Иләмәй күн булмаҫ, тиреһеҙ тун булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
  • «Байыҡ» бейеү конкурсының III туры үтте
  • Тырыш ҡыҙым үҫә, тип...
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Халыҡтың яратҡан геройы Башҡортостан » Хәтер

    Уны кем белә?
    Халыҡтың яратҡан геройы
    Уның исемен белмәгән кеше һирәктер. Республика Хәрби дан музейы залында шәхес хаҡында һүҙ сығыу менән мәктәп балалары, мин беләм, тип ҡул күтәрә. Шунан кемуҙарҙан яуап бирә башлайҙар. Яуаптарынан күңелем күтәрелеп, балалар­ға Шайморатов тураһында рухланып һөйләргә тотонам.
    Эйе, Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатов – данлыҡлы яугирҙарҙың береһе. Илдә Бөйөк Ватан һуғышы һаман ҡыҙа барып, дошман ғәскәрҙәре баш ҡалабыҙ Мәскәүҙе баҫып алыу менән янағанда, ил хөкүмәте Шайморатовҡа ошо дивизияны ойошторорға ҡуша. 1941 йылдың 25 декабрендә Өфөгә ҡайтып, Шайморатов (ул саҡта полковник), һалдаттарҙы һуғыш­ҡа өйрәтеүгә әүҙем тотона.

    авторы: Нур | 15 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҠАУЫН, ҠАРБУЗ АЛ! Яңылыҡтар

    Статистика федераль хеҙмәтенең мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙең республикала һуңғы айҙа иттең хаҡы саҡ ҡына арта төшһә, колбасаныҡы кәмегән. Аҡрынлап ҡына үҫемлек майының хаҡы ла аҫҡа тәгәрәй. Иң арзан шәкәр ҙә беҙҙә икән. Ә бына һөт аҙыҡтарының хаҡы кәмеүенә ваҡытлыса ғына ҡыуанып торорға тура килә. Белгестәр билдәләүенсә, йәй айҙарында һөт аҙыҡтарына хаҡ төшә, әммә һуңынан барыбер арта.

    авторы: Нур | 15 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәнәғәт тармағының киләсәген күҙаллап Яңылыҡтар

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Мәскәүҙә РФ сауҙа һәм сәнәғәт министры урынбаҫары Денис Мантуров менән осрашты. Һүҙ республиканың сәнәғәт предприятиелары перспективалары хаҡында барҙы.

    авторы: Нур | 15 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Асы» шифаханаһының ял зонаһы киңәйә Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Белорет һәм Архангел райондарына эш сәфәрендә «Асы» шифаханаһында барған эштәр менән танышты.
    Тиҙҙән бында быуа барлыҡҡа киләсәк, ашханалы административ-көнкүреш бинаһы, бассейнлы ял үҙәге лә ишектәрен асасаҡ.

    авторы: Нур | 15 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Яңы авиакомпания барлыҡҡа килә

    «Өфө» аэропортында эшләйәсәк милли база авиакомпанияһы «Арҡайым» (»АIRкаим») исемен йөрөтәсәк. Пассажирҙар уның эшен быйыл уҡ баһалай ала: ноябрь – декабрҙә «Арҡайым» эш башлай тип күҙаллана. Халыҡты хеҙмәтләндереү «Боинг», «Эйрбас» тибындағы самолеттарҙа башҡарыла. Лизингыға ете һауа судноһы алыу ҡаралған. Улар халыҡ-ара һәм эске осоштар ҙа яһаясаҡ. Ә бына «Л-410» кеүек бәләкәй самолеттар республика эсендә – Сибай һәм Нефтекамаға осасаҡ.
    «Арҡайым» авиакомпанияһы аша Башҡортостан пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү буйынса юғалтылған позицияны кире ҡайтармаҡсы. Сама менән 700-ләп эш урыны барлыҡҡа килеүен дә иҫәпкә алғанда, яңы авиакомпания етерлек уңайлыҡтар тыуҙырасаҡ.

    авторы: Нур | 15 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    ҠЫҘҘАРҘЫҢ ЙОҘРОҒО ҠАТЫМЫ?

    Халыҡ-ара олимпиада комитеты киләһе Олимпия уйындарына ҡатын-ҡыҙҙар боксын да индерергә ҡарар иткән.
    Киләһе Йәйге уйындар 2012 йылда Лондонда үтәсәк һәм унда беренсе тапҡыр бокс буйынса ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ярышасаҡ. Быға тиклем бокс Олимпия уйындарында тик ирҙәр генә ярышҡан берҙән-бер төр ине, башҡа бөтә уйындарҙа ла гүзәл заттар берҙәй ҡатнашты.

    авторы: Нур | 15 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    1 сентябрҙән льгота менән файҙаланыусылар өсөн ҡала яны транспортында бушлай йөрөү бөтөрөлә, ҡала транспортында льготалар күләме ҡыҫҡартыла. Бынан ары льготалар менән файҙаланыусы граждандар социаль билет буйынса ни бары ҡала транспортында һәм айына илле тапҡыр ғына йөрөй ала. Ә ҡала яны тимер юл транспортында льготалы категория граждандар өсөн илле процент ташлама 1 октябрҙән бөтөрөлә.

    авторы: Нур | 15 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәүгеһе һуңғыһы булмаһын Башҡортостан » Милли проекттар

    Тәүгеһе  һуңғыһы булмаһын
    Ошо көндәрҙә Ишембай районының Ишәй ауылының йәмле Һәләүек йылғаһы буйында, «Ҡыҙҙар тауы» итәгендә, Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналған күрше ҡала һәм район мосолмандарының тәүге һабантуйы үтте.
    Был мәрхәмәтле сараны Ишәй ауыл хакимиәте һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы мосолмандарының йәмәғәтселек берекмәһе ойошторҙо.
    Байрам үтәсәк майҙанға инер алдынан хәҙистәр яҙылған плакаттар халыҡты әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итеп тора ине.

    авторы: Нур | 15 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru