Дандың төбө - хөрмәт, хөрмәт төбө - хеҙмәт.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй?
  • [b]УЛАРҘЫ «ХӘҮЕФҺЕҘ ТӘГӘРМӘС» САҠЫРҘЫ[/b]
  • Тиҙ ышаныусан булмағыҙ
  • Өс һөйләм менән
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Булһын тиһәң был донъяла илең, халҡың, Яңылыҡтар, Мәҙәниәт

    Булһын тиһәң был донъяла илең, халҡың, Быйылғы һабантуй маҡсаттары менән үткән йылдарҙағыларҙан айырылып тора ине. Уның «Батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға башҡорт баш эймәҫ!» тигән девиз аҫтында уҙғарылыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Төбәк компонентын бөтөрөү тураһында һүҙ алып барылғанда, көндән-көн милләттәрҙең ирке ҡыҫырыҡланғанда, милләтебеҙ яҙмышы, ысынлап та, ҡурҡыныс аҫтында торғанда, башҡорт йәштәрен ойоштороу, берҙәм көс итеп туплау, уларҙа үҙ яҙмышын үҙҙәре хәл итергә теләк һәм дәрт уятыу өсөн кәрәк ине был сара. Бер-береһе менән күрештереп, аралаштырып, ял иттереп, фекер туплатып, рухландырып ҡайтарыу ине һабантуйҙың маҡсаты.
    Доға ҡылыу менән башланып киткән тантанала Башҡорт йәштәре иттифағының ветерандары тәбрик-ләнде һәм башҡорт халҡын милләт итеп һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән резолюция ҡабул ителде. Һабантуйҙың бөтә ярыш-бәйгеләре лә маҡсатҡа ярашлы ойошторолғайны.

    авторы: Нур | 7 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хуш киләһең, "Турфест"! Яңылыҡтар

    15 – 19 июлдә Ишембай районында йыл да уҙғарылып килгән "Турфест – 2009" республика йәштәр туристик фестивале үтәсәк.
    БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сараның төп маҡсаттарының береһе – республикабыҙ ҡала-райондары йәштәр ойошмалары менән күрше төбәктәр араһында бәйләнеш булдырыу һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереү. Төрлө уҡыу йорттары, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығы менән йәштәр туризмы йылдан-йыл киң популярлыҡ яулай бара.
    Быйыл да фестиваль программаһында спорт һәм ижади конкурстар ҡаралған. Еңеүсе командаларҙы иҫтәлекле бүләктәр көтә.

    авторы: Нур | 7 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иғтибар үҙәгендә – райондарҙың социаль-иҡтисади үҫеше Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Туймазы, Йәрмәкәй, Бүздәк райондарында эш сәфәрендә булып ҡайтты. Ул райондарҙың социаль-иҡтисади үҫеше менән танышты.
    Туймазы районының Нөгөш йылғаһында һыу алғыс төҙөлөшө барышы менән танышты. Уның 25 км оҙонлоғондағы тәүге селтәре былтыр төҙөлгәйне, әле икенсе сираты төҙөлә һәм ноябрҙә сафҡа индерелергә тейеш.

    авторы: Нур | 7 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Еребеҙ йәмле улар менән ---

    Был донъяға килгән һәр бер кеше ниндәйҙер бер һөнәргә айырыуса һәләтле булып тыуа. Бына ошондай талант эйәләре мөғжизә тыуҙырыуҙары менән байыта ла инде донъяны. Илеш ере элек-электән үк ата-бабаларҙың һөнәрен дауам итеүсе төрлө оҫталарға бай булған. Райондың иң бәләкәй ауылдарының береһе – Бүләктә йәшәүсе Зилә Һәүбәнова һәм Шамил Миңләхмәтовтар ана шундайҙарҙан. Был тырыш ғаиләнең данын тирә-яҡҡа таратыусы шөғөл – тал сыбығынан төрлө әйберҙәр үреү. Зилә башта балаларҙы макраме эшләргә өйрәтә. Һуңыраҡ ептәрҙе тал сыбығы менән алмаштыра. Уға ҡарап, ғаилә башлығы ла ошо шөғөлгә тартыла башлай. Сөнки Шамил бәләкәй саҡтан уҡ ижади эш менән шөғөлләнергә яратҡан. Ә ике һәләт бергә ҡушылғас, ябай тал сыбығынан төрлө мөғжизәләр тыуа башлай.

    авторы: Нур | 7 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Президент Мортаза Рәхимов Башҡортостан Республикаһында Вьетнам мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашыусыларҙы ҡотланы. Ике республика араһындағы иҡтисади-сауҙа, мәҙәни бәйләнештәр нығынғандан-нығый, былтыр ғына тауар әйләнеше 8 миллион доллар тәшкил иткән. Республика Президенты әлеге сараның ике республика араһындағы эшлекле мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүенә ышанысы ҙур булыуын белдерҙе.
    Кисә Өфөлә Ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡортостанда Вьетнам мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Вьетнам Социалистик Республикаһы сәнғәт оҫталарының планлаштырылған ике концертының береһе үтте. Ижади төркөмдө ВСР-ҙың мәҙәниәт, спорт, һәм туризм министры урынбаҫары Чан Чиен Тханг етәкләй. Икенсе концерт ошо уҡ һарайҙа бөгөн 19 сәғәттә башлана.

    авторы: Нур | 7 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    РӘХИМ ИТ, ОБАМА! Яңылыҡтар

    Кисә Рәсәйгә эш сәфәре менән АҠШ Президенты Барак Обама килде.
    Аҡ йорт уның сәйәхәтенең юҡҡа ғына «эшлекле» тип билдә-ләнмәүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Осрашыу ваҡытында Мәскәү менән Вашингтон араһында бик күп темаға һөйләшеү булды. Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев алдан уҡ был осрашыуға күп өмөт бағлауын йәшермәгәйне.

    авторы: Нур | 7 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан үҙәге халҡы – еректәр нәҫел-нәсәптәрен барланы Башҡортостан

    Башҡортостан үҙәге халҡы – еректәр нәҫел-нәсәптәрен барланыҒафури районының Ерек ауылында Ерек – Башҡортостан үҙәге исеме аҫтында шәжәрә байрамы уҙҙы
    Ер йөҙөндә ауылдар бихисап. Республикабыҙҙа ғына уларҙың һаны 4500-ҙән ашыу. Һәр ауылдың үҙ тарихы, матурлығы, тәбиғәте, кешеләре. Ә бына Ғафури районының Ерек ауылы тағы ла бер мөһим үҙенсәлеккә эйә: ул Башҡортостандың ҡап уртаһында урынлашҡан, был географ-ғалимдар тарафынан төплө иҫбатланған. Илебеҙ үҙәгендә көн күреүсе халыҡ ошо көндәрҙә нәҫел-нәсәптәрен барланы, ара-ырыуҙары тамырҙарын юлланы, ата-бабаларының данлы үткәненә баһа бирҙе.

    авторы: Нур | 7 июля 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Йылғалар үҙәнен ташламай Әҙәбиәт

    Йылғалар үҙәнен ташламайҺамарҙар үҙ ерендә тырышып-тырмашып йәшәп ята
    Был яҙмаларҙы «Оҙатып ҡалған ил» тип атарға уйлағайным. Унда һикһән алты йәшлек Ниғмәтулла ҡарт ун ике йәшлек улы Ғәбделрәшиткә: «Хәҙер тоҡомобоҙҙан икәү генә ҡалдыҡ. Исмаһам, һин үлмә!» – тип, уны балалар йортона оҙата. Шулай ҡарт һынындағы ил балаһын алыҫтарға бәхилләй.
    Бында төрлө деталь һәм метафора ҡулланыла, ә оҙатып ҡалған ил образы һикһәнде уҙған ҡарт һынына олғаша. 1921 йыл. Ул ил ҡайҙа юғалды, һуңынан ниндәй яҙмышҡа дусар булды икән?

    авторы: Нур | 7 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru