Көрәк бөтмәһә - тиҙәк бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • Хәтер юйылмаһа, улар тере ҡалыр!
  • ЙӘЙҘЕҢ БЕР КӨНӨ...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ЕЛӘКТЕҢ ХАҠЫ ТОТОРОҠЛО ---

    Баҡса үҫтереүселәр өсөн эштәренең емештәрен тәмләү ваҡыты етте – баҙарҙа үҙебеҙҙә етештерелгән емеш-еләк, йәшелсә күпләп һатыла башланы. Баш ҡалабыҙҙа райондарҙан килеп тә, ҡала баҡсаларынан йыйып та сауҙа итеүселәрҙең артыуы, ысынлап та, һиҙелә.

    авторы: Нур | 11 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байрамығыҙ менән, почтальондар! ---

    «Дәүләт тарафынан көйләнгән тарифтар буйынса һәр кем ҡуллана алған хеҙмәттәр күрһәтеп, почта һәр кемгә барып етерлек, халыҡты үҙенә күпләп йәлеп иткән һәм арзан бәйләнеш төрө булып тора. Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа Башҡортостандың почта бәйләнеше даими үҫеүен, мәғлүмәти инфраструктураның артабанғы үҫешенә булышлыҡ итеүен билдәләү һөйөнөслө. Коллектив йыл һайын халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәт күләмен арттыра бара, яңы эш формаларын индерә. Операторҙарҙың эш урындарын техник камиллаштырыу процесы дауам итә, заманса техника өлгөләре индерелә. Быларҙың барыһы ла хаттарҙы алып барып еткереү ваҡытын кәметеү, элемтә бүлексәләрендә сервисты яҡшыртыу форсатын бирә

    авторы: Нур | 11 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ХАТ ТАШЫУСЫЛАР ҘА ХАТ КӨТӘ Башҡортостан

    Ишембай районының Әхмәр ауылы почтальоны Рәмзиә Кәримованы яңғыҙ әбей-бабайҙар эс серҙәрен бүлешеү өсөн дә көтөп ала
    ХАТ ТАШЫУСЫЛАР ҘА ХАТ КӨТӘ
    Гәзит менән уҡыусыны кем осраштыра? Почтальон булыр беҙҙең араларҙы йылытыусы, дуҫлыҡ һуҡмағы һалыусы һөнәр эйәһе. Ишембай районына сираттағы сәфәребеҙ барышында ошондай лайыҡлы дуҫтарыбыҙҙың береһе – Әхмәр ауылының хат ташыусыһы Рәмзиә Әбделғәлим ҡыҙы Кәримова менән осраштыҡ.
    Уны бер көнгә ял алып, улы Юлайҙы хәрби хеҙмәткә оҙатырға әҙерләнгән мәлендә тап иттек.
    – Бәй, еңгәй, бәхетленең ҡунағы бергә килер, тигәндәре ошолор, – тип мәрәкәләште аш бүлмәһендә ҡайнашҡан туғандары, беҙҙең килеп инеүебеҙҙе яҡшыға юрап. Бында ҡатын-ҡыҙҙар киске табынға һый әҙерләй ине.

    авторы: Нур | 11 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Һәр ғаиләнең үҙ торлағы булырға тейеш!» Башҡортостан » Милли проекттар

    БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры Р. Сарбаев депутаттар алдында республикала аҙ ҡатлы төҙөлөш барышы һәм уны үҫтереү перспективалары тураһында сығыш яһаны
    «Һәр ғаиләнең үҙ торлағы булырға тейеш!»
    – Әлеге ваҡытта торлаҡ төҙөлөшө һәм граждандарҙы арзан торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә һәм республиканың социаль сәйәсәтендәге өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Республикала күрелгән саралар һөҙөмтәһендә йыл һайын торлаҡ төҙөлөшө күләме арта бара, ипотека кредиты институты үҫә, торлаҡ өлкәһендәге баҙар йоғонтололоғо арта. 2008 йылда 2 млн 351 мең кв. м торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды, был 2007 йылға ҡарағанда 26,6 процентҡа күберәк. Шәхси йорт төҙөүселәр тарафынан 1 млн 622 мең кв. м торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, торлаҡ проблемаһын хәл итеүҙә һынылыш юҡ әле.

    авторы: Нур | 11 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Бәлә артынан бәлә
    Был илгә тыныс ҡына йәшәргә форсат юҡ – яңыраҡ ҡына уйғырҙар күпләп демонстрацияларға сығып, урамдарҙа машиналарҙы ҡыйратып, магазиндарҙы емереп йөрөгәйне (әйткәндәй, унда үлеүселәр ҙә булды), тәбиғәт тә көйһөҙлөгөн күрһәтеп алды – 9 июлдә Ҡытайҙың көньяҡ-көнбайышындағы Юньнань провинцияһында ер тетрәне.

    авторы: Нур | 11 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республиканың төньяҡ райондарына эш сәфәре менән сыҡты. Уның сәфәре маршрутында – Илеш, Саҡмағош, Кушнаренко, Дүртөйлө, Бүздәк һәм Баҡалы райондары. Республика башлығының иғтибары үҙәгендә – төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫеше, урып йыйыу һәм мал аҙығы әҙерләү барышы, предприятиеларҙың эше.

    авторы: Нур | 11 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баҡалылар йоҡлап ятмай Башҡортостан

    Баҡалыла сәсеүлектәрҙең дөйөм майҙаны 62301 гектар тәшкил итә.
    Районда 26635 баш эре мал иҫәп-ләнә. Күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәр майҙаны 18780 гектарға еткерелгән. 1570 гектарҙа – кукуруз, 950 гектарҙа рапс сәселгән. План буйынса һәр шартлы баш малға 40 центнер аҙыҡ берәмеге туплау ҡаралған. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 8000 тонна бесән, 2000 тонна сенаж әҙерләнгән.

    авторы: Нур | 11 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һәр минуттың ҡәҙерен белеп Башҡортостан

    Һәр минуттың ҡәҙерен белеп
    Республика хужалыҡтарында бесән әҙерләү ҡыҙғандан-ҡыҙа
    Ғафури районының үткән быуаттың һуңғы йылдарында тарҡалған элекке миллионер «Ленинизм» колхозынан «Урожай» крәҫтиән хужалығы барлыҡҡа килә. Уның директоры Нәжип Мәжит улы Хисаметдинов механизаторҙарҙан һәм башҡа хеҙмәт-сәндәрҙән баҫыу эштәренең технологияһын теүәл үтәүҙе ҡәтғи талап итә. Хужалыҡтың алдынғы эшселәре Риф Дәүләтбаев, Әнүр Мифтахов, Флүр Насретдиновтар ҡыҙыу миҙгелдә һынатмай.

    авторы: Нур | 11 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru