Ат тешенән билгеле, егет эшенән билгеле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 19-25 июль
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • Хәҙистәр
  • Теләк булһа, эше табыла
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан ҡаҙнаға килем йыйыуҙы арттырҙы Яңылыҡтар

    Башҡортостан ҡаҙнаға килем йыйыуҙы арттырҙы

    Ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында Волга буйы федераль округы субъекттарының берләштерелгән бюджетына 187,6 миллиард һум һалым һәм һалым булмаған килем йыйылған. Был, РФ Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 86,8 процент. Йыйымдарҙың үҫеше ике төбәктә генә күҙәтелә: Башҡортостанда (11 процент) һәм Пенза өлкәһендә (4 процент). Ә 12 төбәктә хәл киреһенсә, йәғни килем йыйыу ҡыҫҡарған.
    Берләштерелгән бюджетҡа табыштан алынған һалымдан килгән сумма үҫеше тик беҙҙең республикала ғына теркәлгән.

    авторы: Нур | 11 августа 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Заманса белем биреү өсөн – заманса мәктәптәр Мәғәриф

    Заманса белем биреү өсөн – заманса  мәктәптәр
    7 августа Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарында мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе үтте
    Уҙған аҙнала республикабыҙ тормошонда булған мөһим ваҡиғаларҙың береһе – ул мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе. Уның эшендә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, хакимиәт башлыҡтары, мәғариф бүлектәре, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары етәкселәре, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар ҡатнашты. РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Олег Смолин, Ырымбур өлкәһенең мәғариф министры Вячеслав Лабузов, Һамар өлкәһенең мәғариф һәм фән министры Дмитрий Овчинниковтар кеүек абруйлы ҡунаҡтар ҙа килгәйне.

    авторы: Нур | 11 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рэсми хроника Яңылыҡтар

    ДӘҮЛӘТЕБЕҘ ИМЕН БУЛҺЫН

    – Иҡтисадтың реаль секторындағы, социаль өлкәләге, хеҙмәт баҙарындағы эштәр торошо федераль үҙәктең дә, төбәк башлыҡтарының да төп хәстәрлеге булып торорға тейеш, – тине РФ Именлек Советы секретары Николай Патрушев, Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет һәм Рәсәй Федерацияһы Именлек Советының күсмә кәңәшмәһенең берлектәге ултырышында сығыш яһап.

    авторы: Нур | 11 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҠАЗА АРТЫНАН ҠАЗА Яңылыҡтар

    Японияның көнбайыш префектураларына көслө тайфун килеп етте.
    Уның һөҙөмтәһендә туғыҙ кеше үлгән һәм күптәр хәбәрһеҙ юғалған. Хиого һәм Окаяма префектураларында транспорт хәрәкәте тулыһынса туҡталған, ҡотҡарыусылар был урындарҙан 2200 кешене эвакуациялаған. Етмәһә, синоптиктар ҙа әллә ни ҡыуаныслы хәбәр еткермәй, уларҙың билдәләүенсә, ямғырҙар әле генә туҡтамаясаҡ.

    авторы: Нур | 11 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Киләһе йылда республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә 100 миллион һум аҡса бүлергә планлаштыралар. Быйыл республика бюджетынан йүнәлтелгән сумма – 500 миллион һум самаһы һәм федераль бюджеттан өҫтәп финанслауҙы иҫәпкә алғанда, был аҙ аҡса түгел. БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәровтың ведомство-ара хөкүмәт комиссияларының берлектәге ултырышында әйтеүенсә, быйыл гарантия һәм залог фондтары ойошторолған, улар киләсәктә эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү мәсьәләләрен хәл итәсәк.

    авторы: Нур | 11 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тел яҙмышы – ил яҙмышы Башҡортостан

    йәки Туған телебеҙ дәүләт теле функцияһын ныҡлап башҡарһын ине
    МАТБУҒАТ баҫмаларында мәктәптәрҙә туған телде уҡытыуға ҡағылышлы мәҡәләләрҙе ҡалдырмай уҡып барам. 43 йыл ғүмеремде балаларға туған тел серҙәренә төшөнөргә ярҙам иттем, тел яҙмышына битараф ҡала алмайым.
    Телебеҙ хаҡында яҙмаларҙың араһында ҡыуандырмағандарының булыуы борсоуға һала.

    авторы: Нур | 11 августа 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Тәжрибәгә таянып Яңылыҡтар » Иғтибар

    Тәжрибәгә таянып
    Республикабыҙҙа баҫыусылыҡты үҫтереүгә, яңы сорт орлоҡтар менән эшләүгә ҙур иғтибар бирелә. Нәҡ бына ошо маҡсатта ауыл хужалығы белгестәре һәм хужалыҡтарҙың баш агрономдары ҡатнашлығында Дүртөйлөлә апробация һәм сорттарҙы һынау буйынса семинар-кәңәшмә уҙғарылды.

    авторы: Нур | 11 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Марис НӘЗИРОВ Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Һөйәм тиһәң...

    Һөйәм тиһәң, гөлдө һөй,
    Гөл-баҡсалы илде һөй.
    Ил байлығы – ерҙе һөй,
    Ергә тамған тирҙе һөй.
    Тир ағыҙған ирҙе һөй.
    Меңде һөймә, берҙе һөй.
    Һине һөйгән... мине һөй.

    авторы: Нур | 11 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru