Күпкә китһә, сүпкә китә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Улар Көнбайышты шаулата
  • Республика көнөнә әҙерлек башланды
  • Дини белем кәрәк
  • Иртәгә – Төҙөүселәр көнө
  • Йырып сыҡҡыһыҙ түгел!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ҠОЯШҺЫҘ 7 МИНУТ Яңылыҡтар

    22 июлдә иртән Ер шарында XXI быуаттың иң оҙайлы ҡояш тотолоуы күҙәтелде.
    Планетабыҙға төшкән айҙың күләгәһе 200 саҡрым самаһы тәшкил иткән. Тәүгеләрҙән булып ҡараңғылыҡ Һиндостандың көнбайыш райондарын ҡаплап ала, һуңынан күләгә Азия ҡитғаһы буйлап, Японияға һәм Тымыҡ океан утрауҙарына йүнәлә. Ҡояш тотолоуынан төшкән күләгәнең һуңғы нөктәһе Көньяҡ Америка ярҙарына тура килә. Был тәбиғәт күренеше ҡайһы бер илдәрҙә туристар ағымына булышлыҡ иткән, ә ҡояшҡа ҡарау күҙлектәре һәм йондоҙнамәләр бер нисә көнгә бик үтемле тауарға әйләнгән.

    авторы: Нур | 23 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Екатеринбург ҡалаһы мэрынан хат килде. Унда Аркадий Чернецкий Башҡортостан делегацияһының Екатеринбургта һабантуй милли-мәҙәни байрамында ҡатнашыуы уңайынан рәхмәтен еткерә. Үҙ-ара дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек артабан да нығынырына ышаныс белдерә.

    авторы: Нур | 23 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Атың булһа, ил таный ---

    Атың булһа, ил таный
    Йылҡысылыҡ – халҡыбыҙҙың матди һәм рухи мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө
    Малайға өс йәш. Хәйер, ул инде малай түгел, ул – егет. Егет бөгөн тәү башлап атҡа менә.
    Шакирйән ағай теҙгенде ат муйынына ташланы ла, малайын күтәреп, аттың үндекһеҙ-эйәрһеҙ арҡаһына ултыртты. «Теҙгенде ныҡ, ҡыҫҡа тот. Ҡурҡма, ҡолап төшһәң дә, ат баҫмаҫ, ҡыу», – һыбайлы сабый, хәйер, быларын ғына белә ине инде.

    авторы: Нур | 23 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Асылына ҡайтты Үтәғол ---

    Асылына ҡайтты Үтәғол
    Тарихтан
    Ҡасандыр, ярты быуат үткәнме, әллә сирек быуатмы – бәлки, беҙҙең көндәргә лә ауаздаштыр был хәл-ваҡиға, Урта Азиянан ҡайтып: «Мә, алма – бир картуф!» – тип илаған, ти, бер әҙәм балаһы. Иленән һөрөлгәндерме, әллә ҡотолоу сараһынан ситтә йән аҫрағандырмы – әммә был турала тарих өндәшмәй.

    авторы: Нур | 23 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә ---

    Тарих менән  киләсәкте бәйләй шәжәрә
    Әбйәлил районының Туйыш ауылында дан итеп шәжәрә байрамын үткәрҙеләр
    Йылға ярындағы матур, ыҡсым ғына ялан ҡырмыҫҡа иләүенән былайыраҡ ҡайнап тора: балалар йүгерешә, өләсәй-олатайҙар туйтаңлай, ир-ҡатындар ҡайҙалыр ашыға – Әбйәлил районының Туйыш ауылында Шәжәрә байрамы үткәрелә! Табандарҙы ҡысыттырып, күңелле көйҙәр бер-береһен алыштыра ғына, ә һауаға таралған тәмле еҫтәр һуң!

    авторы: Нур | 23 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мең һөнәрле Йөҙбикә Яңылыҡтар

    Мең һөнәрле Йөҙбикә
    Үҙе тракторсы ла, гармунсы ла,
    «Йәшлек»те яратыусы ла
    Элек-электән ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр менән бер рәттән эшләгән. Илеш районынан Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, тракторсы, оҫта гармунсы Йөҙбикә Миңлебаева нәҡ шундайҙарҙың береһе.

    авторы: Нур | 23 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дәүләт теленең йылъяҙмаһы Башҡортостан

    Йыйынтыҡтағы документтарҙан күренеүенсә, партия өлкә комитетында үткәрелгән кәңәшмә башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ эш итеү өлкәһен киңәйтеүҙә мөһим роль уйнай. Кәңәшмәнән һуң өс көн үтте тигәндә, 15 декабрҙә БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы башҡорт телен тормошҡа ашырыусы Үҙәк комиссияның составын раҫлай. Бындай комиссияны ойоштороу хаҡында 1923 йылдың 18 февралендә ҡабул ителгән декрет бар ине инде.

    авторы: Нур | 23 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һаулыҡтың әhәмиәте электән килә ---

    Һаулыҡтың әhәмиәте электән килә
    Һәр кем hөнәрен hаулыҡ hаҡлауға бәйләмәhә лә, уны hаҡлау – был донъяла hәр беребеҙҙең мөhим бурысы. Шуға ла халҡыбыҙ борондан, hаулыҡ – ҙур байлыҡ, тип әйтә килгән. Хан hарайҙарында йәшәhәң дә, hаулыҡҡа мохтаж булһаң, зиннәттәрең тойолмаҫ. Байлыҡты һаҡлаһаҡ та, ҡайһы саҡта фәҡәт шул һаулыҡ тигәне онотола яҙып ҡуйыла, ҡаҡшағанын белдерә башлағас ҡына иҫкә төшә. Үҙең иҫән-һау булғанда донъяң бөтәйеп киткәндәй, етди мәшәҡәттәр ваҡ мәсьәләләй тойола, кемгәлер ниҙер эшләүҙә ярҙамың да тейә.

    авторы: Нур | 23 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru