Оялһаң, һүҙең кем әйтер?

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Улар Көнбайышты шаулата
  • Айырылышыуҙың сәбәптәре төрлө шул...
  • Күңеле саф Әлфирә
  • БАЛ МЕНӘН ҠЫМЫҘ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Беҙҙекеләр Мәскәүҙе һәм Санкт-Петербургты яулай Яңылыҡтар

    Беҙҙекеләр Мәскәүҙе һәм Санкт-Петербургты яулай
    БР Хөкүмәте Премьер-министры Рәсәй вуздарында уҡыясаҡ абитуриенттар менән осрашты
    Уҡыу йорттарына ҡабул итеү һынауҙары артта ҡалды. Бөгөн иһә уларҙы уңышлы үтеүселәр уҡырға барырға әҙерләнә. Бындай бәхетлеләр араһында Рәсәйҙең иң алдынғы вуздарына уҡырға инеүсе 120 абитуриент та бар. БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Конгресс-холда илебеҙҙең абруйлы вуздарында белем аласаҡ абитуриенттар менән осрашты. Унда шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, мәғариф министры Зиннәт Аллаяров ҡатнашты.

    авторы: Альбина | 20 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауылдар тарихы – яңы китапта Яңылыҡтар

    Ауылдар тарихы – яңы китапта
    «Китап» нәшриәте Әнүәр Әсфәндиәровтың «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» тигән китабын сығарҙы. Уның рус телендә сығарылыуы 2010 йылда илебеҙҙә уҙғарыласаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға һәм Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығына бағышланған.
    Нәшриәттә әйтеүҙәренсә, китап уҡыусыларҙың үтенесе буйынса ба-ҫылған. Һуңғы ваҡытта кешеләрҙең тыуған яҡтарының тарихына һәм шәжәрәһенә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы артты. Быға башлыса республикала һәр ерҙә йыл һайын Шәжәрә байрамын үткәреү булышлыҡ итә.

    авторы: Альбина | 20 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар Яңылыҡтар

    Кешеләр һаман табылмаған

    Хакасия Республикаһының Саян-Шушенск гидроэлектростанцияһындағы авария һөҙөмтәһендә, урындағы Майан ҡасабаһының ике балыҡ үрсетеү хужалығында ике тоннаға яҡын бағыр юҡҡа сыҡҡан.
    Был ҡиммәтле балыҡтарҙы махсус рәүештә үрсеткән булғандар. Ә йылға балыҡтары бындай һәләкәттәргә әллә ни бирешеп бармай – улар ҡасып ҡотолоуға һәләтле.

    авторы: Альбина | 20 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсми хроника Яңылыҡтар

    Республика башлығына дуҫлыҡ сәләмдәре килде

    БР Президенты М. Рәхимов исеменә Беларусь Республикаһы Президенты А. Лукашенконан хат килде.
    «Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!
    Беларусь Республикаһының Бойондороҡһоҙлоҡ көнө менән ҡотлағанығыҙ өсөн ихлас рәхмәтемде еткерәм. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек һәм яуаплы эшегеҙҙә яңы уңыштар теләйем», – тиелә хатта.

    авторы: Альбина | 20 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өсһөйләм менән Яңылыҡтар

    Сибай ҡалаһы Балалар сәнғәт мәктәбенең өлгөлө «Гөлдәр» бейеү ансамбленә Башҡортостан Республикаһы Президентының 100 мең һумлыҡ гранты тапшырылды. Луиза Яхина етәкселегендәге балалар ансамбле был наградаға республика мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн лайыҡ булды. Ансамблдә дүрт йәштән 17 йәшкә тиклемге 70-ләп кеше шөғөлләнә, мәктәп директорының әйтеүенсә, грантҡа отҡан 100 мең һум аҡса коллективтың матди базаһын яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк.

    авторы: Альбина | 20 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәштәрҙең инновация проекттары конкурсы тураһында Яңылыҡтар » Конкурстар

    Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ Рәсәйҙә Йәштәр йылын үткәреү сиктәрендә йәштәрҙең инновация проекттары конкурсын ойоштора. Был сара илдә инновация эшмәкәрлеген комплекслы дәртләндереү системаһын булдырыуға, уға йәштәрҙең иғтибарын арттырыуға, инновациялар буйынса белгестәр берләшмәһен булдырыуға, перспективалы инновация идеяларын асыҡ-лауға йүнәлтелә.

    авторы: Альбина | 20 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡолой кантон нәҫеленең байрамы Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ҡолой кантон нәҫеленең байрамы
    Мөхәмәтҡолой Көсөков 1763 йылда Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Барын-табын улусының Иҫәнгилде ауылында (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) тыуған. 5-се башҡорт кантоны башлығы булғас, Мөхәмәтҡолой утарына нигеҙ һалған, һуңынан ул ауылға — хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Ҡолой ауылына әйләнә. 1812 йылда 200 башҡорт яугирын йыйып, Наполеонға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Мөхәмәтҡолой Көсөковтың өс ҡатыны, туғыҙ улы һәм биш ҡыҙы булған. Аҙаҡтан өс улы – Сәғит, Ихсан һәм Абдулла кантон башлыҡтары булып хеҙмәт итә. Башҡорт халыҡ йыры «Ҡолой кантон» Мөхәмәтҡолой Көсөковҡа бағышланған, уның бер вариантында кантон башлығы уҫал түрә булып күҙ алдына баҫа, икенсеһендә төбәкте социаль яҡтан үҫтереү, халыҡҡа аң-белем биреү тураһында хәстәрләүенә дан йырлана.

    авторы: Альбина | 20 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шәхси хужалыҡ Сәләмәтлек

    Шәхси хужалыҡ
    Өй шарттарында йәшелсә-емеште консервалау, маринадлау, ҡайнатыу бер ҙа ауыр түгел, бының өсөн теләк һәм ваҡыт ҡына кәрәк.
    Был күңелле лә, файҙалы ла эш менән шөғөлләнә башлау өсөн иң тәүҙә нимә кәрәк? Дөрөҫ – банкалар. Олораҡ йәштәгеләр, ҡышҡылыҡҡа йәшелсә-емеш әҙерләү өсөн өс литрлы банкаларҙан да уңайлыһы юҡ, тип һанай, миңә ҡалһа, иң шәбе – 750 грамм тирәһе аҙыҡ һыйған банкалар, бер литрлыҡтары ла ярайһы. Иң мөһиме – банканың ҡапҡасы боролоп ябылһын, бындай осраҡта уларҙы ябыу өсөн махсус ҡулайлама ла кәрәкмәй. Бигерәк тә йәш хужабикәләр өсөн бәләкәйерәк банкалар уңайлы буласаҡ, ни тиһәң дә, тәжрибәһеҙерәк кеше әҙерләгән ризыҡтың боҙолоуы ла бар, ташлауы ла еңел була.

    авторы: Альбина | 20 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru