Иң яҡшы йолаларҙы дауам итеп Йәштәр йәмәғәт берекмәләре ойошторолоуҙың 90 йыллығы айҡанлы, Указ ҡабул ителде Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов комсомол ойошмаларының иң яҡшы йолаларын дауам итеү һәм дәүләт йәш-тәр сәйәсәтен артабан әүҙемләштереү маҡсатында, шулай уҡ ХХ быуатта республика үҫешенә комсомолдың ҙур өлөш индереүен, йәштәргә ватансылыҡ, әхлаҡи һәм интернациональ тәрбиә биреүҙә ойошманың баһалап бөткөһөҙ ролен иҫәпкә алып, «Башҡортостандың йәштәр йәмәғәт берекмәләре ойошторолоуҙың 90 йыллығы тураһында» Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, республика комсомол ойошмаһының хоҡуҡи вариҫы булған Башҡортостан Демократик йәштәр союзы тәҡдиме менән юбилей саралары 2010 йылдың октябрендә үтәсәк. Указ менән республика ойоштороу комитеты составы раҫланды. Уға Башҡортостандың йәштәр йәмәғәт берекмәләре ойошторолоуҙың 90 йыллығына арналған саралар планын эшләргә һәм республика Хөкүмәте ҡарауына индерергә ҡушылды. Башҡортостан Хөкүмәтенә төп юбилей сараларын финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелде. Ҡала һәм район хакимиәттәренә тантаналы сараларҙы үткәреүҙә булышлыҡ итеү, йәштәр һәм балалар ойошмаларының башланғыстарын яҡлауҙы көсәйтеү буйынса сараларҙы күҙ уңында тотоу тәҡдим ителде. Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығына Рәсәй Йәштәр союзының республика ойошмаһы – Башҡортостан Демократик йәштәр союзы, башҡа йәштәр ойошмалары менән берлектә эшләүсе һәм уҡыусы йәштәр араһында тәрбиәүи һәм мобилизацион эште көсәйтеү, ижади йәштәр берекмәләре, студенттарҙың төҙөлөш отрядтары эшмәкәрлеген, йәштәрҙең башҡа иң яҡшы башланғыстарын тергеҙеү өсөн сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү барышын файҙаланырға ҡушылды. Министрлыҡтар, ведомстволар, предприятиелар һәм уҡыу йорттары етәкселәренә йәштәр һәм балалар йәмәғәт берекмәләренең социаль әһәмиәтле эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү тәҡдиме индерелә.
БУРЫСҺЫҘ ЙӘШӘҮЕҢ ХӘЙЕРЛЕ! Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы йылдың тәүге яртыһы йомғаҡтары буйынса киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе. Унда билдәләнеүенсә, ярты йыл эсендә суд приставтары тарафынан 2448763 мең һум аҡса ҡайтарылған. Бюджеттың барлыҡ кимәлдәренең килем өлөшөнә һалым бурыстары буйынса 848866 мең һум аҡса күсерелгән, 57278 мең һум күләмендә административ штрафтар түләтелгән. Бынан тыш, 57434 мең һум күләмендә башҡарма йыйымдар тартып алынған һәм федераль бюджет иҫәбенә күсерелгән. Башҡортостан буйынса баш суд приставы Зариф Байғусҡаров билдәләүенсә, суд приставтарының эшмәкәрлегендә эш хаҡы буйынса бурыстарҙы түләтеү – төп йүнәлештәрҙең береһе. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн был эш суд приставтарының ғына түгел, барлыҡ власть органдарының алдына ла ҡуйылған. 2009 йылдың тәүге яртыһында Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында был категорияға ҡараған 33892 башҡарма документ йыйылған. Суд приставтары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 21876 эшсе мәнфәғәтенә эш хаҡы буйынса 294 миллион һумлыҡ бурыс ҡайтарылған. Йыйылған бурыстарҙы ҡаплау урынына суд приставтары тарафынан 1 миллиард һумлыҡ мөлкәт аресҡа алынған һәм «Росимущество»ның Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк идаралығына һәм махсуслашҡан ойошмаларға тапшырылған, 76,4 миллион һумлыҡ мөлкәт һатылған. Ярты йыл эсендә суд приставтары тарафынан 702 енәйәт эше ҡуҙғатылған, шул иҫәптән 648 енәйәт эше алимент түләүҙән баш тартып йөрөүселәргә тура килә, 54 енәйәт эше – мөлкәт мөнәсәбәттәренә, 35 енәйәт эше опискә йәки аресҡа ҡағылышлы. Кредит бурысын ҡайтарыуҙан баш тартыусы ике кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Енәйәт эштәрен тикшереү һөҙөмтәһендә 699 мең һумлыҡ зыян ҡаплатылған. Суд приставтарының суд эшмәкәрлегендәге тәртипте һаҡлауын да билдәләп үтергә кәрәк. Шулай уҡ суд биналарын һаҡлауҙы тәьмин итеү осоронда 25 атыу ҡоралын, 407 боеприпас, 74 берәмек газ һәм травматик ҡорал, 33 берәмек һалҡын ҡорал, 3 электрошок ҡорамалын, тағы ла тирә-яҡтағыларға зарар килтереүе ихтимал 840 предметты индереү тыйылған. Коллегияла, суд приставтарының эшмәкәрлегенән тыш, ведомство хеҙмәткәрҙәренең биләгән вазифалары менән файҙаланыуға бәйле енәйәттәрҙе иҫкәртеү һәм граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса эште көйләү барышы ла тикшерелде. Вадим ХӘБИРОВ әҙерләне. |