Йүнһеҙ менән ағас ҡырҡма - өҫтөңә ауҙарыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» ӨЙӨҢ КИРБЕСТӘНМЕ, АҒАСТАНМЫ?!
» Яңауылда яңылыҡтар күп
» Янылыктар
» Көлкөлиум
» Донъя яңылыҡтары
» Йәштәр ауылға ҡайта!



Өс һөйләм менән Яңылыҡтар
Башҡортостанда йәшәүсе Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарын күңелле ваҡиға көтә – байрамдары алдынан популяр «Ростов» төркөмө сығыш яһаясаҡ. «Десант дуҫтарын саҡыра» тип исемләнгән тәүге концерт Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайында 30 июлдә үтәсәк. Төркөм иртәгәһенә – Яңауылда, 1 августа – Ишембайҙа, ә 2 августа Стәрлетамаҡта сығыш яһаясаҡ.

Быға тиклем Башҡортостанда геодезия буйынса белем биргән уҡыу йорто юҡ ине. Быйылдан Октябрьский ҡалаһында әлеге йүнәлеш буйынса уҡыта башлаясаҡтар. Белгестәр илебеҙҙең нефть, газ тармағында, төҙөлөш ойошмаларында эшләйәсәк.

гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, был аҙнала иң эҫе көн шаршамбыға тура килмәксе. Был көндө баш ҡалала – 30, Салауатта – 32, Стәрлетамаҡта 33 градус эҫе булыр тип көтөлә. Әммә кесе йомала һауа торошо үҙгәрәсәк, температураның түбәнәйеүе, ҡойма ямғырҙар яуыуы көтөлә.

Эске эштәр министры Игорь Алешин ведомствоның киңәйтелгән коллегия ултырышында хәбәр итеүенсә, йылдың тәүге яртыһында 40026 енәйәт теркәлгән. Был, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 3,1 процентҡа әҙерәк. Енәйәттәрҙе асыу буйынса ла ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә – хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан республикала алты айҙа 27,5 мең енәйәт асылған, шуларҙың ете меңдән ашыуы ауыр һәм үтә ауыр енәйәт иҫәбенә тура килә.

Үткән аҙнала Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары тарафынан тәбиғәтте һаҡлау закондарын боҙоусы 114 осраҡ асыҡланған. Һөҙөмтәлә 77 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Ғәйепләнеүселәргә 282 мең һумдан ашыу күләмдә штраф һалынған, йыл башынан йыйылған штрафтың дөйөм күләме 10 миллион һумға етеп килә.

Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы 2009 йылдың тәүге яртыһында төбәк бюджетын 660 миллион һумға тулыландырҙы. Атап әйткәндә, дәүләт милкен файҙаланыуҙан 633 миллион һум аҡса килгән. Ә дәүләт милкен һәм акцияларҙы һатыуҙан 27 миллион һум аҡса алынған.

Өфө мәшғүллек үҙәге үткәргән һуңғы вакансия йәрминкәһендә эш биреүсе ун туғыҙ предприятие ҡатнашһа, эш һорап биш йөҙҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Айырыуса «Виртуал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Ҡояшлы ҡом» дауалау-һауыҡтырыу комплексы, «МТС» компанияһы күпләп хеҙмәткәрҙәр йыйған. Ә бына коммуналь хеҙмәтләндереү предприятиеларына яңы хеҙмәткәрҙәр йәлеп итеү һаманғаса түбән кимәлдә ҡала – әйтәйек, әлеге сарала баш ҡаланан ни бары бер предприятие – 33-сө торлаҡ-коммуналь хужалығы ғына ҡатнашҡан.

Өфө эргәһендә урынлашҡан Максимовка ҡасабаһында УМПО асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре өсөн коттедждар төҙөләсәк. Эшселәр өсөн төҙөлгән торлаҡ йорттар бөтә уңайлыҡтары булған коттедж, таун-хаус тибында буласаҡ. Әлеге ваҡытта инженер селтәрҙәрен проектлау бара.
Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 21 июля 2009 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Республика үҙ йөкләмәләрен ваҡыты ...
  • Иғтибар – торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru