7 августа Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарында мәғариф буйынса еспублика кәңәшмәһе үтә Йыл һайын яңы уҡыу йылы алдынан йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшеү өсөн мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үткәрелә. Ул республикабыҙ кимәлендә уҙғарылған ҙур, мөһим сараларҙың береһе. Унда ябай уҡытыусы-тәрбиәселәрҙән алып дәүләт етәкселәренә тиклем ҡатнаша. Быйыл ун өсөнсө тапҡыр ойошторолған сарала Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың, республика министрлыҡ һәм ведомство етәкселәренең ҡатнашыуы, сит өлкәләрҙән дә ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Бындай һөйләшеүҙең әһәмиәте нимәлә һуң? Беренсенән, яңы уҡыу йылына бурыстар ғына билдәләнеп ҡалмай, ә йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү өсөн шарттар тыуҙырыу, белем сифатын күтәреү, йәш быуындың сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күреү, һәләттәрен асыҡлау һәм үҫтереү, социаль хәлен яҡшыртыу, ялын ойоштороу, үҫмерҙәр енәйәтселеген киҫәтеү кеүек башҡа мәсьәләләр ҙә ҡарала. Икенсенән, ул мәғариф хеҙмәткәрҙәренә ҙур тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булып тора. Бында алдынғы уҡытыу алымдары өйрәнелә, яңы технологиялар менән танышалар. Һәм дә кәңәшмә үткән райондар миҫалында уҡытыу-тәрбиә эшен заман талаптарына яраҡлы ойошторорға өйрәнәләр. Өсөнсөнән, кәңәшмәләр бик күп мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыуға булышлыҡ итә. Башҡортостан Рәсәйҙә мәктәптәр иң күп төҙөлөүсе төбәктәрҙең береһе булһа, кәңәшмә уҙғарылған райондарҙа мәктәптәрҙе төҙөкләндереүгә, уларҙы йыһазландырыуға айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Быйылғы кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарында бер нисә яңы белем усағының асылыуына шаһит буласаҡ. Быйылғы кәңәшмәнең төп үҙенсәлеге шунда: йәш быуынға дөйөм белем биреү менән бер рәттән, башланғыс профессиональ белем биреү мәсьәләләре лә иғтибар үҙәгендә буласаҡ. БР мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов әйтеүенсә, ошоға бәйле, кәңәшмәнең пленар өлөшө лә йылдағыса ҡала йәиһә район мәҙәниәт һарайында түгел, ә Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының тамаша залында үтәсәк.
С. ЛОТФУЛЛИНА. |