Иртә торғандың ырыҫы артыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тормош күренештәре
  • Йән тыныслығы – бәхет сығанағы
  • Профсоюз берләштерҙе
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Йондоҙнамә 9-15 июнь
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡортсолоҡ – заманса шөғөл Яңылыҡтар » Конкурстар

    Ҡортсолоҡ – заманса шөғөл
    Ейәнсура районында өлкәндәр һәм балалар араһында үткән республика конкурстары боронғо кәсеп менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың күп булыуын күрһәтте
    Борон-борондан һәр яҡшы эш, ыңғай хәл-күренеш, тормош-көнкүрешебеҙҙә ныҡлы урынлашып, тамыр йәйеп, үҙ традицияларын барлыҡҡа килтерә. Республикабыҙҙа халҡыбыҙ кәсебе ҡортсолоҡ та, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан етәкселегенең ныҡлы иғтибарына һәм ярҙамына таянып, ышаныслы үҫешә башланы. Бер үк ваҡытта умартасыларҙың үҙҙәренә генә хас матур йолалары ла хасил булды.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт ғалимдары, афарин! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Башҡорт дәүләт медицина университеты онкология кафедраһының уҡыу процесында бына ун йыл инде компьютер технологиялары ҡулланыла. Ошо юҫыҡта уҡытыу пособиелары әҙерләү буйынса ла эш алып барыла ине. Һуңғы ҡаҙаныш – мультимедия дәреслектәр әҙерләү. Медицина фәндәре докторы Шамил Ганцев етәкселегендә Рәсәйҙә беренсе тапҡыр электрон дәреслек сыҡҡайны, ул бик күптәрҙә хуплау тапты.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бал алып ҡалығыҙ! Яңылыҡтар

    Йәрминкәләр

    Баш ҡалабыҙҙағы ауыл хужалығы тауарҙары менән сауҙа итеүҙең көҙгө миҙгелен, йола булараҡ, бал йәрминкәләре асып ебәрә. Шундай сараларҙың береһе Өфөнөң Черниковка биҫтәһенең Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанында 29 августа үтә. Былтыр ошондай йәрминкә ойошторолоп, халыҡ бик ҡыҙыҡһынғас, быйыл да үткәрергә ҡарар ителә.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсми хроника Яңылыҡтар

    Ил башлығына – рәхмәт һүҙҙәре
    БР Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Болгарияның баш ҡалаһы Софияла йәшәүсе Красомир Янковтан рәхмәт хаты килде.
    Унда: «Хөрмәтле Президент! Үҙемдең һәм ҡатынымдың исеменән Өфөлә булғаныбыҙҙа беҙгә яҡшы иғтибар күрһәтеүегеҙгә рәхмәт белдерергә рөхсәт итегеҙ. Махсуслаш­тырылған күҙ ауырыуҙары клиникаһы табиптарына ҡыҙыбыҙ Александраны дауалауҙары өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙгә ауыр мәлдә балабыҙҙың сәләмәтләнеүенә өмөт тыуҙы.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Президенттың сираттағы эш сәфәре Яңылыҡтар

    Республикабыҙ етәксеһе сираттағы шәмбеһен республика райондарында уҙғарҙы. М. Рәхимов етәкселегендәге делегация Дәүләкән, Әлшәй, Бәләбәй, Шаран, Туймазы, Йәрмәкәй райондарында булып, ундағы эш барышы, социаль тармаҡтағы хәл-торош менән танышты.
    Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында спорт-һауыҡтырыу комплексы асылды. Яңы бина «ГазпромТрансгаз Өфө» үҙ йәмғиәте тарафынан төҙөлгән. Президент был предприятиены социаль юҫыҡта алып барған эштәре өсөн өлгөлө тип белдерҙе. «ГазпромТрансгаз Өфө» хеҙмәткәрҙәренең социаль мәсьәләләренә етди иғтибар бирә, йорттар, төрлө үҙәктәр төҙөй.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    ИҢ СИБӘР ҠЫҘ – ВЕНЕСУЭЛАЛА

    Йәкшәмбелә Багам утрауҙарында үткән «Ғаләм һылыуҡайы – 2009» конкурсында Венесуэла сибәре Стефания Фернандес еңеп сыҡты.
    18 йәшлек ҡыҙ быға тиклем үҙ иленең иң матур ҡыҙы тип табылған.
    Ғаләмдең сибәркәйен билдәләүсе конкурста икенсе титул­ға Доми­никан Респуб­ликаһынан Ада Айми де ла Круз эйә булған, шулай уҡ Ҡытай һәм Таиланд ҡыҙҙары ла айырым номинацияларҙа билдәләнгән. Ә бына Санкт-Петербург ҡыҙы, «Рәсәй һы-лыуҡайы – 2009» София Рудьева финалға үткән 15 ҡыҙ араһына ла инә алмаған.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    3 һөйләм менән Яңылыҡтар

    Асҡын районындағы «Танып» шифаханаһы базаһында «Башҡортостан Республика-һының дауалау-профилактика учреждениеларында шәфҡәт туташтары эшен ойоштороуҙы оптималләштереү» мәсьәләләренә арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сарала АҠШ Милли һаулыҡ институттарының ҙур проекттары серияһы етәксеһе һәм күп һанлы мәҡәләләр авторы, шәфҡәт туташтары эше профессоры Френсис Льюис лекциялар уҡыны. Конференция сиктәрендә шәфҡәт туташтары эшен үҫтереү перспективалары, пациенттарҙы һәм уларҙың ғаиләләрен өйрәтеүҙә шәфҡәт туташының роле, яңы тыуған сабыйҙарҙы ҡарау һәм инсульт ваҡытында кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү проблемалары тикшерелде.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фәһемле һәм кәрәкле китап Яңылыҡтар

    фән һәм техника өлкәһендә республиканың дәүләт премияһына тәҡдим ителде
    Баҙар иҡтисадына күсеү шарттарында агросәнәғәт комплексы системаһында хеҙмәттәр баҙарын булдырыу, һөҙөмтәле эшләү һәм уны артабан үҫтереү проблемаларын өйрәнеү мөһим әһәмиәткә эйә.
    Әммә республикабыҙҙа был проблема әлегә аҙ тикшерелгән. Шуға ла Вилким Сабир улы Мәҡсүтовтың фән һәм техника өлкәһендә республиканың дәүләт премияһына тәҡдим ителгән «Сфера услуг АПК Башкортостана: реалии и тенденции развития» монографияһы агросәнәғәт комплексының аграр өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, бигерәк тә йәш белгес-аграрсылар өсөн Башҡортос-танда бик ваҡытлы һәм файҙалы. Был эш беҙҙе ошо проблема буйынса әлегә бик тикшерелмәгән дөйөм мәсьәләләр аспектына алып инеүсе тәүге ғилми эштәрҙең береһе.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru