Булмаҫтайға һүҙ әрәм.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...»
  • Тиҙ ышаныусан булмағыҙ
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы? ---

    йәки «Цивилизацион» атамалар ниңә Законға тап килмәй?
    Йөрәк ихтыярһыҙлап, әйҙәләп торһа ла, был темаға йәнә әйләнеп ҡайтыуға зиһен тартҡылаша. Хатта ки ҡәләм тотҡан ҡул ҡарыша. Бер үк хәбәрҙе күпме тылҡырға була? Сүбәк сәйнәп, ысындан да, май сыҡмай ҙа инде.
    Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы?

    авторы: Нур | 30 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЭШЕ БАРҘЫҢ – КӨСӨ БАР ---

    йәки Мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәрҙәре эшһеҙҙәрҙе аңлаусы һәм яҡлаусы хеҙмәт булырға тейеш
    Социаль сәйәсәттең төп бурыстарының береһе – халыҡты эш менән тәьмин итеү. Донъя иҡтисади көрсөгө шарттарында ҡайһы бер предприятиелар ябылып, бәғзеләре эшселәрен ҡыҫҡартҡанда ил һәм республика етәкселеге тарафынан был мәсьәләгә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Ҡала һәм райондарҙың мәшғүллек үҙәктәре директорҙары һәм баш бухгалтерҙары кәңәшмәһендә һүҙ ошо хаҡта барҙы.

    авторы: Нур | 30 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Туғанлыҡ байрамы Башҡортостан » Милли проекттар

    Миәкә районының Ҡанбәк ауылы халҡы үҙ шәжәрәһен барланы
    «Ете быуын ата-бабаңды беләһеңме?» тигән һорау бөгөн бик актуаль. Күкрәк киреп, әлбиттә, тип яуаплаусылар янында «юҡ шул» тиеүе бик уңайһыҙ. Хәйер, һуңғыларының һаны йылдан-йыл кәмей. Нәҫел ағасын төҙөү, Шәжәрә байрамы үткәреү кеүек сараларҙың популярлаша барыуы халыҡта ата-бабалар тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятты. Ә Миәкә районының Ҡанбәк ауылы халҡы үҙенең генә түгел, күрше-күләндәренең быуын ептәре менән дә таныша ала.
    Туғанлыҡ  байрамы

    авторы: Нур | 30 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт йәштәре көндәренә рәхим итегеҙ! Яңылыҡтар

    3 – 4 июлдә Бөрйән районының Мәндәғол ауылы эргәһендә Башҡорт йәштәре көндәре үтәсәк
    Мәғрур ҡаялары, мәңге йәшел урмандары һәм матур Ағиҙел йылғаһы менән дан тотҡан хозур тәбиғәтле әкиәти донъя йәштәр сараһын үткәреү урыны итеп юҡҡа ғына һайланманы. Был яҡтарҙа бер генә тапҡыр булған кеше уны яратып өлгөрә һәм ул уның күңеленә мәңгелеккә һеңеп ҡала. Бөрйән ере бөтә республиканан йыйыласаҡ ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә әҙер.
    Башҡорт йәштәре көндәренә рәхим итегеҙ!

    авторы: Нур | 30 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донор булыу – изге эш Сәләмәтлек

    йәки Беҙҙә кешеләрҙең 98 – 99 проценты үҙ ҡанын бушлай бирә
    БР һаулыҡ һаҡлау министры А. Евсюковтан республиканың йәштәр гәзитендә «Ҡан биреүҙе һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау» тигән рубриканы асыуҙы һәм үҙ яҡтарынан был темаларға мәғлүмәттәр биреп торасаҡтары тураһында йөкләмә алыуҙары хаҡындағы хатын алғас, Республика ҡан биреү станцияһының баш табибы Урал Сәхийәр улы Солтанбаевты редакция ҡунаҡханаһына саҡырҙыҡ. Уның менән әңгәмәбеҙ – донъялағы иң изге ғәмәлдәрҙең береһен бойомға ашырыусылар – донорҙар һәм донорлыҡ эшен ойоштороу тәртибе һәм ҡағиҙәләре тураһында.
    Донор булыу – изге эш

    авторы: Нур | 30 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ирәмәл улы Сәләмәтлек

    Марс Мөхәммәтов көн дә иртән 4 – 5 саҡрымды йәйәүләп үтә, ҡышҡыһын һалҡын һыу менән ҡойона
    МәҠәләмдеҢ геройы – Марс Сәхийәр улы Мөхәммәтов. Ул 1959 йылдың 1 ғинуарында Учалы районының Ҡарағужа ауылында донъяға килгән. Бала сағы хозур тәбиғәт ҡосағында үтә. Йәйҙәрен апай-ағайҙары менән бергәләп ата-әсәһенә бесән әҙерләүҙә ярҙамлаша, мал ҡарай.

    авторы: Нур | 30 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөрйәндең күренекле зыялыһы ---

    Донъяуи мәктәпкә нигеҙ һалыусы Мансур хәлфә биш тел белгән
    Үткән йыл көҙ минән энциклопедия өсөн Бөрйән районы мәғарифы тарихын яҙҙырғайнылар. Ауыр эш булды ул. Оҙаҡ эҙләнергә тура килде. Райондың оло кешеләренән дә үҙемә кәрәкле мәғлүмәттәр алдым. Мәҫәлән, Абдулла Ваһапов, Әмир Ибраһимов бик зиһенле, хәтерле кешеләр булып сыҡты. Редакцияла ултырып, «Таң» гәзитенең 90-сы йылдарҙан алып сыҡҡан төпләнмәләренә ҡарап, материалдар таптым. Мәҫәлән, Рәмзи Рахманғоловтың «Ул ауылдың тәүге уҡытыусыһы ине» мәҡәләһе.
    Бөрйәндең күренекле зыялыһы

    авторы: Нур | 30 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тимерлектән сыҡтым... Яңылыҡтар » Конкурстар

    Тимерлектән сыҡтым. Сыңҡылдатып
    Ауыр сүкеш иҙҙе, туҡманы.
    Йүгәнләүҙе өнәмәгән йөрәк
    Янып-көйҙө, ҡай саҡ һуҡманы.
    Булат ҡылыс сүрәтенә индем –
    Ҡалай кеүек бөгөлөп төшмәгәс,
    «Етте, сүкеш...», – тиеп алдарына
    Башым эйеп, теҙҙәр сүкмәгәс.

    авторы: Нур | 30 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru