Дәрт биргәнгә дарман бирер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Бөлгөнлөктө туҡтатыу әмәле бармы?
  • Киләсәкте уйлап, йәштәрҙе хәстәрләп
  • Дайджест
  • Дәрестә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ТӨП БУРЫС – ИННОВАЦИОН МӘҒАРИФТЫ ҮҪТЕРЕҮ Мәғәриф

    Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында мәғариф буйынса республика кәңәшмәһенең пленар ултырышы үтте
    Йыл һайын уҙғарылған мәғариф буйынса республика кәңәшмәһенә йыйылыусыларҙы Башҡортостан Президенты Мортаза РӘХИМОВ тәбрикләне һәм үҙенең сығышында төбәктәге мәғарифтың бөгөнгө торошона, киләсәктәге үҫеш йүнәлештәренә байҡау яһаны, уңыштарҙы билдәләне, хәл ителергә тейешле мәсьәлә-ләрҙе күтәрҙе һәм мәғариф системаһының инновацион йүнәлеше хаҡында ентекле һүҙ алып барҙы.

    авторы: Нур | 8 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәктәптәр төҙөлә: тырышып уҡыу ғына кәрәк Мәғәриф

    Мәктәптәр төҙөлә: тырышып уҡыу ғына кәрәк
    Йыл да үткәрелеп, уҡытыусыларҙың матур йолаһына әүерелгән мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе быйыл Урал аръяғының өс төбәгендә – Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондарында уҙҙы. Форумда БР Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, уның урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, хакимиәт башлыҡтары, уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, мәғариф бүлектәре етәкселәре ҡатнашты.

    авторы: Нур | 8 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Өфө дәүләт нефть техник университеты Сосьете Женераль Восток банкыһы менән партнерлыҡ килешеүе төҙөнө. Документҡа ярашлы, Өфө студенттары мәғариф кредиттарын аласаҡ һәм уларға «Йәштәр банкыһы» BSGV программаһы сиктәрендә башҡа хеҙмәттәр ҙә күрһәтеләсәк. Программа буйынса кредиттар һум, доллар һәм евро менән биреләсәк.

    авторы: Нур | 8 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иртәгә – Төҙөүселәр көнө ---

    Финанс көрсөгөнән сығыу өсөн тап төҙөлөш тармағын үҫтерергә, шул юҫыҡҡа иғтибарҙы күберәк бүлергә кәрәк
    Республиканың, тотош донъяның иң мөһим иҡтисади тармаҡтарының береһе булған төҙөлөш комплексы һәр ваҡыт заман менән бергә атлаған, хатта шул замандың төп күрһәткесе булған мөһим йүнәлештәрҙең береһе.
    Бөгөнгө көндә Башҡортостан-дың төҙөлөш комплексы ҡеүәтле ресурстары һәм ҙур тәжрибәһе менән бай.

    авторы: Нур | 8 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    9 август – Башҡортостан умартасылары көнө Башҡортостан

    9 август – Башҡортостан умартасылары көнө
    Йәш егет Ринат Ильясов трассала бал һатып аҡса эшләй
    Студенттар йәйге каникулды төрлөсә уҙғара. Берәүҙәр ата-әсәләре янына ҡайтып ярҙам итһә, икенселәре баш ҡалала ҡалып аҡса эшләүҙе хуп күрә. Эйе, был һәр кемдең үҙенән тора. Ә Өфө дәүләт авиация техник университетының 4-се курсын тамамлаған Ринат Ильясов ата-әсәһенә лә ярҙам итә, үҙенә аҡса ла эшләй. Уның менән беҙ Өфөнән алыҫ түгел Силәбе трассаһында ҡорт балы һатып торғанында таныштыҡ.

    авторы: Нур | 8 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иртәгә – Бөтә донья аҫаба халыҡтар көнө Яңылыҡтар

    Иртәгә – Бөтә донья аҫаба халыҡтар көнө
    Башҡорт халҡы өсөн аҫабалыҡ – дин дә, тел дә, ғөрөф-ғәҙәттәр ҙә
    БАШҠОРТ халҡы – Ер шарындағы иң боронғо аҫаба халыҡтарҙың береһе. Ер уны барыһы менән дә тәьмин иткән: ашатҡан, кейендергән, һыйындырған һ.б. Шуға ла ул ерен ҡәҙерләгән, сит ҡулдарҙан ҡурсалаған. Ергә булған аҫабалыҡ хоҡуғы халҡыбыҙҙа ырыуҙа, ҡәбиләлә нәҫелдән-нәҫелгә күсеп килгән.

    авторы: Нур | 8 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ағиҙел өҫтөндә күк күкрәне Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ағиҙел өҫтөндә күк күкрәне
    Рәсәй фестиваленә әйләнгән сара Өфө операцияһының 90 йыллығына бағышланды
    ТЕҮӘЛ 90 йыл элек баш ҡалабыҙ урамдарында ҡаты һуғыштар барғанын күҙ алдына килтереү еңелме? 1919 йылдың 9 июнендә Фрунзе командалығындағы Төркостан армияһы ғәскәрҙәре Өфө ҡалаһын колчаксыларҙан азат итеүе тураһында тарих китаптарынан белһәк тә, көн һайын тапап йөрөгән урамдарыбыҙҙан ҡан ағып ятыуын, пушкалар һәм пулеметтар тауышы яңғырауын, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларҙың пуляларҙан ҡайҙа ҡотолорға белмәй ҡысҡырышыуҙарын күҙ алдына килтерһәң, йән өшөп китә.

    авторы: Нур | 8 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юл мажаралары Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    ҠЫҘЫҠ хәлдәр тормошта осрап ҡына тора. Тик тәүҙә улар бик ҡыҙыҡ уҡ булып тойолмаҫҡа ла мөмкин. Ҡыҙғаныс, хатта бик ныҡ ҡыҙғаныс кеүек ул минуттарҙа...
    Бына, мәҫәлән, апайым һәм минең менән булған хәлде генә алып ҡарайыҡ. Ирина апайым да, мин дә айырым ғына йөрөһәк, бөтә нәмә лә һәйбәт кенә барған кеүек, ә инде бергә осраштыҡмы, мотлаҡ берәй хәлгә тарымайса ҡалмайбыҙ.

    авторы: Нур | 8 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru