Күп йоҡлаған атын алдырыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Атай менән арҡалы беҙ
  • Октябрь
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • Ураҙа байрамы менән!
  • «Беларусь» ал, шарттар бар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Әҙәби марафон Келәштән старт алды Әҙәбиәт

    Әҙәби марафон Келәштән старт алды
    Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл тула. Иҫтәлекле дата республикабыҙҙа киң билдәләнәсәк. Әҙерлек эштәре әле үк башланды. Шуларҙың береһе – республика китапханалары араһында ойошторолған әҙәби марафон. Унда ҡатнашырға республика район һәм ҡалаларынан 77 китапхана теләк белдерә. Шулар араһынан проекттары иң яҡшы тип табылған 12 китапхана һайлап алына. Улар – Өфө, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат ҡалалары һәм Ауырғазы, Баймаҡ, Бөрйән, Бәләбәй, Шишмә, Илеш райондары китапханалары.

    авторы: Нур | 20 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Яңынан тыуһам да ошо һөнәремде һайлар инем» Сәләмәтлек

    «Яңынан тыуһам да ошо һөнәремде һайлар инем»
    Сәлимгәрәевтар ғаиләһен Йылайырҙа ғына түгел, тотош районда яҡшы беләләр. Ғаилә башлығы, БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, Йылайыр ауылының почетлы гражданы, хирург Фәрит Ибраһим улы районда 1965 йылдан эшләй, баш табип йөгөн дә тарта. Тормош юлдашы Лена Хәлит ҡыҙы ла бөтә ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышланы, акушер булараҡ ҡабул иткән сабыйҙарының иҫәбе-һаны юҡ. Шуғалыр ҙа аҡ халатлылар ғаиләһендә тәрбиәләнеп, урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлаған ҡыҙҙары Динәгә һөнәр һайлау мәшәҡәтле булманы.

    авторы: Нур | 20 июня 2009 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Балалар сәләмәтлеге һағында Сәләмәтлек

    Халыҡтың һаулығын һаҡлау – республика етәкселеге тарафынан алып барылған социаль сәйәсәттең иң өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. БР Президенты Мортаза Рәхимовтың БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә халыҡтың социаль именлеген тәьмин итеүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Республикабыҙҙа һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү концепцияһы ҡабул ителгән, айырым маҡсатлы программалар уңышлы эшләй. Һәр йыл һайын һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса республика Советының күсмә ултырышын үткәреү ҙә матур йолаға әүерелде.

    авторы: Нур | 20 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уйланырға урын бар Башҡортостан » Хәтер

    Рәсәй һуғышһыҙ йәшәй алмай. Фин һуғышынан арынып, инде тыныс тормошта йәшәйбеҙ тигәндә фашистик Германия Советтар Союзына ҡаршы һуғыш башлай. Шулай итеп, Бөйөк Ватан һуғышы башланып, күп ҡорбан, матди зыян, үкһеҙ етемдәр барлыҡҡа килде.

    авторы: Нур | 20 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өҙөлгән һабантуй Башҡортостан » Хәтер

    Ҙур йылға инештәрҙән яралған кеүек, Бөйөк Еңеү ҙә миллиондарса халыҡтың ҡаһарман батырлығынан, берҙәмлегенән һәм ныҡышмал көсөнән тыуҙы. Уны яҡынайтыуҙа яу ҡырында һуғышыусылар менән бергә тыл хеҙмәтсәндәренең дә өлөшө бик ҙур булды. Сөнки яуҙа ҡоралһыҙ, кейемһеҙ, ризыҡһыҙ алышыу бөтәһен дә бөлгөнлөккә төшөрөр һәм дүрт йылға яҡын барған дәһшәтле һуғышта еңеп сығыу икеле булыр ине.

    авторы: Нур | 20 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшәргә өйрәнеү мәктәбе Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Йәшлектең иң күңелле һәм онотолмай иҫтә ҡалған йылдары студент саҡтыр ул. Дәрескә һуңлап ҡалыу, бар төркөм менән күмәкләшеп өйгә эш эшләмәү, бүлмәлә кемуҙарҙан оҙон мыйыҡлы тараҡандарҙы үлтереү, төндә йоҡламай ишек тотҡаларын теш пастаһы менән буяу һ.б. Үҙем ҡасандыр Магнитогорск ҡалаһында белем алдым. Минең менән дә шул йылдарҙа бик күп ҡыҙыҡлы хәл була торғайны. Шуларҙың бер нисәһен һеҙгә лә һөйләп үтәйем.

    авторы: Нур | 20 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үкенес Әҙәбиәт » Хикәйә

    Һәүетемсә генә йәшәп алып киттеләр. Ҡыҙҙары Рәсилә тыуҙы. Мотаһар төшөрөргә яратһа ла, эшкә бик бөтмөр булып сыҡты. Ике йыл эсендә ҙур ғына өй һалып та сыҡтылар. Айратты, баш ҡалаға алып барып, махсус мәктәпкә урынлаштырҙы. Уның тотлоғоп-тотлоғоп булһа ла айырым һүҙҙәр әйтә башлауы – әсә өсөн ҙур ҡыуаныс. Ғәйшә тешен ҡыҫып, сәмләнеп донъя көттө. Ирҙәр эше, ҡатын-ҡыҙҙар эше, тип тормай, үҙен йәлләмәй, ат кеүек эшләне. Эсергә яратһа ла, тыныс холоҡло ине Мотаһар. Шуға ла уның өсөн башын тамам эскегә һалған ир тормошта күләгә һымаҡ булды: бар ни, юҡ ни. Ирле көйө, ирһеҙ бисәләр кеүек, үҙ алдына, бер нәмәгә ҡарамай, сәмләнеп, донъя көттө.

    авторы: Нур | 20 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    «Яңы урыҫ»тың өйөндә – яңы бала ҡараусы. Кисен театрға әҙерләнгәндә ҡатыны тегеңә:
    – Этебеҙгә ашағандан һуң һыу ҡойорһоғоҙ. Әгәр ул буфет ишеген тырнай башлаһа, сохарый ашағыһы, ә һыуытҡыс эргәһенә барып ултырһа, тимәк, һалҡын һөт эскеһе килә. Ә инде келәменә барып ятһа, уның өҫтөнә әкрен генә одеял ябығыҙ, – ти.

    авторы: Нур | 20 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru