|
 |
|
 Республиканың 32 районында хужалыҡтар ураҡҡа төштө Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республиканың райондарының күпселеге иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйыу эшенә тотондо. Атап әйткәндә, Башҡортостандың 32 районында хужалыҡтар ураҡҡа төштө, уларҙың 23-ө игенде һуға ла башланы. Хужалыҡтарҙың бөтәһендә лә эштәр шәп бара, шулай ҙа Мәләүез һәм Көйөргәҙе райондарына етеүселәр юҡ. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ районы эшсәндәре лә ҡалышмай. Республиканың төрлө райондарында иген үҫеүсе майҙандарҙың күләме төрлөсә. был культураларҙы иң күп үҫтереүселәр иҫәбенә Стәрлетамаҡ, Дәүләкән, Бишбүләк, Илеш, Мәләүез, Ауырғазы һәм Әлшәй райондары инә. |
|
|
 |
«ҠАНЛЫ ДҮШӘМБЕ»... УЛ БЕРӘҮ ГЕНӘМЕ? |
Яңылыҡтар |
|
Рәсәй юлдарында үлгән кешеләрҙең һаны утлы нөктәләрҙә һәләк булғандарҙан ҡалышмай Дүшәмбелә Нуриман районында водитель таныҡлығы булмаған йәш егет «ИЖ» мотоциклына идара итеп, урамда торған шундай уҡ мотоциклға бәрелгән. Һөҙөмтәлә мотоциклда ултырыусы 17 йәшлек егет һәләк булған, ә уның янындағы ҡыҙ ауыр тән йәрәхәттәре алған.
|
|
|
|
Көрсөктөң икенсе тулҡыны ҡағырмы? Булыуы мөмкин, тип күҙаллай белгестәр Бөгөн иҡтисадтың ҡайһы өлкәһе ярайһы тотороҡло? Аҡсаны ниндәй валютала һаҡлауы яҡшыраҡ? Ниндәй өлкәлә үҙ эшеңде асыу һөҙөмтәлерәк? Иҡтисади көрсөк мәлендә ошо һәм башҡа һорауҙар бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Белгестәр күҙаллауынса, көрсөктөң икенсе тулҡыны ла ҡағыуы ихтимал.
|
|
|
|
25 БАЛА ҺӘЛӘК БУЛҒАН Үткән ике аҙна эсендә Бангладешта, ағыулы матдәләр булған парацетамол сиробын эсеп, иң кәмендә 25 бала үлгән. Тикшереүҙәрҙән һуң, «диэтиленгликоль» тип аталған был матдәнең нисек дарыуға барып эләгеүе асыҡланған – баҡтиһәң, урында дарыуҙар эшләү менән шөғөлләнеүсе фармацевтика компанияһы парацетамолға диэтиленгликолде белә тороп ҡушҡан. Ҡағиҙә буйынса, уға пропиленгликоль өҫтәлергә тейеш, әммә ул ағыулы матдәнән ун тапҡырға ҡиммәтерәк икән. |
|
|
|
Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы тарафынан ойошторолған наркотиктарға ҡаршы «Сәләмәтлек маршруты» акцияһы дауам итә. Сираттағы сара 30 июлдә Стәрлетамаҡ районында үтәсәк. Был көндө акцияның күсмә бригадаһы район биләмәһендә урынлашҡан «Огонек», «Чайка» хәрби-патриотик лагерҙарына барып, үҫмерҙәр менән осрашасаҡ, әңгәмәләшеү үткәрәсәк. |
|
|
|
 Баймаҡ районының Темәс ауылында йыл һайын Әҙеһәм Исҡужин урамы йәштәре байрамға йыйыла Баймаҡ районының данлы Темәс ауылында, Шырҙы йылғаһының түбәнге яғында, Рапат тауы итәгендә бәләкәй генә бер урам бар. Ул һуғыш аҙағы йылдарында 1 май урамы тип йөрөтөлгән, аҙағыраҡ ниндәйҙер «аҡыллы баш»тың теләге ме-нән уға Фурманов исеме бирелгән (Фурманов Темәс тигән ауылды белдеме икән әле?!). Бынан заманында Шәһит Хоҙайбирҙин, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич ағалар үтеп йөрөгән. |
|
|
|
Йылҡысылыҡ – халҡыбыҙҙың матди һәм рухи мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө Беҙҙеңсә, был мәсьәләлә төп ике юл булыуы мөмкин. Беренсеһе – тоҡомдо, нәҫелдәге иң эре, бөтә йәһәттән дә килгән малдарҙы һайлап алып, тоҡом эсендә селекция эше алып барыу. Халыҡтың был йәһәттән әйткән һүҙе лә бар: «Айғыр ҡалдырһаң, йүнлеһен ҡалдыр». Икенсеһе – башҡорт аттарын уларға экстерьеры менән яҡын булған, быуаттар буйы оҡшаш шарттарҙа көтөлгән ҡаҙаҡ, монгол, ҡырғыҙ, яҡут аттары менән аралаштырыу. Әгәр тәүге осраҡта башҡорт тоҡомо үҙенең сафлығын тулыһынса һаҡлап ҡалһа, икенсеһендә лә тоҡом үҙенсәлектәрен күп юғалтмай, ҡайһы бер йәһәттән ота ла.
|
|
|
|
|
|