Ҡомдан арҡан ишеп, күлде күлгә аҫып булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Йәшлек»кә иң тәүҙә яҙылам
  • Эшләгең килмәһә... алма аша!
  • Ҡурай еләгенән бәлеш
  • Тик ҡатын-ҡыҙҙар өсөн
  • Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Изгелектең юҡтыр сиктәре Яңылыҡтар

    Изгелектең юҡтыр сиктәре
    Һөйкөмлөлөгө, оло йөрәклелеге менән үҙенә тартып торған, ихтыяр көсө ныҡ булған ҡатын-ҡыҙҙар бар.
    Улар ниндәй генә ауырлыҡтарға юлыҡһа ла, кешелеклелек сифаттарын һоҡландырғыс итеп һаҡлап, артҡа сигенмәйенсә, һәр саҡ алға барырға ынтыла.
    Саҡмағош районында булғанда миңә нәҡ ошондай сифаттарға эйә булған Илфира Мәғәсим ҡыҙы Ғәлиева менән осрашырға тура килде. Тирә-яҡҡа йәм биреп ултырыусы йорттоң ихатаһына килеп ингәс тә, беҙҙе мөләйем йөҙлө хужабикә ҡаршы алды. Тәү күреүҙән уның ихтирамға лайыҡ ханым икәнлегенә шик ҡалманы.

    авторы: Альбина | 27 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ТӘҮГЕ МИЛЛИОН! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Республика игенселәре 25 авгусҡа 1 миллион 15 мең тоннанан ашыу иген һуғып алды. Башҡортостандың дәүләт бураларына иң тос өлөштө Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Илеш, Дүртөйлө, Саҡмағош райондарының хужалыҡтары индерә.
    Республикала планлаштырылған майҙандың 70 процентында иген һуғып алынған да инде.

    авторы: Альбина | 27 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Президент кубогы Словакияға китте Яңылыҡтар » Спорт

    Йыл да уҙғарылған Башҡортостан Президенты кубогына турнир быйыл инде 11 йыллығын билдәләне. Хәҙер ул халыҡ-ара статусына ла эйә, сөнки Европа клубтары ла ҡыҙыҡһынып, инде бер нисә йыл Өфөләге ярыштарҙа ҡатнашыуҙы хуп күрә. Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимовтың ҡотлау телеграммаһында: «Беҙҙең ысын-ысындан спорт һөйөүсе республикала ул билдәле Рәсәй һәм Европа клубтары ҡатнашлығында ун беренсе тапҡыр үткәрелә. Бөтә Башҡортостан «Салауат Юлаев» командаһының сағыу сығыштарын көтә. Турнирҙың бөтә матчтары ла көсөргәнешле, мауыҡтырғыс көрәштә үтһен һәм ҡатнашыусыларға алда торған «Гагарин кубогы»на әҙерләнеүҙә ярҙам итһен, ә ярышта ҡатнашыусы-ларҙың еңеү оҫталығы, батырлығы һәм ихтыяр көсө йәш спортсылар өсөн яҡшы өлгө булһын!» – тиел-гәйне.

    авторы: Альбина | 27 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсми хроника Яңылыҡтар

    Эшҡыуарлыҡҡа аяҡ салыусыларға ҡаты талап ҡуйыласаҡ
    «Рәсәй терәге» Бөтә Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы президенты Сергей Борисов республикаға эш сәфәренән һуң ошондай һығымта яһаны: «Илебеҙ төбәктәренең күбеһендә эшҡыуарлыҡ әүҙемлегенең түбәнәйеүе күҙәтелә. Бәләкәй предприятиелар һаны 45 процентҡа кәмегән. Башҡортостанда бөгөн хәл бөтөнләй киреһенсә. Һеҙҙә бизнесты үҫтереү өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Эш башлаусыға дәүләт ярҙамы күрһәтеү тәрән уйланылған һәм был яҡшы һөҙөмтәләр бирә».

    авторы: Альбина | 27 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бал йәрминкәһенә рәхим итегеҙ! Яңылыҡтар

    29 – 30 августа баш ҡаланың «Юбилейный» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда VI махсуслаштырылған башҡорт балы сауҙа-күргәҙмәһе уҙасаҡ.
    Унда умартасылар тәҡдим иткән татлы ризыҡтың бөтә төрөн – сәскә, йүкә, ҡарабойҙай, солоҡ балын һатып алырға мөмкин. Бынан тыш халыҡҡа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ҡулланылған башҡа умартасылыҡ продукцияһы ла тәҡдим ителәсәк.

    авторы: Альбина | 27 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Сентябрь аҙағында ҡаланың Ижтимағи үҫеш фонды «Өфө ҡалаһының һәм унда йәшәүсе-ләрҙең мәҙәни үҫеше» программаһы сиктәрендә «Өфөлә бейеү аҙнаһы» фестивале үткәрә. Сараның маҡсаты – үҫеп килеүсе быуында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау.
    Бейеү марафоны Спорт һарайында үтәсәк, фестиваль сиктәрендә мастер-кластар, күргәҙмә сығыштар ойоштороласаҡ.

    авторы: Альбина | 27 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Иң мөһиме – демократик һайлауҙар институтына ышанысты арттырыу» Сәйәсәт

    «Иң мөһиме – демократик һайлауҙар институтына ышанысты арттырыу»
    Башҡортостан Республикаһында октябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә үтәсәк һайлауҙарға старт июлдә үк бирелдеБашҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Рәмил МӘЖИТОВ көҙгө һайлауҙарға бәйле көнүҙәк һорауҙарға яуап бирә.

    авторы: Альбина | 27 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бүләктәре ҡыҙыҡ булмаҡсы Башҡортостан » Юбилейҙар

    Бөгөн – Кино көнө

    Кино көнө айҡанлы «Башҡортостан» киностудияһы хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа яңы эштәрен тәҡдим итә

    Өфөнөң «Родина» кинотеатрында бер нисә фильмдың исем туйы үтә. Атап әйткәндә, тамашасыларға һәләтле режиссер, Башҡортостан тарихына ихтирам һәм һөйөү менән янған Салауат Вахитовтың «Шүлгәнташ ҡурсаулығы» исемле документаль фильмы күрһәтелә.

    авторы: Альбина | 27 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru