Аҡрын барһаң, алыҫ китерһең.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Мәҙәктәр
» «Бельские просторы» журналы зыялыларҙы йыйҙы
» Штаб булдырылды. Һайлау – 2008
» Йәшенле йәшлек
» Янылыктар
» Осрашайыҡ, бөрйәндәр!



Сәскәләргә иғтибар бирегеҙ! Яңылыҡтар » Иғтибар
Тирә-яҡ мөхитте яҡлайыҡ һәм һаҡлайыҡ!
Сәскә – үҫемлектең йылмайыуы ул.
Петер Хилле.
Уларҙың һәр береһе ниндәйҙер мәғәнә аңлатҡанлығы күптәргә билдәле. Шуға күрә кешегә сәскә бүләк итерҙән алда уның тәғәйенләнешен белеү бер ҙә зыян итмәҫ, айырыуса ошо гүзәл йәйге көндәрҙә. Тик ҡатындарға ғына бирелә торған сәскәләр була, уны йәш ҡыҙҙарға бүләк итергә ярамай. Быны белмәгәндәрҙең уңайһыҙ хәлдә ҡалыуы мөмкин. Мәҫәлән, бәр-хәтле рауза балалар нәзәкәтлеген, ағы – эскерһеҙлекте, алһыу төҫ-тәгеһе яңы атып килгән йәшлекте аңлата. Уларҙың барыһы ла тик ҡыҙҙарға ғына хас, шуға күрә өлкән йәштәге ҡатындарға бүләк итеү көлкө һәм аңһыҙлыҡ булыр ине. Һары рауза – ир һәм ҡатын мөхәббәтенең эмблемаһы. Персик һәм һары төҫтәге сәскәләр кейәүгә сыҡҡандарға ғына килешә.
Ә хәҙер һәр бер сәскәнең ниндәй мәғәнә аңлатыуына ентекләберәк туҡталайыҡ.
Астра – серлелек ишараһы.
Бәрхәт сәскәһе – үлемһеҙлек.
Күк сәскә – ябайлыҡ, наҙлылыҡ.
Вербена (декоратив үҫемлек) – хәйләһеҙ, йомшаҡ күңелле.
Арса (вереск) – яңғыҙлыҡ.
Сырмалсыҡ – үҙһүҙлелек, ныҡышмалылыҡ.
Ҡәнәфер (тау) – яйлама!
Ҡәнәфер (ҡытай) – ерәнеү тойғоһо.
Ҡәнәфер (ялан) – үҙ иркең менән ҡаршы булыу, ризалашмау.
Ҡәнәфер (аҡ, баҡсаныҡы) – осрашыу хаҡында уйҙарҙа ғына йыуаныу.
Ҡәнәфер (ҡыҙыл) – ялҡынлы, ҡайнар мөхәббәт.
Ҡәнәфер (бәрхәтле) – үҙенсәлекле талант.
Георгин – яңылыҡ.
Герань – үҙһүҙлелек, еңмешлек.
Гиацинт – әүәҫлек, һәләтлек.
Гортензия – ғүмерлек мөхәббәт.
Йәсмин – дуҫлыҡ менән ҡәнәғәт булыу.
Камелия – баҫалҡылыҡ, ихтирамға лайыҡ хеҙмәт күрһәтеү.
Урман ҡыңғырауы – даимилыҡ, тотороҡлоҡ, үҙгәрмәүсәнлек.
Лаванда – ҡайнар булыу, тырышлыҡ, дәрт.
Ынйы – серле һөйөү.
Аҡ лилиә – гонаһһыҙлыҡ, ғәйепһеҙлек.
Мәк (бәрхәтле) – йоҡоло булыуҙы аңлата.
Мәк (ялан) – аңһыҙлыҡ, аңралыҡ.
Мальва (тырнаҡ гөл) – һалҡын йөрәкле матурлыҡ.
Мимоза – һаҡ булыусанлыҡ.
Нәркәс (аҡ) – йыуашлыҡ, баҫалҡылыҡ.
Нәркәс (һары) – үҙ-үҙеңде яратыу.
Настурция – ялҡынлы һәм ҡайнар һөйөү.
Күгәрсен күҙе – минең хаҡта иҫлә!
Умырзая – мөхәббәттең тәүге ҡарашы.
Рауза (аҡ) – паклыҡ.
Рауза (һары) – хыянатсы, ҡылансыҡ.
Рауза (бәрхәт) – матурлыҡ ме-нән һоҡланыу.
Рауза (ҡуйы ҡыҙыл) – һаулыҡ.
Рауза бутоны – һөйгән йәр, яратҡан кеше.
Ромашка – күрә алмау.
Миләш ботағы – буйһоноусанлыҡ.
Сирень – ташлап кителгән.
Ләлә – мөхәб-бәтеңде белдереү, аңлашыу.
Миләүшә сәскәһе (аҡ) – йөрәктең таҙа, эскерһеҙ булыуы.
Бына шулай, һәр сәскә үҙенә күрә ниндәйҙер бер мәғәнәгә эйә. Бынан тыш, гөлләмә бүләк итер алдынан нисә сәскәнән торғанлығына ла иғтибар итергә кәрәк. Ғәҙәттә, таҡ һандарҙан торған букеттар эшләнә.
Төрлө сәскәләрҙән эшләнгән гөлләмәләр үҙенең сағыулығы, хуш еҫле һәм бай булыуы менән йәлеп итә. Әммә ҡайһы бер сәскәләрҙе икенселәре менән бергә ҡушып ултыртыу уларҙың торошона ыңғай йоғонто яһамай, тиҙ һулыуға алып килә. Мәҫәлән, бер вазаға ҡуйылған сәскәләрҙе рауза гөлө тиҙ шиңдерә; ҡуйы-ҡыҙыл төҫтәге раузалар сәй раузаһын тиҙ үлтерә. Лилиә, ҡәнәфер, нәркәс үҙ-ара ғына яҡшы һаҡлана. Ләлә менән бергә ынйы сәскәне урынлаштырһаң, икеһе лә оҙаҡ ултырмаясаҡ. Һары примула (кәкүк емеше) икенселәренә насар йоғонто яһай. Орхидея ла башҡалар менән бергә йәшәй алмай.
Ҡайһы берҙәрен ҡушыу, киреһенсә, бик яҡшы һөҙөмтә биреп, бер-береһенең ғүмерен оҙайтырға булышлыҡ итә. Әйтәйек, кипарис ботаҡтары, туя (сауыр, мәңге йәшел ылыҫлы ҡыуаҡ) йәки ярангөлдө вазаға бергә ҡуйыу һәйбәт буласаҡ. Йәсминдең бер нисә ботағы ынйы сәскәне оҙағыраҡ һаҡларға мөмкинлек бирә һәм хуш еҫлерәк итә. Ынйы менән күгәрсен күҙе лә татыу йәшәй. Лилиә һәм раузалар бер-береһенә ыңғай йоғонто яһай. Бына ошоларҙың барыһын да белеү, уларҙың мәғәнәләренә иғтибар итеү, гөлләмә төҙөгәндә йәки айырым сәскәләр бүләк иткәндә барыһын да иҫәпкә алып эш итеү сәскә үҫтереүселәргә лә, уларҙы бүләк итеүселәргә лә ҡамасауламаҫ. Ә дөрөҫөн генә әйткәндә, сәскәләрҙе өҙмәй, үҫкән ерендә һаҡлау – иң яҡшыһылыр. Улар бит күҙҙәрҙе һоҡландырыр, күңелдәрҙә матурлыҡ тойғоһо уятыр өсөн яратылған. Бер нисә көн һыуҙа ултыртып, аҙаҡтан һулыған сәскәләрҙе барыбер ташлайбыҙ. Емеш биргән ағас-ҡыуаҡтар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Саф ҡарҙай һәм туй күлдәгендәге йәш кәләшкә оҡшаған алма, муйыл ағастарын ихласлап һындырабыҙ шул. Ә бит был матурҡайҙар оҙағыраҡ ултырыр, орлоҡтарын таратып, икенсе йылына тағы ла күберәк сәскә атыр һәм емеш бирер ине.
Үкенескә күрә, ололарҙан: Хәҙер элекке кеүек ялан-болондар шау-сәскәгә күмелеп ултырмай. Нишләптер улар йылдан-йыл кәмей бара, – тигәнде ишеткәнебеҙ бар. Ысынлап та, был күренеш борсоуға һала. Ҡыҙыл китап йылдан-йыл ҡалыная һәм ундағы исемлек артып, тулылана бара. Тәбиғәтебеҙ һаҡлауға һәм яҡлауға мохтаж. Әгәр ҙә оло быуын кешеләре үҙҙәренең бала сағында, йәшлек йылдарындағы тирә-яҡ мөхитте бик маҡтап, күҙҙең яуын алырлыҡ матур булды, тип һөйләһә, беҙ киләсәк быуынға ниндәй мираҫ ҡалдырырбыҙ икән? Һауа шарттарының үҙгәреүсән булыуы бар тереклекте юҡҡа сығармаҫмы? Заманса технологиялар тип сабып, үҙебеҙ ҙә артыҡ хилафлыҡ ҡылмайбыҙмы икән? Хаталарҙы ваҡытында төҙәтергә, Ер-әсәбеҙҙе хөрмәтләргә һәм йылы ҡарашта булырға, булғанды исраф итмәҫкә ине.
Земфира ТАҺИРОВА.
Баймаҡ ҡалаһы.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 30 июля 2009 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Янылыктар
  • Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Кү ...
  • Тәгәрмәс ял иткәндә
  • Тылдағы батырлыҡ
  • Асарбаҡҡа хәйер бирергәме?
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru