Дәртһеҙгә дан юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Яҡташыбыҙ – ғорурлығыбыҙ!
  • Ауылға ҡайтыусыларға, ысынлап та, аҡса түләнәме?
  • ДОНОР ЙӨРӘКЛЕ ЛИНАРҒА – ФАТИР АСҠЫСЫ
  • Май
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бергә булайыҡ, дуҫтар! Яңылыҡтар

    Бергә булайыҡ, дуҫтар!
    Һаумыһығыҙ, дуҫтар! Мин Данил Вадим улы Әхмәҙиев булам. Кисә бер йәш тулды. Бәләкәй булһам да, харап гәзит яратам. Календарҙан көндәрҙе һанап, тыуған көнөмдө түҙемһеҙләнеп көттөм. Сөнки атайым менән әсәйемә: «Бүләккә «Йәшлек» гәзите кәрәк», – тинем. Эш тип, 2009 йылдың икенсе яртыһына гәзиткә яҙылырға онотоп ебәргәндәр. Әммә аптыраманылар, байрамыма бүләк булһын тип, һуң булһа ла уға яҙылдылар. Алла бирһә, икенсе айҙан «Йәшлек» гәзитен алып, бергәләп уҡыясаҡбыҙ.
    Кемдәр «Йәшлек» гәзитенә яҙылмаған, әле һуң түгел. Бөгөн яҙылһағыҙ, киләһе айҙан бергәләп алдырып уҡый башларбыҙ!
    Бер айға яҙылыу хаҡы – 58 һум 80 тин.
    Биш айға – 294 һум.
    Индексы – 80148.

    авторы: Нур | 9 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күп балалы ғаиләләргә – торлаҡ сертификаты Башҡортостан » Милли проекттар

    Күп балалы ғаиләләргә – торлаҡ сертификаты
    Кисә билдәләнгән Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә Башҡортостанда 15 күп балалы ғаиләгә тантаналы рәүештә торлаҡ һатып алыуға сертификат тапшырылды
    Был ваҡиғаны лайыҡлы рәүештә мөһим тип атарға мөмкин. Сөнки республикала ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамы сараларына тағы ла берәүһе өҫтәлде. БР-ҙың ғәмәлдәге Законына өҫтәмәләр былтырғы йыл аҙағында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың инициативаһы менән индерелгәйне. Атап әйткәндә, бәлиғ булмаған биш балаһы булған ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһындағы закон социаль ярҙамдың яңы төрө менән тулыландырылды. Был хоҡуҡ торлаҡ сертификаты менән раҫлана.

    авторы: Нур | 9 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иғтибар! «Тура бәйләнеш»! Яңылыҡтар

    «Молодежная газета» «Йәшлек» гәзите менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ төҙөлөшө фондының генераль директоры урынбаҫары Виталий ҠАДИРОВ менән «тура бәйләнеш» ойоштора. 17 июлдә 16 – 18 сәғәткә тәғәйенләнгән һөйләшеү рус телендә барасаҡ.
    Бюджет өлкәһендә эшләүселәр өсөн йорттар төҙөлә башлаған Шамонин ауылы ҡайҙа урынлашҡан? Яңы ауылдағы аҙ ҡатлы йорттар кемдәр өсөн төҙөлә? Баш ҡалала йәшәүселәрҙән кемдәр «Үҙ йортоң» тип аталған республика программаһында ҡатнашыу хоҡуғына эйә? Программа башҡа ҡалаларҙа ла эшләйәсәкме? Торлаҡҡа сиратта тороусы бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә Өфө эргәһендә коттедж алыу өсөн ниндәй документтар талап ителә? Ҡунаҡ ошо һорауҙарға яуап бирәсәк. «Тура бәйләнеш» өсөн телефон – 2-29-91-06.

    авторы: Нур | 9 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Акцияға әүҙем ҡушылайыҡ Яңылыҡтар

    21 – 24 июлдә республикала «Ағиҙелде тергеҙеү» экологик акцияһы үткәреләсәк. Был сараны Кама бассейны округы советы, БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы, БР Экологтар союзы ойоштора.

    авторы: Нур | 9 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар

    УЙҒЫРҘАР БАШ КҮТӘРӘ
    Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Ху Цзиньтао «Ҙур һигеҙ» саммитында ҡатнашыуҙан баш тартҡан һәм, тиҙ арала Италияны ташлап, Пекинға йүнәлгән.
    Бындай көтөлмәгән ваҡиға Синьцзяндағы сыуалыштар һәм ил эсендә барған башҡа хәлдәргә бәйле.

    авторы: Нур | 9 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Ғафури районында «Йәш спецназовсы» профилле лагеры тәүге сменаға аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлектә иҫәптә торған утыҙ баланы ҡабул итте. Аҙна дауамында улар хәрби-спорт төрҙәре буйынса күнекмәләр аласаҡ, тренингтарҙа ҡатнашасаҡ. Лагерҙы йылдағыса район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты «Төньяҡ амурҙары» хәрби-патриотик үҫмерҙәр клубы менән берлектә ойошторған.

    авторы: Нур | 9 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    АЙ ЯРЫМДАН УҠЫУ БАШЛАНА Мәғәриф

    Йәйге каникул. Уҡыусылар рәхәтләнеп ял итә. Ай ярымдан йәнә уҡыу башланыуы, моғайын, әлегә берәүҙең дә башына ла инеп сыҡмай торғандыр. Был балаларға шулай. Ә бына мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлеге өсөн яуаплы булған кешеләр өсөн ҡыҙыу мәл. Улар алдында бөгөн үк мәғариф учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләү, ремонт эштәре үткәреү, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү бурысы тора.

    авторы: Нур | 9 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ТОРЛАҠ ТА, БЕСӘН ДӘ МӨҺИМ Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең яңыраҡ үткән видеоселектор кәңәшмәһендә хәбәр итеүҙәренсә, республикалағы бөтә иҡтисади-социаль ваҡиғалар ҙа етди күҙәтеү аҫтында. БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев билдәләүенсә, ғинуарҙан майға тиклемге социаль-иҡтисади һөҙөм-тәләр тап ошо хаҡта һөйләй.

    авторы: Нур | 9 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru