Көндөҙ йоҡлаған ир уңмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Телефон аша аҡса «эшләгән»
  • Өс һөйләм менән
  • Белем – хазина, уға асҡыс – хеҙмәт
  • Балаларҙың ялы ял булһын
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Буралар тулы икән – иртәгәһе көн ышаныслы Яңылыҡтар

    Буралар тулы икән – иртәгәһе көн ышаныслы
    Ашлыҡ әҙерләү кампанияһына «Илеш элеваторы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яҡшы әҙерлек менән килде. Ике йыл элек инвесторҙар ҡулына күскәндән һуң йәмғиәттә ыңғай үҙгәрештәр булды.
    Күп кенә ремонт эштәре башҡарылды, автоүлсәгестәр яңыртылды, заманса приборҙар алынды, хеҙмәт һөҙөмтәләре лә күтәрелде. Йәмғиәттең 117 мең тонна иген һаҡлау мөмкинлеге бар.

    авторы: Нур | 4 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Икмәк – барыһына ла баш Яңылыҡтар

    Республикабыҙҙа яуаплы осор. Баҫыуҙар техника тауышына күмелде. Дүртөйлөләр йыл һайын ураҡҡа тәүгеләрҙән булып төшә. Бөгөнгө көнгә план 10 процентҡа үтәлгән дә инде. 3500 гектар ашлыҡ һуғылған. уңыш гектарынан уртаса 21 центнер тәшкил итә.
    – Әлегә барлығы 75 мең тонна уңыш йыйып алынды. Әлбиттә, һауа шарттарының йоғонтоһо бер аҙ үҙен һиҙҙерҙе. Уңыш былтырғынан кәм. Ләкин йылына ҡарағанда был насар күрһәткес түгел, – ти райондың баш агрономы Нияз Сәйфуллин. Техника йыл һайын яңыртылып тора.

    авторы: Нур | 4 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЯЛҒАН «ОТЛИЧНИК»ТАРҘЫҢ ЭШЕ ҠЫҘА Мәғәриф

    Рәсәйҙең мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте үткәргән тикшереүҙәр ысын мәғәнәһендә аптыратырлыҡ булды. Баҡтиһәң, Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйыусы уҡыусыларҙың (хәҙер инде абитуриенттарҙың) дүрттән бер өлөшөнөң баһаһы ысынбарлыҡҡа тап килмәй икән – уларҙың белеме өсөн йөҙ балл ҡуйырлыҡ түгел. Ҡайтанан тикшерелгән, йөҙ балл ҡуйылған 370 имтихан эшенең 74,6 процентының ғына һөҙөмтәләре ысынбарлыҡҡа тура килгән. Хәҙер ялған «отличник»тарҙың эше төбәктәрҙә лә тикшереләсәк, уларҙың артабанғы яҙмышы урындарҙа хәл ителә.

    авторы: Нур | 4 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Федерализм нигеҙе Башҡортостан » Юбилейҙар

    3 августа «Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында» договорға ҡул ҡуйыуға 15 йыл тулды
    Ошо һәм башҡа ике яҡлы договорҙар республикабыҙҙың ысын дәүләтселеге аяҡҡа баҫыуында ҙур әһәмиәткә эйә булды, Үҙәк менән Рәсәй төбәктәре араһындағы мөнәсәбәттәрҙә баланс булдырыуға булышлыҡ итте һәм үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң байтаҡ йылдар дауамында һаҡланып ҡалған ижтимағи көсөргәнешлелекте юҡҡа сығарҙы.

    авторы: Нур | 4 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҺАУА-ДЕСАНТ ҒӘСКӘРҘӘРЕНӘ – 79! Башҡортостан » Юбилейҙар

    ҺАУА-ДЕСАНТ ҒӘСКӘРҘӘРЕНӘ – 79!
    Ғүмерҙәре Һауа-десант ғәскәрҙәре менән бәйле булған барыһы ла, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарынан алып әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандарға тиклем, был көндө – 2 августа тельняшкалар һәм зәңгәр береттар кейә. Һауа-десант ғәскәрҙәренең ойошторолоуына 79 йыл тулыу айҡанлы республикала күркәм байрам саралары үтте.
    Байрамға әҙерлек сиктәрендә тәүге сара 21 июлдә үк башланды. БР Хөкүмәте, Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы ярҙамы менән Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары ассоциацияһы тарафынан был көндө автоуҙыш ойошторолдо.

    авторы: Нур | 4 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЧУМА!!! Яңылыҡтар

    Ҡытайҙың 10 мең тирәһе кеше йәшәгән Цзыкэтань ҡалаһы карантинға ябылған – әле ул тышҡы донъянан тулыһынса айырылған.
    Әле бында ике кеше тағундан үлгән, етмәһә, был афәттең ауыр төрө – үпкә чумаһы таралыуы асыҡланған. Быға тиклем һирәк осраған ауырыуҙы бер көтөүсе һәм уның күршеһе йоҡторған, уларҙың икеһе лә – йәштәр. Тағы ла ундан артыҡ кеше сирҙең симптомдары менән дауаханаларҙа тикшереү үтә, шул уҡ ваҡытта уларҙың хәле тотороҡло.

    авторы: Нур | 4 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Үткән ял көндәрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Көйөргәҙе, Күгәрсен райондарында, Күмертау ҡалаһында булды. Унда республика башлығы төҙөлөш, ремонт эштәре менән танышты. Шулай уҡ Мортаза Рәхимов Көйөргәҙе районындағы Оло Юшатыр йылғаһындағы һыу һаҡлағыс төҙөлөшөн ҡараны.

    авторы: Нур | 4 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Студенттарҙы һанар мәл етте Яңылыҡтар

    Быйыл уҡыу йорттарына ҡабул итеү шарттары былтырғынан айырылып торҙо. БДИ һөҙөмтәһе буйынса уҡырға инеүселәр 25 июлгә тиклем документтарын тапшырып бөттө. 27 июлдә төрлө уҡыу йорттарында исемлектәр эленеп ҡуйылды.
    Берҙәм дәүләт имтиханы эште күпкә еңеләйтте һәм уҡырға инеү мөмкинлеген арттырҙы. Абитуриенттар документтарын бер нисә ҡабул итеү комиссияһына тапшырған. Шуға күрә бар уҡыу йортонда буласаҡ студенттарҙың һаны билдәһеҙ. Сөнки бер абитуриент ғаризаһын төрлө бүлектәргә яҙған.

    авторы: Нур | 4 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru