Көткәнгә көн үтмәй, эшләгәнгә көн етмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • АУЫЛҒА ҠАЙТ ТА АҠСА АЛ!
  • Шәхси хужалыҡ
  • Яңы штрафтар кемдәргә ҡағыла?
  • Венгрияла Ғәлимйән Тағанға ҡағылышлы мәғлүмәт етерлек
  • [b]Орлоҡ һалығыҙ, тип көтә ер[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Хужабикә ---

    * * *
    1 кг бауырҙы бешерегеҙ, 2 – 3 баш һуғанды ваҡ ҡына итеп турап, аҡ майҙа ҡыҙҙырығыҙ. Барыһын да ике тапҡыр ит турағыс аша үткәрегеҙ, тәменсә тоҙ ҡушығыҙ. Фольганы майлап, ҡатнашманы йәйеп һалығыҙ, өҫтөнә йоҡа ғына ҡатлам аҡ май теҙеп сығығыҙ. Рулетты ипләп кенә төрөгөҙ ҙә духовкала бер сәғәт бешерегеҙ. Әҙер рулетты киҫәкләп турағыҙ, матур итеп һауытҡа теҙегеҙ, йәшел тәмләткестәр, лимон киҫәктәре һәм тоҙло ҡыяр менән биҙәгеҙ.

    авторы: Нур | 6 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҺАҠАЛЛЫ САБЫЙ Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    (Юмореска)
    Башта көләмәс. Уны күптәребеҙ ишеткәне барҙыр. Әсәһе иртәнсәк балаhын уята икән:
    – Улым, тор инде, тор. Мәктәпкә hуңлайhың бит.
    – Юҡ, әсәй, бөгөн бармайым мәктәпкә. Йыбандыра. Унда ҡыйын. Өҫтәүенә, малайҙар үсекләй.
    – Ярай, балам, мин уларҙың ҡолағын борормон. Тор инде, тор. Бар мәктәбеңә. Директор кеше эшенә көн hайын йөрөргә тейеш...

    авторы: Нур | 6 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Крокодилдың теле һәленмәй. ---

    Фәнгә билдәле булмаған сәбәптәр арҡаһында, өйрәк баҡылдауының ҡайтауазы юҡ.
    Жираф ҡолаҡтарын ярты метр оҙонлоғондағы теле менән таҙарта.
    Бегемот кешегә ҡарағанда тиҙерәк йүгерә.
    Кеше тыныс ваҡытында 100 ватлы электр лампочкаһы сығарған тиклем энергия сарыф итә.
    Ҡомаҡ дөйәгә ҡарағанда һыуһыҙ оҙағыраҡ йәшәй ала.
    Йыландарҙың 25 меңгә тиклем теше булыуы мөмкин

    авторы: Нур | 6 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Колко Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Берәү дуҫына шылтырата:
    – Һинең дошмандарың бармы?
    – Юҡ, һин нимә?
    – Әй, үҙемдең 10-сы маркалы машинамды һатырға ине.

    авторы: Нур | 6 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иртәгә уҡытыусылар ҡоро асыла Мәғәриф

    7 августа Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарында мәғариф буйынса еспублика кәңәшмәһе үтә
    Йыл һайын яңы уҡыу йылы алдынан йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшеү өсөн мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үткәрелә. Ул республикабыҙ кимәлендә уҙғарылған ҙур, мөһим сараларҙың береһе. Унда ябай уҡытыусы-тәрбиәселәрҙән алып дәүләт етәкселәренә тиклем ҡатнаша.

    авторы: Нур | 6 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бассейн үҙ ишектәрен аса Яңылыҡтар » Спорт

    Бассейн үҙ ишектәрен аса
    Баймаҡтарҙың көтөп алған бассейны файҙаланыуға тапшырыла
    2007 йылдың декабрь аҙағында Баймаҡ ҡалаһында бассейн төҙөү өсөн әҙерлек эштәре башланғайны. Ысынлап та, яңғырауыҡлы «Баһадир» исемле спорт һарайы нисек бассейнһыҙ булһын инде?! Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов, был төбәктә бассейндың мотлаҡ булырға тейешлеген әйтеп, төҙөлөшкә үҙенең фатихаһын бирҙе.

    авторы: Нур | 6 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «МЕҢЕНСЕ» МӘКТӘП – ХӘТӘР ШӘП! Мәғәриф

    «МЕҢЕНСЕ» МӘКТӘП – ХӘТӘР ШӘП!
    Бүребай ҡасабаһы балалары яңы уҡыу йылын хан һарайындай күркәм бинала башлаясаҡ
    Традицияға әүерелгән август кәңәшмәһенә ҡарата һәр йыл һайын республикала яңынан-яңы мәктәптәр, социаль-мәҙәни усаҡтар, балалар баҡсалары һәм башҡа көнүҙәк объекттар ҡалҡып сығыуы – тәбиғи күренеш.

    авторы: Нур | 6 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рэсми хроника Яңылыҡтар

    ШАЙМОРАТОВҠА ҺӘЙКӘЛ ҠУЙЫЛА

    Украинала 2 – 3 октябрҙә «Данлы атлы ғәскәр юлдары буйлап» тип аталған республика акцияһы үтәсәк.
    Сара Украинаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашыусы данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яугирҙары тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү маҡсатында ойошторола һәм уның легендар етәксеһе, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арнала.

    авторы: Нур | 6 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru