Башта уйла, унан эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Уҡыуға түләгән аҡсаны нисек ҡайтарырға?
  • Яңы штрафтар кемдәргә ҡағыла?
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • БР Журналистар союзы идаралығы,
  • Республика көнөнә әҙерлек башланды
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • СИК БУЙҘАРЫ ҺАҠЛЫ БУЛҺА, Башҡортостан


    СИК БУЙҘАРЫ ҺАҠЛЫ БУЛҺА,Аҡъяр ауылында Башҡортостан райондары менән Ырымбур өлкәһе буйынса Федераль именлек хеҙмәтенең сик буйын һаҡлау идаралығы араһында хеҙмәттәшлек һәм шефлыҡ бәйләнештәрен булдырыу тураһында килешеү төҙөлдө
    Тарихтан билдәле булыуынса, Башҡортостан үҙ ирке менән Рус дәүләте составына ингәс, килешеү шарттарына ярашлы, башҡорт халҡына илебеҙҙең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен күсмә тормош алып барыусы күрше феодалдарҙан һаҡлау бурысы йөкмәтелә. Ата-бабаларыбыҙ был изге бурысҡа яуаплылыҡ менән ҡараған һәм уны оло намыҫ менән үтәгән. XIX быуаттың 60-сы йылдарына тиклем башҡорттар Рәсәй дәүләтенең Каспий диңгеҙенән Омскиға тиклем көнсығыш сиктәрен һаҡлаған.

    авторы: Нур | 1 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дәүләт ярҙамы төпһөҙ түгел Яңылыҡтар

    Дәүләт ярҙамы төпһөҙ түгел
    ЙӘКИ Нисек ИТЕП ТАБЫШЛЫ ҺӘМ ЮҒАЛТЫУҺЫҘ ЭШЛӘРГӘ?
    БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ ярты йыл йомғаҡтары буйынса киңәйтелгән коллегия ултырышы үткәрҙе.
    Идаралыҡ етәксеһе Эдуард Юлдашев, киңәйтелгән ултырышты асып, бөгөнгө һөйләшеү эш һөҙөмтәләрен барлау ғына түгел, ә иң элек йүнәлештәр билдәләп, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә, саралар күрергә ярҙам итер, тигән ышаныс белдерҙе.

    авторы: Нур | 1 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Анонс! Яңылыҡтар » Иғтибар

    «Йәшлек» гәзите уҡыу йорттарын тамамлап, ауылдарға эшкә ҡайтыусы йәштәр менән артабан да тығыҙ бәйләнештә буласаҡ. Яҡын киләсәктә уларҙың эш шарттары, көнитмеше менән урындарға барып танышасаҡбыҙ. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, ә һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ – ауылға эшкә, йәшәргә ҡайтҡан йәштәрҙе ниндәй проблемалар борсой, нимәләр ҡыуандырыуы хаҡында яҙығыҙ!

    авторы: Нур | 1 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көрсөк булһа ла эш дауам итә Яңылыҡтар

    Конгресс-холда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышы үтте
    Унда 2009 йылдың тәүге яртыһында республиканың сәнәғәт, агросәнәғәт комплексы, төҙөлөш, транспорт, элемтә һәм социаль өлкәһенең эш һөҙөмтәләре ҡаралды.
    Киңәйтелгән ултырышты БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев асты, төп доклад менән БР сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров сығыш яһаны.

    авторы: Нур | 1 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар ---

    ЭСЕҮ ҠИММӘТКӘ ТӨШӘСӘК
    Хәҙер дәүләт спирт акциздарына пошлина түләү системаһына яңылыҡтар индерәсәк, шулай уҡ дарыуҙарҙың хаҡын билдәләү схемаһы ла айырым иғтибарға алынасаҡ.
    Эксперттар билдәләүенсә, яңылыҡтар индереү менән, араҡы ҡиммәтләнәсәк, әммә уның сифаты күтәреләсәк. Ә бына дарыуҙарға килгәндә, уларҙың хаҡы кәмейәсәк, әммә ҡайһы бер таблеткаларҙың дефицитҡа әйләнеүе ихтимал. Акциздар өсөн түләүҙең тәртибен үҙгәртеү баҙарҙа легаль булмаған спиртлы эсемлектәрҙең кәмеүенә килтерә, тимәк, бюджетҡа килем артығыраҡ инәсәк.

    авторы: Нур | 1 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    БР буйынса баш дәүләт санитар табип Роберт Тәкәев туроператор эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға айырым бойороҡ ҡабул ителгәнгә тиклем сит илгә барыу өсөн балалар төркөмдәре ойоштороуҙан тыйылып тороуҙарын һорап мөрәжәғәт итте. Мөрәжәғәттә, бындай саралар балаларҙың сирләүен иҫкәртеү һәм Башҡортостан Республикаһы халҡы араһында пандемик грипп осраҡтары таралыуға юл ҡуймау өсөн кәрәк, тиелә. «Роспотребнадзор»ҙың БР буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 29 июлгә Рәсәй Федерацияһында A/H1N1киҙеүе менән сирләгән 28 осраҡ теркәлгән, Башҡортостан Республикаһында әлегә сирләүселәр юҡ.

    авторы: Нур | 1 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәштәр ауылға ҡайта! Башҡортостан

    Йәштәр ауылға ҡайта!
    Ә уларҙы нимә көтә?
    УҠыу йортон тамамлап, ауылға эшкә ҡайтҡан йәштәргә эш хаҡына өҫтәп түләнәсәк аҡса тураһында яҙғайныҡ инде. Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың Указы менән, урта уҡыу йортон тамамлағандан һуң ауылға ҡайтҡан йәш белгес – ай һайын дүрт мең, ә инде юғары уҡыу йортон тамамлағандар етешәр мең һум аҡса аласаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы – йәштәргә был аҡса, эш хаҡы ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, өҫтәмә итеп бирелә.

    авторы: Нур | 1 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тормоштоң тәмен-йәмен белеп йәшәй Яңылыҡтар

    Борғоланып-борғоланып тау йылғалары аға. Кеше яҙмышы ла бормаланып аҡҡан йылғаға оҡшаған. Хоҙай кеше алдында ниндәй генә ауырлыҡтар ҡуйып һынамаһын, ә ул тап шул йылғалар шикелле: йә яҙмышына буйһоноп тыныс ҡына ағыуын белә, йә, ярһып, ташып, алға ашыға. Юлында ниндәй генә ҡаршылыҡтар осрамаһын, ә ул барыбер алға, ҙур эштәргә ынтыла. Ундай кешеләргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.

    авторы: Нур | 1 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru