* * * 1 кг бауырҙы бешерегеҙ, 2 – 3 баш һуғанды ваҡ ҡына итеп турап, аҡ майҙа ҡыҙҙырығыҙ. Барыһын да ике тапҡыр ит турағыс аша үткәрегеҙ, тәменсә тоҙ ҡушығыҙ. Фольганы майлап, ҡатнашманы йәйеп һалығыҙ, өҫтөнә йоҡа ғына ҡатлам аҡ май теҙеп сығығыҙ. Рулетты ипләп кенә төрөгөҙ ҙә духовкала бер сәғәт бешерегеҙ. Әҙер рулетты киҫәкләп турағыҙ, матур итеп һауытҡа теҙегеҙ, йәшел тәмләткестәр, лимон киҫәктәре һәм тоҙло ҡыяр менән биҙәгеҙ.
* * * 200 г ҡаймаҡ, 200 г йомшаҡ маргарин һәм 3,5 стакан ондан ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы йәйеп, түңәрәктәр киҫегеҙ, уртаһына ҡайнатма (бал, йөҙөм, сәтләүек, мармелад) һалып, ситтәрен йәбештерегеҙ ҙә, духовкала бешерегеҙ.
* * * 200 г ваҡ макарон (ракушка, спираль, рожки), 2 – 3 йомортҡа, бер банка йәшел борсаҡ йәки кукуруз, 2 тоҙло ҡыяр, 200 г консерваланған бәшмәк, 150 – 200 г ит ризығы (колбаса йәки сосиска), 1 алма. Макаронды бешерегеҙ, һыуын түгеп, һыуытығыҙ. Йомортҡаны бешереп, шаҡмаҡлап турағыҙ. Ҡалған йәшелсәне, бәшмәкте, ит ризыҡтарын ваҡлап турағыҙ, алма, борсаҡ йәки кукуруз ҡушығыҙ, майонез һалып болғатығыҙ.
* * * 1 л әсегән һөттө 500 г шәкәр пудраһы менән күпертегеҙ, ике лимон һуты һәм ҡабығын ҡушығыҙ. Формаға һалып, туңдырырға ҡуйығыҙ.
* * * 3 йомортҡа, 4 аш ҡалағы киптерелгән һөт, 4 аш ҡалағы он, 4 аш ҡалағы һыу, сода, теләһә ниндәй ҡайнатма (ҡуйыраҡ булһа, яҡшыраҡ). Әлеге рулет тиҙ әҙерләнә. Шуға күрә уны иртәнге сәйгә лә өлгөртөргә мөмкин. Йомортҡаларҙы күпертергә лә, һыуҙа иретелгән һөт, сода, он һалып, төйөрҙәре бөткәнсе болғатырға. Ҡамыр ҡуйы ҡаймаҡ һымаҡ булырға тейеш. Әҙер ҡамырҙы табаға ҡойоп, дүрт минут бешереп алырға. Ҡайнар ҡабартмаға ҡайнатма һалып, рулет итеп төрөгөҙ ҙә табынға бирегеҙ.
* * * Салат өсөн тығыҙ, ҡаты, артыҡ ҙур булмаған ҡыярҙар яҡшы. Яҡшылап йыуғас, һыуын һарҡытығыҙ ҙа ҡулсалап турағыҙ, һуған да ҡыяр һымаҡ турала. Йәшелсәләргә тоҙ һалып, 15 минут тотоғоҙ. Барлыҡҡа килгән һутҡа һеркә һәм көнбағыш майы ҡушығыҙ. Банка төбөнә 1 – 2 бөртөк хуш еҫле ҡара борос, 1 лавр япрағы, улар өҫтөнә ҡыяр менән һуғанды һалығыҙ, һеркәле-майлы соус өҫтәгеҙ. Банкаларҙың өҫтөн ҡапҡас менән ҡаплап стерилләгеҙ, ярты литрлыҡ банкаларҙы – 25, бер литрлыһын – 30 минут. Тығыҙлап япҡас, һаҡлау урынына ҡуйығыҙ. Ярты литрлы 10 банкаға 3,7 кг йәшел ҡыяр, 300 г башлы һуған, 10 – 20 бөртөк борос, 10 лавр япрағы, һеркә, үҫемлек майы (тәменә ҡарап) кәрәк. Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне. |