Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Краснодар крайы һәм Ростов өлкәһе губернаторҙарына ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе. Унда әллә күпме ғүмерҙе өҙгән юл-транспорт фажиғәһен Башҡортостан халҡы ла ауыр ҡабул итеүе хаҡында әйтелә. Һәләкәттән зыян күреүселәрҙең туғандарының һәм яҡындарының, тотош край, өлкә халҡының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашыу белдерелә.
Республика дауалау-профилактика учреждениелары 1 – 7 августа үтәсәк Бөтә донъя күкрәк һөтө имеҙеү аҙналығына ҡушылды. Был юлы акция «Күкрәк һөтө имеҙеү – ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә иң ҙур ярҙам. Һеҙ быға әҙерме?» девизы аҫтында үтәсәк. Уның сиктәрендә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында, бала табыу йорттарында, балалар поликлиникаларында «Асыҡ ишектәр» көнө үткәреләсәк, йәш әсә-аталар өсөн «түңәрәк өҫтәл»дәр, семинарҙар, лекциялар ойоштороласаҡ, консультациялар биреләсәк.
Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең БР буйынса төбәк органынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл икенсе квартал һөҙөмтәләре буйынса айлыҡ пенсияның уртаса күләме 4 808 һум тәшкил иткән. Был – былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда пенсияның уртаса күләме 15,5 процентҡа артҡан тигән һүҙ. РФ Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәренән күренеүенсә, әле республикала 1,028 миллион пенсионер иҫәпләнә.
Ауыл хужалығы министрлығында 9 – 12 октябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк «Алтын көҙ» агросәнәғәт күргәҙмәһенә әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының ултырышы үтте. Унда йылдағыса агросәнәғәт комплексы, ауыл хужалығы предприятиелары ҡатнашасаҡ. Күргәҙмә сиктәрендә яңы технологиялар һәм техника тураһында фәнни-ғәмәли конференциялар, илдең аҙыҡ-түлек тауарҙарына конкурс ойоштороласаҡ.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың балалар үҙәге хеҙмәткәрҙәре йәйге каникулда китап һөйөүселәр өсөн асыҡ һауала «Буратино» тип исемләнгән уҡыу залы ойошторҙо. Унда балалар китап уҡып ҡына ҡалмай, шашка, домино уйнай ала. Китап аллеяһы аҙнаһына ике тапҡыр, шишәмбе һәм кесе йома көндәре, 15 – 17 сәғәттәрҙә баш ҡаланың Менделеев урамы, 203-сө йорт адресы буйынса эшләй, ата-әсәләргә оҡшай ҡалһа, әлеге уҡыу залы көн һайын эшләйәсәк.
Башҡортостандың банк секторы ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында банк карталары буйынса – беренсе, подразделениелар һаны йәһәтенән – икенсе, физик шәхестәрҙе кредитлау йүнәлешендә бишенсе урын яуланы. Беҙҙә банк селтәре ныҡ үҫешкән. Июль башына Башҡортостанда 71 кредит ойошмаһы булһа, шуларҙың уныһы – республиканыҡы.
1 августа Башҡортостанда «Донорҙар шәмбеһе» Бөтә Рәсәй донорҙар акцияһы үтәсәк. Был көндө һау-сәләмәт кешеләргә ҡан бирергә мөмкин. Ә һаулыҡ һаҡлау органдары һәм учреждениелары етәкселәре, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ҡан биреү станциялары баш табиптары донорҙарҙы ҡабул итеү ойоштора. Рәйлә КҮСЕМХАНОВА әҙерләне. |