«Миңә ғүмер бүләк ит!» Башҡортостанда РФ Президентының ҡатыны Светлана Медведева етәкселегендәге Социаль-мәҙәни башланғыстар фондының «Миңә ғүмер бүләк ит» акцияһын бойомға ашырыу буйынса саралар уҙғарыла. – Акция сиктәрендә республиканың дауалау-профилактика учреждениеларында муниципаль берәмектәр етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары ҡатнашлығында комплекслы профилактика һәм мәғлүмәти саралар ойошторола. Уларҙа ҡалалар һәм райондарҙың дауалау-профилактика учреждениелары, санаторийҙар, медицина колледждары ҡатнаша. Аборттарҙы иҫкәртеү буйынса семинарҙар, конференциялар, «түңәрәк өҫтәл»-дәр, лекциялар, әңгәмәләр уҙғарыла, реклама буклеттары, иҫкәрмәләр, проспекттар таратыла. Дөйөм ятаҡтарҙа стендтар эленә. «Сәләм» телетапшырыуҙарында республиканың Ғаиләне планлаштырыу һәм репродукция үҙәге белгестәренең аборттарҙы иҫкәртеү һәм контрацепция ысулдары тураһында сығыштары, радиотапшырыуҙар ойошторола. Балаларҙы дауалау учреждениеларында һәм республиканың «Сәләмәтлек мәктәбе» тигән дауалау-профилактика учреждениеларында «Когда девочка взрослеет» тигән видеофильм күрһәтелә. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында, ғаиләне планлаштырыу үҙәк-тәрендә контрацепция ысулдары һәм репродуктив сәләмәтлекте һаҡлау буйынса шәхси консультациялар үткәрелә, күрһәтмә материалдар таратыла. Иҡтисади көрсөккә бирешмәйбеҙ «Финанс» журналы тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе буйынса, Волга буйы федераль округында Башҡортостан иҡтисади көрсөктән иң әҙ зыян күргән, тигән һығымтаға килергә мөмкин. Төбәктәр иҡтисадына кире йоғонто яһаусы дүрт күрһәткес – сәнәғәт производствоһы, консолидацияланған төбәк бюджетына һалымдарҙың, йыйымдарҙың һәм башҡа мотлаҡ түләүҙәрҙең инеүе, инвестициялар һәм төҙөлөш динамикаһы алынған. Күрһәткестәр үҫеше өсөн балдар өҫтәлгән, кәмеүе өсөн кәметелгән. Сәнәғәт производствоһының балы иң юғары, сөнки уның түбәнгә тәгәрәүе, ҡағиҙә булараҡ, бөтөн проблемалар сынйырын – эшһеҙлектең үҫешен, халыҡ килеменең һәм бюджеттың кәмеүен хасил итәсәк. Әһәмиәтлелеге буйынса икенсе фактор – консолидацияланған төбәк бюджетына йыйымдар. Инвестициялар менән төҙөлөш динамикаһына балдарға артыҡ талап ҡуйылмаған, сөнки уларҙың кәмеүе иҡтисадҡа артыҡ кире йоғонто яһамай. Бөтә дүрт күрһәткес буйынса ла балдар һөҙөмтәһе һәр төбәктең рейтингын билдәләне. 2009 йылдың ғинуар – май айҙары осоронда сәнәғәт производствоһы индексы, былтырғы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, «Росстат» мәғлүмәттәре буйынса, минус 7,4 тәшкил иткән. Консолидацияланған бюджетҡа һалымдар, йыйымдар һәм башҡа мотлаҡ түләүҙәр 2009 йылдың ғинуар – апрелендә – плюс 18,0. 2009 йылдың беренсе кварталында инвестициялар – минус 9,9. Торлаҡ төҙөү ғинуар – май айҙарында – минус 7,1. Балдарҙың йәмғеһе – плюс 188. Был күрһәткестәр, әйтәйек, Силәбе, Орел, Новгород өлкәләрендә күпкә түбән. Ғөмүмән, Волга буйы федераль округының бөтә өлкәләре һәм республикалары иҡтисади көрсөк һөҙөмтәләренең ауырлығы буйынса Башҡортостандан алда бара. Әйтәйек, Сыуаш Республикаһы минус 5256 күрһәткесе менән РФ буйынса бишенсе урында тора. Ҡалғандарҙың һөҙөмтәләре минус 4917-нән минус 1325-кә тиклем. Илебеҙ баш ҡалаһы Мәскәү иһә етенсе урынды биләй. «Төньяҡ баш ҡала» – Санкт-Петербург 18-се урында. Чукот Автономиялы Округы (+72100), Сахалин өлкәһе (+14685), Адыгей Республикаһы (+6697) иһә именлек оазисы иҫәбендә.
Үҙ етештереүселәребеҙҙең тауарын күберәк һатайыҡ Республиканың ҡала һәм райондар башлыҡтары менән видеоселектор кәңәшмәһендә төбәктең сауҙа предприятиеларында республика тауар етештереүселәренең продукцияһының күрһәтмәлелеген көйләү буйынса саралар ҡаралды. Кәңәшмәне республика Хөкүмәте Премьер-министры Р. Сарбаев алып барҙы. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы һуңғы йылдарҙа ыңғай үҫешә. 2007 йылда производство күләме үҫеше, унан алдағы йыл менән сағыштырғанда, 3,4 процент, 2008 йылда 10,8 процент тәшкил итә. Был бигерәк тә бөртөклөләр, йәшелсә, ҡош ите етештереүҙә һәм уларҙы эшкәртеүҙә һиҙелерлек. Һәм беҙҙең тауар етештереүселәр күп кенә позиция буйынса Башҡортостандың аҙыҡ-түлек баҙарын үҙ көсө менән тултыра алырлыҡ. Әммә ҡулланыусыларҙың тотороҡло ихтыяжы булғанда ла ҡайһы бер ҡала һәм райондарҙа әлегә тиклем төбәк тауар етештереүселәренең продукцияһын һатыу механизмы эшләнмәгән. Тауар етештереүселәр менән ваҡлап һатыу селтәрҙәре араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәт ябайҙан түгел. Был эште юлға һалыу мотлаҡ, сөнки был эш артында ҙур аҡса тора. Раил Сарбаевтың һүҙҙәренсә, төбәктең ваҡлап һатыу баҙары күләме яҡынса 72,6 миллиард һум тәшкил итә, шул иҫәптән Өфөлә – 43,7 миллиард һум. Был – республика халҡының ҡулланыу сығымдарының яртыһы тип әйтерлек. – Шунлыҡтан беҙ ауыл хужалығы етештереүселәренә, бигерәк тә көрсөк осоронда, булышлыҡ итергә тейешбеҙ, – тип билдәләне Хөкүмәт башлығы. БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Зәйнуллин был йәһәттән ниндәй саралар күрелеүе тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, ҡайһы бер райондарҙа ауыл хужалығы тауар етештереүселәре продукцияһының күрһәтмәлелеге яҡшыртылды. Халыҡ ихтыяжы өйрәнелгәндән һуң бәләкәй бизнесҡа ҡош ите етештереү менән шөғөлләнергә тәҡдим ителде. Тауар етештереүселәр менән сауҙа селтәрҙәренең мөнәсәбәтен яҡшыртыу өсөн бөтә продукция һәм уға ихтыяж буйынса мәғлүмәттәр яҡтыртылған электрон сауҙа биржаһы булдырыласаҡ. «РФ территорияһында сауҙа эшмәкәрлеге тураһында» Федераль закондың яңы проекты ҡарала һәм шуға ярашлы республика норматив акттары эшкәртелә. Селектор кәңәшмәһендә сауҙа селтәрҙәренән төшөрөп алынған видеосюжеттар күрһәтелде. Һөҙөмтә – үҙебеҙҙә ауыл хужалығы продукцияһын етештереп һатыу мөмкинлеге була тороп, ҡалалар һәм райондарҙың магазин кәштәләре сит тарафтарҙан килтерелгән тауар менән тултырылған. Дәүләт һәм муниципаль заказсылар тарафынан аҙыҡ-түлек һатып алыуға килгәндә, хәл яҡшыраҡ. Ярты йылдағы дөйөм сумма 1,5 миллиард һум тәшкил итә. Шул иҫәптән республикала етештерелгән продукцияны һатып алыуға 1,2 миллиард һум аҡса тотонолған. – Әммә үҫеш потенциалы ошонда ғына туҡтап ҡалырға тейеш түгел – 24 районда һәм ҡалала был күрһәткес уртаса республика кимәленән түбән. Шунлыҡтан ҡала һәм район башлыҡтарына был йүнәлештә ныҡлап эшләү бурысы тора, – тип тамамланы кәңәшмәне Премьер-министр.
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов Алабуғала (Татарстан Республикаһы) Волга буйының башҡа төбәктәре етәкселәре менән бергә Волга буйы федераль округы субъекттарының көрсөк шарттарында социаль-иҡтисади мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Д. Козактың һүҙҙәренсә, кәңәшмәлә һүҙ башлыса көрсөккә ҡаршы сараларҙы бойомға ашырыу тураһында барҙы. – Илебеҙҙең дәүләт власы органдарының бөгөн төп бурысы – сәнәғәткә, социаль өлкәгә ярҙам күрһәтеү һәм иҡтисади көрсөктөң кире эҙемтәләрен кәметеү, – тине ул. – Был маҡсатта федераль бюджеттан 2,5 триллион һум аҡса бүленә. Шул иҫәптән 700 миллиард һум – граждандарға социаль ярҙамға, 670 миллиард һум – сәнәғәт потенциалын үҫтереүгә, 500 миллиард – финанс системаһын нығытыуға, 300 миллиард – төбәктәргә ярҙам күрһәтеүгә. Д. Козактың фекеренсә, көрсөк шарттарында бөтә кимәлдәге – федераль, төбәк һәм муниципаль власть органдарының берҙәм эшләүе мөһим. Волга буйы федераль округының көслө яҡтары – үҫешкән автосәнәғәт, төҙөлөш комплексы, эшкәртеүсе производство. Көрсөк ваҡытында был өлкәләр нығыраҡ зыян күрҙе. Волга буйы федераль округы буйынса дөйөм алғанда, быйыл биш айҙа сәнәғәт производствоһы 17,5 процентҡа түбән тәгәрәне. Әйткәндәй, Башҡортостан был йәһәттән иң имен төбәк һанала – беҙҙә түбәнәйеү күрһәткесе 4,2 процент ҡына. Волга буйы федераль округы буйынса шулай уҡ инвестициялар ағымы, былтырғы йылдың май айы менән сағыштырғанда, 26 процентҡа кәмегән. Округта эшһеҙлек арта, төҙөлөш күләме кәмей һәм көрсөк өсөн хас булған башҡа проблемалар күҙәтелә. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округы буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Г. Рапотаның фекеренсә, округ субъекттарының көрсөктән имен сығыуы өсөн, иң тәүҙә, ҙур инвестиция проекттарын туҡтатмаҫҡа, юл төҙөлөшөн арттырырға, сәнәғәт өсөн кредиттар мәсьәләләрен хәл итергә һәм перспективалы предприятиеларға ярҙам күрһәтергә кәрәк. «Башинформ». |