Иң элек уйла, унан эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Профсоюз берләштерҙе
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Тормош күренештәре
  • ИСЛАМДА ҘУР ҺӘМ БӘЛӘКӘЙ ГОНАҺ
  • Йөрәгеңде тыңлайһыңмы, әллә...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бәхеттәре – тыуған ерҙә Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Бәхеттәре – тыуған ерҙә
    Үҙ нигеҙҙәрен ташламай, бәхеттәрен тыуған ерҙә тапҡан матур күңелле кешеләргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Илеш районының Иштирәк ауылында ғүмер итеүсе Гөлназ һәм Рәсих Сафиуллиндарҙың ғаиләһе лә нәҡ шундайҙарҙан. Бәхет ҡошоноң һатып та, атып та түгел, ә бары тик тырыш, намыҫлы хеҙмәт менән генә яулап алынғанын аңлап йәшәй улар. Сафиуллиндарҙың ғаилә ҡороп йәшәй башлауына ун йыл тула.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тир түкһәң – уңырһың Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    2006 йылдың 7 июлендә Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылында гөрләп туй үтә. Был – Гөлназ менән Артур Әлмөхәмәтовтарҙың иң бәхетле көнө. Йәштәр татыу, матур итеп йәшәп алып китә.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауылыбыҙ йәмле улар менән Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ауылыбыҙ йәмле улар менән
    Дүртөйлө районында тыуған яҡтарын хеҙмәте менән йәмләп йәшәгән йәш ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе – Иҫке Байыш ауылынан Эльвира һәм Ришат Зиннәтуллиндар.
    Ғаилә башлығы – Иҫке Байыш урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы, әле декрет ялында булған Эльвира – һатыусы. 2006 йылда ҡауышҡан йәш пар ауылда төпләнергә ҡарар итә. Хөкүмәт ярҙамы менән йорт һатып алалар. Тормоштарын нурға күмеп, улдары Рушан менән Эдуард донъяға килә. Рушанға – 2 йәш, Эдуардҡа – 4 ай.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тырыш студент Мәғәриф

    Альфред Фәхретдинов – Салауат индустриаль колледжының дүртенсе курс студенты, Президент стипендиаты. Был ҡаҙанышҡа ул яҡшы уҡыуы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы һәм төрлө конкурстарҙа еңеүе өсөн лайыҡ булды.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Яңы үрҙәрҙән ҡурҡырға ярамай!» Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    «Яңы үрҙәрҙән ҡурҡырға ярамай!»
    Айгөл миңә студент йылдарынан уҡ таныш. Башҡорт дәүләт университетының 1-се ятағында беҙ күрше бүлмәләрҙә йәшәнек. Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының сит телдәр бүлегендә уҡыған ҡыҙ миндә һәр ваҡыт һоҡланыу тойғоһо тыуҙыра ине. Ҡайһы берәүҙәр сессиянан сессияға тиклем осорҙо йоҡлап, юҡ-бар менән уҙғарһа, Айгөл уҡырға ла, эшләргә лә, университет һәм ятаҡ тормошонда ҡайнап йәшәргә лә ваҡыт тапты. Ул факультеттың профком рәйесе, ятаҡ старостаһы булды. 2005 йылда Польшала үткән Халыҡ-ара йәштәр конференцияһында Башҡортостандан вәкил булып ҡатнашып, милләтебеҙ мәҙәниәтен, йолаларын сағылдырҙы.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡайҙа барабыҙ? Сәйәсәт

    Хәтеремдә, һуғыштан һуңғы йылдарҙа беҙ башланғыс мәктәптең бер бүлмәһендә, балалар һаны аҙ булғанлыҡтан, I – III синыфтар, икенсе бүлмәһендә II – IV синыфтар ҡушылып бергә уҡыныҡ. Уҡытыусы бер синыфҡа яҙма эш бирә, икенсеһендә таҡтала арифметиканан миҫалдар яҙа башлай, уны сисеү юлдарын өйрәтә лә йәнә беҙгә әйләнеп килеп, яҙмаларҙы тикшерә.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Һау ғынамы, иҫән-һаумы, Ер кендеге – Баҡшайым!» Мәҙәниәт

    «Һау ғынамы, иҫән-һаумы, Ер кендеге – Баҡшайым!»
    – Дүрт йөҙ илле бейеүсе «Беҙҙең байрам»да бейей, тиҙәрме шул?
    – Уныһы нимә, бөгөн «Ләйсән»дең алты быуын бейеүселәре сыға! – Шулай тип аптырашҡан, тел шартлатҡан апайҙарҙың һүҙе дөрөҫкә сыҡты. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының аграр подразделениеһы үткәргән һабантуйҙа райондың иң данлыҡлы халыҡ бейеү ансамбленең алты быуын бейеүселәре, тиҫтәнән ашыу бейеү ансамбленең ялан тултырып сығыш яһауы тамашасыларҙың алҡыштарына күмелде, онотолмаҫлыҡ хәтирә булып күңелгә уйылды.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҙур спорт тирәләй Яңылыҡтар » Спорт

    Кличколарға ҡаршы торорлоҡ дәғүәсе юҡ
    Ҙур спорт тирәләй
    Профессиональ бокссылар араһында IBF һәм WBO версияһы буйынса донъя чемпионы титулы өсөн билдәле Владимир Кличко Үзбәкстан спортсыһы, быға тиклем профессиональ рингта һис тә еңелеү белмәҫ Руслан Чагаев менән осрашты. Нисек кенә булмаһын, был юлы ла уңыш Кличколар ғаиләһенә йылмайҙы. Чагаев күпме генә Владимирҙың «йомшаҡ» ерен эҙләһә лә, һөҙөмтәгә өлгәшә алманы һәм бәйгенең туғыҙынсы раундында бирелергә мәжбүр булды. Шулай итеп, Руслан Чагаев үҙенең чемпион билбауын Кличкоға тапшырҙы.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru