Ваҡ эште лә эре итеп башҡар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һорау-яуап
  • Эҙләгәнең – эргәңдә
  • Кредит хаҡы... – төрмә
  • [b]Шәкәр[/b]
  • Хәүефһеҙлек – төп бурыс
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Иман ---

    ӘЖӘЛДӘН ГЕНӘ ДАРЫУ ЮҠ
    Бик күп быуаттар буйы ҡара әнистең (ҡырағай әнис, черный тмин) орлоҡтары һәм майы миллионлаған кеше тарафынан халыҡ медицинаһында ҡулланыла. 1959 йылда халыҡ-ара университеттарҙа 200-ҙән ашыу тикшереү үткәреп, ҡара әнистең иҫ киткес файҙалы булыуын асыҡлағандар. Тимәк, был тикшеренеүҙәр үҫемлектең ни тиклем кәрәкле икәнен тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Ә бит Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм «Ҡара әнис ссамдан (үлемдән) башҡа бөтә ауырыуҙарҙан да дауа» тип 1400 йылдан ашыу элек үк әйткән (»Мөслим»дә һәм «Бохари»ҙа килтерелде).

    авторы: Нур | 23 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «...Үткән юлдар барыһы – Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Фидаил Әбелғаян улы Сафин Ҡариҙел районының Балмазы ауылынан. Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Мәсәғүт педучилищеһында белем ала. 1981–1983 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта, Амур ярҙарында сик һаҡсыһы булып хеҙмәт итә. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлап, әлеге ваҡытта тыуған ауылында тарих фәненән уҡыта.
    2008 йылда «Йәштәр тауышы» серияһында «Быуат артылғанда» тигән китабы донъя күрҙе.

    авторы: Нур | 23 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ағас күрке – япраҡ, тиһәләр, урман күрке – мышылар... ---

    Ағас күрке – япраҡ, тиһәләр, урман күрке – мышылар...
    Урмандарыбыҙҙы был хайуандарһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Хәтеремдә, атай менән утынға барғайныҡ. Тракторҙы һүндереп, кабинанан төшөүебеҙ булды, ағастар шатыр-шотор килгәнгә ҡотобоҙ осоп, кире техникаға һыйындыҡ. Ни булыр икән? Баҡһаң, беҙҙән 3 – 4 метр ғына алыҫлыҡта өс мышы үтеп бара: алда эре мөгөҙөн тырпайтҡан үгеҙ – ата мышы, уртала бәләкәй генә быҙауы, артта – инәһе. Беҙ уларҙың биләмәһенә ингәнбеҙ, имеш, тыныслыҡтарын боҙғанбыҙ. Бала саҡ булғанғамы, ҡурҡыуын да ҡурҡҡанмындыр инде, уныһы хәтерҙә ҡалмаған, ә бына һоҡланып ҡарап тороуыбыҙ бөгөнгөләй хәтерҙә. Ҡайһылай матур ине улар!

    авторы: Нур | 23 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Былар ҡыҙыҡлы ---

    СССР-ҙың 375 һыу аҫты кәмәһе булған. Уларҙың 127-һе – атом һыу аҫты кәмәһе.
    АҠШ-тың иһә үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағында ни бары 92 атом һыу аҫты кәмәһе булған.

    авторы: Нур | 23 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ике таныш һөйләшә:
    – Минең ҡатыным, йәшелсәне сей көйөнсә ашаһаң, файҙаһы күберәк, тип әйтә, – ти береһе.
    – Минеке лә аш-һыу әҙерләргә яратмай, – тигән икенсеһе.

    авторы: Нур | 23 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы Мәғәриф

    Үткән ғүмер аҡҡан һыу кеүек, тип әйтеүҙәре бик тә дөрөҫ. Йәш ваҡытта уның үтеүен дә, иҫән булһаң, ҡартлыҡтың килеп етеүен дә белмәй ҡалаһың икән. Бына инде ҡыҙыбыҙ Ләләгә лә 60 йәш. Икебеҙ ҙә – уҡытыусылар.

    авторы: Нур | 23 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән! ---

    Ысын күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!
    Һеҙҙең һөнәрегеҙ – иң изге, яуаплы һәм абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе. Гиппократ антына тоғро ҡалып, кешеләргә иң ауыр минуттарҙа ярҙамға киләһегеҙ, ауырыу, кеше сәләмәтлегенә, хатта ҡайһы саҡта ғүмеренә янаған ҡурҡыныс бөтһөн өсөн ҡулығыҙҙан килгәнде һәм хатта килмәгәнен дә эшләйһегеҙ.

    авторы: Нур | 20 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфөгә Владислав Сурков килде Яңылыҡтар

    Өфөгә эш сәфәре менән РФ Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Владислав Сурков килде.
    Республика йортонда ул БР Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты.
    Шулай уҡ Владислав Сурков Берҙәм Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең активы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Йәштәр палатаһы ағзалары, республиканың традицион конфессиялар етәкселәре менән осрашты.
    «Башинформ».

    авторы: Нур | 20 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru