Буйына ҡарама, ҡулына ҡара.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡорос хәҙер бында сыныҡмай
  • ТАКСИ ЭШЕ ТӘРТИПКӘ ҺАЛЫНА
  • [b]Үҙ эшен яратып башҡара[/b]
  • Берҙәмлектә – көс
  • Тәмле
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Үкенмәҫлек итеп йәшәйҙәр Башҡортостан » Юбилейҙар

    Үкенмәҫлек итеп йәшәйҙәр
    Күгәрсен районының Теләүембәт ауылында ғүмер кисереүсе Миңлегөл апай менән
    Шәрифйән ағай Байбулатовтар 60 йыл инде тормош йөгөн тигеҙ тарта
    Ғүмер кешегә бер тапҡыр бирелә һәм уҙған йылдарың өсөн үкенмәҫлек итеп йәшәү – һәр кемдең изге бурысы. Бына ошо хәҡиҡәтте аңлап, күңелдәренә һеңдереп йәшәгән Байбулатовтар ғаиләһе хаҡында һүҙем. Күгәрсен районында ғына түгел, ғөмүмән, Башҡортостаныбыҙҙа билдәле иң татыу, иң егәрле, оҙон ғүмерле, ишле ғаиләләрҙең береһе булараҡ танылған ул.

    авторы: Нур | 18 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ХАҠТАР НИ ХАҠ? Яңылыҡтар

    Әле еләк-емеш һатыу, ҡайнатма ҡайнатыу ҡыҙған мәл. Шулай ҙа еләккә хаҡтың бер аҙ төшөүе күҙәтелә. Һәр хәлдә, тәүҙә ер еләгенең бер килограмын 150 һумдан да кәмерәккә бирмәйҙәр ине, әле уны 130 һумға алырға була. Әйткәндәй, баш ҡалалағы ҡайһы бер супермаркеттар селтәрҙәрендә шәкәр һатыу буйынса акциялар ойошторола, ҡайнатма өсөн күпләп алам тиһәң, уны арзаныраҡ хаҡҡа табырға мөмкин.

    авторы: Нур | 18 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сираттағы күсмә кәңәшмә Өфөлә үтәсәк Яңылыҡтар

    16 июлдә БР Президенты Мортаза Рәхимов «2010 йылда Башҡортостан Республикаһында Һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика советының күсмә ултырышын үткәреү тураһында»ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, күсмә кәңәшмә 2010 йылдың сентябрендә Өфө ҡалаһы ҡала округында үтәсәк.

    авторы: Нур | 18 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тырышһаң, барыһы ла була Яңылыҡтар » Иғтибар

    Бөрйән районының Килдеғол ауылында йәшәүсе Билаловтар ғаиләһенең тырыш тигән даны бар
    Ҡуйы урманлы бейек тауҙар ҡосағында урынлашҡан Бөрйән районының Килдеғол ауылында тырыш, сәмле халыҡ йәшәй. Уларҙың көнкүрешенә ҡарап, бер ҙә урман яғы халҡы тип әйтмәҫһең.
    Тырышһаң, барыһы ла була

    авторы: Нур | 18 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөтә саралар ҙа – көрсөктө еңеп сығыу өсөн Яңылыҡтар

    Хәбәр итеүебеҙсә, Алабуғала Волга буйы федераль округы субъекттарының көрсөк шарттарында социаль-иҡтисади хәле мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә Волга буйы федераль округында РФ Хөкүмәтенең көрсөккә ҡаршы программаһын бойомға ашырыу тикшерелде. Башҡа субъекттар етәкселәре менән бер рәттән, унда БР Президенты М. Рәхимов та ҡатнашты.

    авторы: Нур | 18 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рэсми хроника Яңылыҡтар

    ЗАВОДТА ЭШ ТУҠТАЛМАЙ
    Ошо көндәрҙә Өфө нефть эшкәртеү заводының вакуум газойелдәрен гидротаҙартыу ҡоролмаһында ике яңы реактор файҙаланыуға тапшырылды. Мөһим объекттарҙы асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов та ҡатнашты.

    авторы: Нур | 18 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Кисә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Мәскәүҙә үткән Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты. РФ Президенты Дмитрий Медведев рәйеслегендә үткән ултырышҡа федерация субъекттарының етәкселәре саҡырылғайны. Йылына дүрт тапҡыр уҙғарылған Дәүләт Советы эшендә илдә йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.

    авторы: Нур | 18 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ангела Меркелгә – ике бишле! Яңылыҡтар

    Кисә Германия Хөкүмәтендә рәйес вазифаһына эйә булған тәүге ҡатын-ҡыҙ – Ангела Меркель 55 йәшлек юбилейын билдәләне.
    Ватандаштары Меркелде Германияла ғына түгел, донъя сәйәсәтендә үҙенең һүҙен әйтә алған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе тип һанай. Быны Forbes журналы ла раҫлай. Уның фаразы буйынса, Германияның ғәмәлдәге башлығы бер нисә йыл рәттән донъя сәйәсәтенә йоғонтоһо булған ҡатын-ҡыҙҙар исемлегенә инә.

    авторы: Нур | 18 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru