Бейә эштә йөрөп тирләһә, ҡолон бушҡа йөрөп тирләй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Уҡыуға түләгән аҡсаны нисек ҡайтарырға?
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • Алсаҡ кеше ул еңгәбеҙ
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ВЕРТОЛЕТТА ҠАСАЛАР Яңылыҡтар

    ВЕРТОЛЕТТА ҠАСАЛАР
    Бельгияның Брюгге ҡалаһындағы төрмәнән өс енәйәтсе ҡасҡан.
    Шуныһы хәүефле – уларҙың бөтәһе лә йәмәғәтселек өсөн ҙур ҡурҡыныс тыуҙырған, ауыр енәйәт ҡылған кешеләр.
    Улар иң тәүҙә турист вертолетын урлаған һәм шул вертолетта 20 километр үткәндән һуң, «Мерседес»ҡа «айыу майы һөртөп», Остенде ҡалаһына табан киткән. Иң аптыратҡаны шул – енәйәтселәр ҡасҡан ваҡытта төрмә һаҡсыларына ҡаршы бер ниндәй ҙә көс ҡулланмаған, ысын мәғәнәһендә «рәхәтләнеп» кенә ҡасҡан.

    авторы: Нур | 25 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов таможня хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан таможняһы ойошторолоуҙың 20 йыллығы менән ҡотланы. Тәбрикләүҙә ул Башҡортостан таможняһының Рәсәй федераль таможня хеҙмәте системаһында лайыҡлы урын биләп, ҡеүәтле структураға әйләнеүен билдәләй. Коллективҡа, хеҙмәт ветерандарына һаулыҡ, именлек, Ватанға хеҙмәт итеүҙә уңыштар теләй.

    авторы: Нур | 25 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фәһемле лә, күңелле лә үтте ---

    М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенттары фольклор экспедицияһында йөрөп ҡайтты
    БашҠорт ауыҙ-тел ижады – халҡыбыҙҙың күңел түрендә быуаттар буйы һаҡланып килгән һәм уның тарихын, тормош-көнкүрешен сағылдырған гүзәл хазина. Был мираҫ борон-борондан халыҡтың рухи донъяһында мөһим урын биләп торған һәм быуындан-быуынға, телдән-телгә изге аманат итеп тапшырыла килгән.

    авторы: Нур | 25 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ ---

    Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт урта мәктәбе янындағы «Көрәш һәм фольклор» профилле «Үҫәргән» лагерында 35 уҡыусы ял итте
    Тәрбиәселәр Реналь Мәмбәтов, Гөлниса Бикбова, Таңһылыу Байтимерова, Факил Ҡадаевтар уҡыусыларҙы ихлас ҡаршы алды.

    авторы: Нур | 25 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Атың булһа, ил таный ---

    Атың булһа, ил таный
    Йылҡысылыҡ – халҡыбыҙҙың матди һәм рухи мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө
    Олатайымдың һөйләүенә ҡарағанда, Хәмзә бабай әлеге сысҡан һыртлы айғыры менән тағы ла бер егетлек эшләгән. Ауылдан 2 – 3 саҡрымда Илектеғыр тигән тау бар. Шуның төньяҡ-көнбайыш бите ғәжәп текә, йәйәү күтәрелеүе лә ситен. Кем менәндер бәхәс итеп, Хәмзә бабай шул текә тауға сабып менгән. «Үәт, ниндәй аттар булған борон», – тип бөтөрә торғайны, ғәҙәттә, хикәйәтен олатайым.

    авторы: Нур | 25 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Үҙ йортоң» шәп! Яңылыҡтар

    «Үҙ йортоң» шәп!
    Бер нисә ай элек республикала аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшөнә иҫәпләнгән «Үҙ йортоң» республика программаһы старт алды. Оҙаҡ йылдар торлаҡҡа сиратта тороусыларҙы бәхетле итеү менән бер рәттән, әйтеп аңлатҡыһыҙ ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы ул. Программала ҡатнашыу хоҡуғы кемдәргә бирелә? Төҙөлөш күпмегә барып баҫа? Программа нисә йыл эшләйәсәк? Һорауҙар бының менән генә сикләнмәй.
    «Үҙ йортоң» шәп!

    авторы: Нур | 25 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дәүләт теленең йылъяҙмаһы Башҡортостан

    Әҙәби тел нормаһында Ҡыуаҡан һөйләшенең иң колоритлы үҙенсәлеген һаҡлап ҡала алыу менән генә «ҡыуаҡансылар» тынысланып ҡала алмаған һымаҡ. Улар тағы ла ҙурыраҡҡа өмөт иткәндәй. Ул хаҡта С. Мирас: «Беҙҙең «ҡыуаҡансы» иптәштәр... «Яңы әлифба» тирәһендә уҡмашып, үҙ маҡсатына өлгәшә алдылар», – тип яҙа «Белем» журналында (1927, 12-се һан).

    авторы: Нур | 25 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә ---

    Тарих менән  киләсәкте бәйләй шәжәрә
    Әбйәлил районының Туйыш ауылында дан итеп шәжәрә байрамын үткәрҙеләр
    Туйышта йыр-моңһоҙ ара юҡ, ахыры. Ҡунаҡсыллыҡ өлгөһө күрһәткән сираттағы тирмә янында етмеш ике йәшлек Әмирхан Шаһимәрҙәнов башҡорт халыҡ йырын башҡарып, күңел ептәрен сыңлатты. Шуға ауаздаш булғандай салғы тауышы яңғыраны: тимерсе Нил Ғәлиәкбәров улы Вәсил менән һәүетемсә генә салғы тапаны...

    авторы: Нур | 25 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru