Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артистары Илгиз Зәйниевтың «Мөхәббәт тураһында һөйләшәйек» тигән драмаһы менән Ейәнсура районында гастролдә булды. Режиссер С. Әфләтүнов ҡуйған был спектакль мөхәббәт хаҡында ғына түгел ине. «Ҡартлығынан сирләп, Ноғман ҡарт дауаханаға эләгә. Унда уны бик мөләйем һәм хәстәрлекле Сәүиә исемле шәфҡәт туташы тәрбиәләй. Ноғман үҙенең ҡарсығы Абруй менән бындай иғтибар өсөн Сәүиәгә рәхмәт әйтергә була. Коммуналь фатирҙарын ташлап, уларға үҙ ғаиләһе менән өс бүлмәле фатирға күсергә тәҡдим итәләр. Балаһыҙ, оло кешеләргә – ҙур ғаилә, тәрбиә, ә йәштәргә – бушлай фатир. Бөтәһе лә шатлана, тик Ноғманға ғына нимәлер оҡшамай...» Был спектаклдә күп кенә көнүҙәк мәсьәлә күтәрелә: фатирһыҙлыҡ, кешегә ышанмаусанлыҡ, балалар тәрбиәләү. Шул уҡ ваҡытта мөхәббәт, намыҫ, тәрбиә, йәшәү, үлем кеүек мәңгелек темалар ҙа сағыла. Шулай ҙа спектаклдәге хәл-ваҡиғаларҙың ыңғай йүнәлеш алыуы ҡыуандыра. Мәҫәлән, Ноғмандың китапханаһы балаларҙа китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, ҡарттың мотоциклда оҫта йөрөүе егеттәрҙә уға ҡарата хөрмәт уята. Спектаклгә күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын елкендерерлек көйҙө Хисмәтулла Дәүләтов яҙған. Ул Ноғман ҡартты уйнай. Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа Баязитова, Арсен Шәйхисламов, Резеда Абдуллина, Айгөл Зәйнуллина һәм Рәшит Мифтахетдиновтарҙың ролдәре лә тамашасы күңеленә хуш килде. Ҡыҫҡаһы, сибайҙар ҡуйған быуындар күсәгилешлеген сағылдырған драма ысын мәғәнәһендә тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Земфира АҠБУТИНА. Ейәнсура районы, Ибрай ауылы. |