Ир маҡтаныр, ҡорал эшләр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • БАЙРАМ НАМАҘЫ АЛДЫНАН:
  • Иртәгә – Төҙөүселәр көнө
  • Телефон аша аҡса «эшләгән»
  • Уҡыуға түләгән аҡсаны нисек ҡайтарырға?
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    26 июндә Стәрлетамаҡ районында Рощинский – 2009 XIX Бөтә Рәсәй шахмат фестивале асыласаҡ. Рощинский ҡасабаһының мәҙәниәт һарайында туғыҙ турҙа үтәсәк ярышҡа илебеҙ төбәктәренән генә түгел, сит илдәрҙән дә шахматсылар килеүе көтөлә. Фестиваль 5 июлгә тиклем дауам итәсәк.

    авторы: Нур | 23 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Туғандарҙы яҡынайтҡан дуҫлыҡ, хөрмәт байрамы Мәҙәниәт

    Туғандарҙы яҡынайтҡан дуҫлыҡ, хөрмәт байрамы
    Бынан теүәл 170 йыл элек, 1839 йылда ата-бабаларыбыҙ Александр I батшаның ер тураһында указы сыҡҡандан һуң Туҡ буйынан (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Александровка районы) Көйөргәҙе йылғаһы буйына күсеп килә. Был ерҙәр ул ваҡытта ырыуҙарҙың резерв ере һаналған була. Ҡотлоюл ауылының килеп сығышы шул ҡотло юлдан ғибәрәт, тигән рийәүәт ошонан ҡалған да инде.
    Йәмле Көйөргәҙе йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡотлоюл ауылында хеҙмәт һөйгән, тырыш, ихлас, ҡунаҡсыл кешеләр йәшәй. Хәйер, бында бит ең һыҙғанып эшләү, донъя көтөү өсөн бөтә шарттар бар. Искра ауыл хужалығы кооперативы гөрләп торғас, йәштәр ҙә ауылда ҡала, тормош ҡороп, итәк тулы балалар үҫтерә. Кооператив менән ике тиҫтә йыл етәкселек иткән Рәмил Мостафинды ҙур тәжрибәле, алмаштырғыһыҙ рәйес итеп күрә ауыл халҡы. Шулай булмай ни, хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы биш мең һумдан ашыу.

    авторы: Нур | 23 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шәхесебеҙҙе раҫлаусы документҡа һаҡсыл ҡарайыҡ Яңылыҡтар » Иғтибар

    Паспорт Рәсәй халыҡтарының шәхесен билдәләүсе төп документ булып тора. Ун дүрт йәше тулған Рәсәй граждандарының барыһы ла паспортлы булырға тейеш.
    Уның әлеге ғәмәлдә булыу ваҡыты – ун дүрт йәштән егерме йәшкә ҡәҙәр; егерме йәштән ҡырҡ биш йәшкә тиклем; ҡырҡ биш йәштән ғүмер аҙағынаса. Егерме һәм ҡырҡ биш йәшен тултырған граждандар (саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үтеүселәрҙән тыш) барыһы ла паспорттарын яңыға алмаштырырға тейеш. Ә хәрбиҙәргә ул хеҙмәт срогы тулғас бирелә.

    авторы: Нур | 23 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Истанбулдар башҡорт һабантуйын тамаша ҡылды Мәҙәниәт

    Истанбулдың үҙәгендә, Мехмет Акиф Эрсой паркында, бөтә донъяға данлыҡты Изге София һәм Зәңгәр Мәсет эргәһендә башҡорт һабантуйы үтте. Ул Башҡортостан Республикаһының Истанбулдағы мәҙәниәт көндәренең иң күркәм, халыҡты үҙенә бик күпләп йыйған тамашаһына әйләнде.

    авторы: Нур | 23 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ситтәрҙе лә әcир иткән ҡурай Мәҙәниәт

    Ситтәрҙе лә әcир иткән ҡурай
    Башҡортостан артистары йыш ҡына күрше өлкәләргә, сит ерҙәргә концерттар менән сыға. Бындай гастролдәр шуныһы менән әһәмиәтле: улар башҡорт сәнғәтенең иң аҫыл өлгөләрен күрһәтә, башҡорт мәҙәниәте һәм халыҡ ижады менән таныштыра. Билдәле ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ артисы Владислав Мортазин менән Пермь ҡалаһына барып ҡайтты.

    авторы: Нур | 23 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Афарин, Тамырҙар! Мәҙәниәт

    Башҡортостан телерадиокомпанияһы дәүләт учреждениеһының Тамыр телерадиостудияһы 9 – 13 июндә Ханты-Мансийск ҡалаһында үткән Включайся! IV халыҡ-ара балалар телевидениеһы фестивалендә беренсе урынды яуланы

    авторы: Нур | 23 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Талантлы оло яугир Башҡортостан » Хәтер

    1925 йылдың 4 майында Ғүмәр ауылы халҡы ҙур фажиғә кисерә. Бүкәт урамының аҫ яғында йәшәгән бер ҡатын мейестән көл сығарып түгә, ә ул, ҡәһәрең, һүнеп бөтмәгән булған икән дә, шунан ут сығып китеп, урамдың шул яҡ рәте тулыһынса тиерлек янып бөтә. Ә кибет күршеһендәге таш келәт өҫтөнә һалынған ҙур өйҙә, был ҡазаға иҫе лә китмәгәндәй, бер бала донъяға килә. Өй яна башлағас, сабыйҙы, ат егә һалып, Уза йылғаһы аръяғындағы Өс ҡайын үҙәгенә сығарып, арбала ҡалдырып торалар. Шулай итеп, өйгә килгән шатлыҡ ығызығылы ҡайғы менән бутала. Ә малайға Данияр тип исем ҡушалар.

    авторы: Нур | 23 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ил саҡырғас, изге яуға китте улдар Башҡортостан » Хәтер

    Хәтер һаҡлай, хәтер һыҡтап илай,
    Хәтерҙәргә уйып яҙылған.
    Һуғыш беҙҙең әрнеү йөрәктәргә
    Тутыҡ ярсыҡ булып ҡаҙалған.

    авторы: Нур | 23 июня 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru