Йән биргәнгә йүн биргән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дайджест
  • [b]УЛАРҘЫ «ХӘҮЕФҺЕҘ ТӘГӘРМӘС» САҠЫРҘЫ[/b]
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • [b]Ҡымыҙсы әбейем[/b]
  • Хәүефһеҙлек – төп бурыс
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Махсус хеҙмәттәр хаттарҙы һәм посылкаларҙы суд ҡарарынан тыш тикшерә аласаҡ Яңылыҡтар

    Коммуникатив бәйләнеш министрлығының «Оператив эҙләү сараларын үткәреү өсөн почта бәйләнеше селтәренә һәм сараларына ҡарата талаптарҙы раҫлау тураһында»ғы 65-се бойороғо көс хеҙмәткәрҙәренә һәр хатты һәм посылканы асып ҡарау хоҡуғын бирә. Быларҙың барыһы ла, әлбиттә, беҙҙең хәүефһеҙлек өсөн эшләнә. Посылка эсендә наркотиктар, шартлатҡыс була ҡалһа? Ә конверт эсендә терактҡа әҙерлек тураһында хәбәр булһа?

    авторы: Нур | 21 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    СӘБӘПТӘРЕ БИЛДӘҺЕҘ Яңылыҡтар

    19 июлдә Афғанстандың Кандагар ҡалаһында Рәсәйҙең «Вертикаль – Т» авиакомпанияһына ҡараған Ми-8 вертолеты һәләкәткә осрай.
    Һәләкәт һөҙөмтәһендә бортта булған егерме бер кешенең ун алтыһы шунда уҡ һәләк булған, ҡалған бишеһе ауыр яраланған, араларында Рәсәй граждандары ла бар.

    авторы: Нур | 21 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Башҡортостанда йәшәүсе Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарын күңелле ваҡиға көтә – байрамдары алдынан популяр «Ростов» төркөмө сығыш яһаясаҡ. «Десант дуҫтарын саҡыра» тип исемләнгән тәүге концерт Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайында 30 июлдә үтәсәк. Төркөм иртәгәһенә – Яңауылда, 1 августа – Ишембайҙа, ә 2 августа Стәрлетамаҡта сығыш яһаясаҡ.

    авторы: Нур | 21 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Үҙең эшләп тапҡан мал ҡәҙерлерәк» Яңылыҡтар

    Йәйге ял – 2009
    йәки Ауыл балалары каникулды бушҡа уҙғармай
    ЙәйҘЕҢ бер көнө ҡышты туйҙыра, ти халыҡ мәҡәле. Сағыу ҡояшлы йәмле йәй көндәрендә ҡул ҡаушырып өйҙә ятыу килешмәй шуға ла. Тәбиғәт ҡосағына сығып, күңелле ял да итеп, файҙалы эш тә башҡарып өлгөрөргә була. Гәзитебеҙҙең йәш дуҫтары Илүзә һәм Луиза Юлъяҡшиналар менән Йәҙгәр Хисмәтуллин һымаҡ, мәҫәлән.

    авторы: Нур | 21 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Турист һуҡмаҡтары алып бара Баймаҡҡа Яңылыҡтар » Спорт

    Баймаҡ районының Ғәҙелша шарлауығында Йәштәрҙең
    башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналған спорт туризмы буйынса республика чемпионаты үтте
    Турист һуҡмаҡтары алып бара Баймаҡҡа

    авторы: Нур | 21 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тауға әйҙәй Батыр ағай ---

    БеҘ төрлөбөҙ. Төрлө кеше бар донъяла. Былар тураһында йөҙәр мәртәбә әйтелгән, яҙылған, әммә Батыр ағай Иҫәнсурин тураһында һөйләргә йыйынғас, ошо һүҙҙәрҙе тағы иҫләнем. Сөнки бик һирәк осрашһаҡ та, ағай гел берәй нәмә менән аптырата, мин белмәгәнде һөйләп китә.

    авторы: Нур | 21 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Асарбаҡҡа хәйер бирергәме? ---

    йәки Яңылыш аҙымдан тыйылайыҡ!
    Салт аяҙ, йәмле йәй көнө. Иртә әле. Ҡаланың үҙәгендә тормош ҡайнай. Кешеләр эшкә ашыға... Улар төрлө-төрлө. Әммә ошо йәмғиәттә бөтәһенең дә иғтибарын тартып, ытырғаныс тойғоһо тыуҙырған, ябай кешеләрҙән айырылып торған, йәшәр һәм эшләр урыны булмаған кешеләр, халыҡ теле менән әйткәндә, бомждар (асарбаҡтар) бар.

    авторы: Нур | 21 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һәләтле етәксе, тәжрибәле табип ---

    Бар ғүмерен медицина өлкәһен үҫтереүгә бағышлаған хеҙмәт ветераны Радик Богдановтың хеҙмәте ҙур хөрмәткә лайыҡ
    Теге йәки был өлкәнең хөрмәтле кешеләре, дан ҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре, арҙаҡлы шәхестәре була. Улар һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, уның бар нескәлектәрен тойомлап, хеҙмәт иткән өлкәһен ғүмер буйы өйрәнә, был йәһәттән үҙ белемен камиллаштыра һәм һөҙөмтәлә юғары баһаға, ҙур маҡтауҙарға лайыҡ изге эштәр башҡара. Бар ғүмерен медицина өлкәһен үҫтереүгә арнаған Радик Ғарифулла улы Богданов тап шундайҙарҙан, тип һис икеләнмәй әйтергә мөмкин.

    авторы: Нур | 21 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru