкил итә.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәш сәсәндәр Урал батыр рухын ҡайтарғандай булды еренә Башҡортостан » Милли проекттар

    21 – 24 июндә Бәләбәй районының Аҡсарлаҡ белем биреү-һауыҡтырыу үҙәгендә Урал батыр эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең XI республика бәйгеһе үтте
    Йәш сәсәндәр Урал батыр рухын ҡайтарғандай булды еренә
    Барығыҙға шуны әйтәм:
    Яҡшылыҡ булһын атығыҙ;
    Кеше булһын затығыҙ;
    Яманға юл ҡуймағыҙ,
    Яҡшынан баш тартмағыҙ!

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru