Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең йөрәге тыныс.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • МАШИНАҒА ЛА ЭҪЕ
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • АТТАР ДОНЪЯҺЫНДА
  • Тағы төштәргә ҡайта әйләнеп
  • Октябрь (Ҡарасай)
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Табип булырға теләһәң Мәғәриф

    Табип булырға теләһәң
    Ҡайҙа уҡырға барырға? Ниндәй һөнәр һайларға? Уҡыу йорттары ниндәй яңы һөнәрҙәр тәҡдим итә? Ниндәй уҡыу йорттарына конкурстан үтеүе еңелерәк? Уҡырға ингәндә кемдәргә ниндәй ташламалар ҡаралған? Бөтә уҡыу йорттарында ла БДИ һөҙөмтәләре ҡабул ителәме? Кемдәр БДИ тапшырмаған, улар ҡасан, ниндәй имтихан тапшырырға тейеш? Мәктәпте тамамлаусы һәр уҡыусыны бөгөн ошондай һорауҙар борсой. Дөрөҫ, быйылғы сығарылыш синыф уҡыусыларына уҡырға инеүе еңелерәк булыр, тип фаразларға мөмкин. Сөнки, билдәле булыуынса, мәктәпте тамамлаусылар һаны йылдан-йыл әҙәйә бара, ә уҡыу йорттарына ҡабул итеү планы шул килеш һаҡлана. Быйыл, мәҫәлән, Рәсәй мәктәптәрен 950 мең уҡыусы тамамлаһа, вуздарҙа бюджет урындары – 527 мең, тағы ла 700 мең кеше түләүле бүлектәргә уҡырға инә ала.

    авторы: Нур | 2 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәгәрмәс ял иткәндә Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Яңыраҡ ҡына үҙенә Тойота машинаһы һатып алған ир ҙур тиҙлек менән елдерә. Ҡапыл ул Тиҙлекте кәмет – 50 км тигән яҙыуҙы күреп ҡала. Бында тыйыусы тамға ҡуйырға тейештәр ине бит. Ул булмағас, тимәк, ниндәйҙер етди бер нәмә бар, – тип уйлай ҙа, тиҙлекте сәғәтенә 50 километрғаса кәметеп, юлын дауам итә. Артабан Тиҙлекте кәмет – 20 км тигән яҙыуҙы күреп ҡала. Был юлы ла тиҙлеген кәметә. Ярты сәғәттән Тиҙлекте кәмет – 10 км тигәне күҙенә салына. Донъяла барыһын да эттән-эткә һалып һүгеп, ул тағы ла яйлай. Бер сәғәттән уны шундай яҙыу ҡаршы ала: юл буйындағы Тиҙлекте кәмет! ресторанына рәхим итегеҙ!.

    авторы: Нур | 2 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәүефһеҙлек – төп бурыс ---

    Хәүефһеҙлек – төп бурыс
    Халыҡтың килеме, йәшәү кимәленең күтәрелә барыуы автомобилдәргә ихтыяжды арттыра. Автомобиль сауҙаһының үҫешенә кредит мөмкинлектәренең киңәйеүе лә ярҙам итә, ҡулланыусылар яҡшыраҡ машиналар һатып ала. Рәсәйҙә, үҙебеҙҙең танылған маркаларҙы етештереүҙән тыш, сит ил машиналарын йыйыусы заводтар ҙа ишәйә.

    авторы: Нур | 2 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ир, ер һәм ғаилә Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Ир, ер һәм ғаилә
    Йәмғиәттең торошо айырым ғаиләләрҙең көнитмешендә сағыла. Шуға ла ғаиләнең именлеге һәр ваҡыт дәүләттең иғтибар үҙәгендә. Кеше ниндәй генә урындарҙа эшләһә, йәшәһә лә, ғаиләле булырға, яҡындары менән бергәләп, бәхетле йәшәргә ынтыла.
    Тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының доценты Венера Нәжип ҡыҙы МОРАТОВА менән башҡорт ғаиләләре, ғаилә йолалары хаҡында әңгәмәләштек.

    авторы: Нур | 2 июля 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Борсолма! Сәләмәтлек

    Үткән быуатта билдәле АҠШ докторы О. Гобер иҫ киткес һығымтаға килә. Уның билдәләп үтеүенсә, дауаханаға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән ауырыуҙарҙың 70 проценты, ҡурҡыу һәм борсолоу тойғоһонан арынған хәлдә, үҙ-үҙҙәрен дауалай алыр ине. Бындай сирҙәргә нервы ерлегендә барлыҡҡа килгән ашҡаҙан эшләмәү, ашҡаҙандың сей яраһы, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, йоҡоһоҙлоҡ, баш ауыртыу, инфаркт, ҡан баҫымы күтәрелеүҙең һәм фалиж һуғыуҙың бер нисә төрө инә

    авторы: Нур | 2 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҙур спорт тирәләй Яңылыҡтар » Спорт

    Ҡапҡасы ҡапҡасының хәлен «аңлай»...
    Мәскәү «Локомотив»ының икенсе командаһында уйнаусы, заманында билдәлелек яулаған ҡапҡа һаҡсыһы Руслан Ниғмәтуллин, сираттағы осрашыуҙа хаталанып, дәғүәсенең ҡапҡасыһынан гол үткәртә. Череповец ҡалаһының «Шексны» командаһының уйынсылары күпләп йәрәхәт алыу сәбәпле, уларҙың береһен ҡапҡа һаҡсыһы алмаштырырға мәжбүр була. Осрашыу мәлендә Русландың ҡапҡа зонаһынан алыҫыраҡ сығыуын уйынсы футболкаһын кейгән ҡапҡасы оҫта файҙалана һәм көтмәгәндә уңышҡа өлгәшә. Уйын 1:1 иҫәбенә тамамлана. Шулай итеп, ҡапҡасы ҡапҡасыны хафаға һала.

    авторы: Нур | 2 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru