Ашаған белмәй, тураған белә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • Шәжәрәңде бел!
  • МОТОРҘЫ НИСЕК ҺЫУЫТЫРҒА?
  • Инвестициялар файҙа килтерергә тейеш
  • Кусэр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йылҡысылыҡ – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе Яңылыҡтар » Конкурстар

    Йылҡысылыҡ – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе
    Баймаҡта ҡымыҙсыларҙың республика конкурсы үтте
    Йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса республика семинар-кәңәшмәһенең тап Баймаҡта үткәрелеүе тиккә түгел. Район был өлкә буйынса Башҡортостанда иң алдынғы урынды биләй һәм йылдың-йылы йылҡысылыҡҡа, ҡымыҙсылыҡҡа иғтибар арта бара. Был юлы ла оло кәңәшмәгә баймаҡтар ең һыҙғанып әҙерләнде һәм республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған ҡунаҡтарға тармаҡты алдынғы технологиялар нигеҙендә үҫтереү тәжрибәһен күрһәтте.

    авторы: Нур | 23 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төҙөлөш йылдам бара Яңылыҡтар

    ә «Рощинский» совхозы етештереү күләмен арттыра
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Стәрлебаш һәм Стәрлетамаҡ райондарында булды. Көньяҡ-көнбайыш төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре республика башлығының иғтибарын йәлеп итте. Шулай уҡ Мортаза Ғөбәйҙулла улы сентябрҙә төбәктә үтәсәк Республика советының һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналған күсмә ултырышына әҙерлек барышы менән дә ҡыҙыҡһынды.

    авторы: Нур | 23 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рэсми хроника Яңылыҡтар

    МӘКТӘПТӘРҘӘ ДИН ДӘ ӨЙРӘНӘСӘКБЕҘ
    Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев мәктәптә дини мәҙәниәт тарихы һәм нигеҙҙәрен уҡытыу тәҡдимен хупланы.
    Рәсәйҙең традицион конфессиялары лидерҙары дәүләт башлығына мәктәптәрҙә дини мәҙә-ниәт тарихы һәм нигеҙҙәрен уҡытыу, Ҡораллы Көстәрҙә хәрби һәм флот диндарҙарының айырым институтын булдырыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Дмитрий Медведев руханиҙар ме-нән осрашыуында идеяны хуплауын белдерҙе.

    авторы: Нур | 23 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҠОЯШҺЫҘ 7 МИНУТ Яңылыҡтар

    22 июлдә иртән Ер шарында XXI быуаттың иң оҙайлы ҡояш тотолоуы күҙәтелде.
    Планетабыҙға төшкән айҙың күләгәһе 200 саҡрым самаһы тәшкил иткән. Тәүгеләрҙән булып ҡараңғылыҡ Һиндостандың көнбайыш райондарын ҡаплап ала, һуңынан күләгә Азия ҡитғаһы буйлап, Японияға һәм Тымыҡ океан утрауҙарына йүнәлә. Ҡояш тотолоуынан төшкән күләгәнең һуңғы нөктәһе Көньяҡ Америка ярҙарына тура килә. Был тәбиғәт күренеше ҡайһы бер илдәрҙә туристар ағымына булышлыҡ иткән, ә ҡояшҡа ҡарау күҙлектәре һәм йондоҙнамәләр бер нисә көнгә бик үтемле тауарға әйләнгән.

    авторы: Нур | 23 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Екатеринбург ҡалаһы мэрынан хат килде. Унда Аркадий Чернецкий Башҡортостан делегацияһының Екатеринбургта һабантуй милли-мәҙәни байрамында ҡатнашыуы уңайынан рәхмәтен еткерә. Үҙ-ара дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек артабан да нығынырына ышаныс белдерә.

    авторы: Нур | 23 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Атың булһа, ил таный ---

    Атың булһа, ил таный
    Йылҡысылыҡ – халҡыбыҙҙың матди һәм рухи мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө
    Малайға өс йәш. Хәйер, ул инде малай түгел, ул – егет. Егет бөгөн тәү башлап атҡа менә.
    Шакирйән ағай теҙгенде ат муйынына ташланы ла, малайын күтәреп, аттың үндекһеҙ-эйәрһеҙ арҡаһына ултыртты. «Теҙгенде ныҡ, ҡыҫҡа тот. Ҡурҡма, ҡолап төшһәң дә, ат баҫмаҫ, ҡыу», – һыбайлы сабый, хәйер, быларын ғына белә ине инде.

    авторы: Нур | 23 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Асылына ҡайтты Үтәғол ---

    Асылына ҡайтты Үтәғол
    Тарихтан
    Ҡасандыр, ярты быуат үткәнме, әллә сирек быуатмы – бәлки, беҙҙең көндәргә лә ауаздаштыр был хәл-ваҡиға, Урта Азиянан ҡайтып: «Мә, алма – бир картуф!» – тип илаған, ти, бер әҙәм балаһы. Иленән һөрөлгәндерме, әллә ҡотолоу сараһынан ситтә йән аҫрағандырмы – әммә был турала тарих өндәшмәй.

    авторы: Нур | 23 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә ---

    Тарих менән  киләсәкте бәйләй шәжәрә
    Әбйәлил районының Туйыш ауылында дан итеп шәжәрә байрамын үткәрҙеләр
    Йылға ярындағы матур, ыҡсым ғына ялан ҡырмыҫҡа иләүенән былайыраҡ ҡайнап тора: балалар йүгерешә, өләсәй-олатайҙар туйтаңлай, ир-ҡатындар ҡайҙалыр ашыға – Әбйәлил районының Туйыш ауылында Шәжәрә байрамы үткәрелә! Табандарҙы ҡысыттырып, күңелле көйҙәр бер-береһен алыштыра ғына, ә һауаға таралған тәмле еҫтәр һуң!

    авторы: Нур | 23 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru