Иҫәрҙең иҫе булмаҫ, ялҡауҙың эше булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Өфөлә донъя чемпионаты башланды
» Сәсеүгә әҙерлек мәсьәлә ...
» Тимерйән Әхтәм улы Шәрхиев
» Алдан һайлауҙар башланды
» Ғашиҡтарға арналған байрамда алтын йө ...
» Был йорттан кеше өҙөлмәй



«Иң мөһиме – демократик һайлауҙар институтына ышанысты арттырыу» Сәйәсәт
Башҡортостан Республикаһында октябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә үтәсәк һайлауҙарға старт июлдә үк бирелдеБашҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Рәмил МӘЖИТОВ көҙгө һайлауҙарға бәйле көнүҙәк һорауҙарға яуап бирә.– Рәмил Ғиниәт улы! Һуңғы йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы-ның һайлау системаһы өлкәһендә һиҙелерлек үҙгәрештәр булды. Берҙәм тауыш биреү көнөн индереүгә һеҙҙең ҡарашығыҙ ниндәй?
– Кәрәк ваҡытта ҡабатланып торған, закон менән билдәләнгән, йәшерен рәүештә үҙ ихтыярын белдереү нигеҙендә үткән туранан-тура, тиң һәм дөйөм демократик һайлауҙар теләһә ниндәй демократик дәүләттең нигеҙе булып тора, тип иҫәпләйем. Дәүләттең ошо стратегик ресурсҡа эйә булыуының төп билдәһе – йәмғиәттең бөтә төркөмдәренең, йәғни һайлаусы-ларҙың, сәйәси партияларҙың, уларҙың кандидаттарының, закондар сығарыу һәм башҡарма власть вәкилдәренең, бөтә кимәлдәге һайлау комиссиялары ағзаларының һайлау процесында әүҙем ҡатнашыуы.
Беҙҙең ил ғәйәт ҙур. Бик оҙаҡ фекер алышҡандан һуң, көньяҡ һәм төньяҡ төбәктәр һайлаусыларының мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, федераль законда ике тиң дата өҫтөнлөклө тип билдәләнде. Бөтә һайлауҙар РФ субъекттарында берҙәм тауыш биреү көндәренә билдәләнде: марттың икенсе йәкшәмбеһе һәм октябрҙең икенсе йәкшәмбеһе. Һәр субъект һайлаусылары тауыш бирә алһын өсөн шулай эшләнелә.
Октябрҙәге һайлауҙарға килгәндә, беҙ берҙәм тауыш биреү көндәренең дөйөм ҡағиҙәләренән бер ни тиклем ситкә тайпылдыҡ. Башҡортостанда көҙгө һайлауҙар, Республика көнөн байрам итеүгә бәйле, бер аҙнаға алдараҡ үтә.
– Рәсәй Президенты Д. Медведевтың РФ Федераль Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһе положениеларына ярашлы, 2008 йылдың 5 ноябрендә, Рәсәй ҡануниәтенә үҙгәрештәр индерелде. Уларҙың һайлау үткәреүгә туранан-тура ҡағылышы бармы?
– Рәсәй Федерацияһының һайлау системаһы камиллаша. Бөгөн Рәсәй Федерацияһы Президентының һайлау ҡануниәтен үҙгәртеүгә, уға төҙәтеүҙәр индереүгә ҡағылған ун позицияһы тормошҡа ашырыла.
Рәсәй Федерацияһы Прези-дентының һәм Дәүләт Думаһының конституцион вәкәләттәре срогына ярашлы рәүештә 6 һәм 5 йылға тиклем оҙайтылды. 7 проценттан кәм, ләкин һайлаусылар тауышының 5 проценттан артығын йыйған партиялар өсөн тауыш биргән граждандар мәнфәғәтен Дәүләт Думаһында күрһәтеү гарантиялары тәьмин ителде; һайлауҙар үткәргәндә һайлау залогы бөтөрөлдө һәм башҡалар.
Күптән түгел Рәсәй Президенты бөтә төбәктәр өсөн муниципалитеттарҙың вәкәләтле органдарына һайлауҙарҙа кандидаттар өсөн кәмендә 18 йәш тулыуын билдәләү тураһындағы закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим итте. Был ғәмәлдәге практикаға үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тота.
– Республика ҡануниәте лә камиллашамы?
– Яҙғы һайлауҙарҙан һуң беҙҙең комиссия эйә булған закондар сығарыу инициативаһы тәртибендә беҙ республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәр нигеҙендә эшләнгән Һайлауҙар тураһындағы кодексҡа үҙгәрештәр индереү хаҡында тәҡдим индерҙек. Көҙгө сессияға, уҙған һайлауҙар практикаһын, территориаль һайлау комиссияларының фекерҙәрен һәм суд практикаһын иҫәпкә алып, Кодексҡа үҙгәрештәр индереү буйынса сираттағы проект тәҡдим ителәсәк.
– Рәмил Ғиниәт улы, 2009 йылдағы октябрь һайлауҙары ниндәй буласаҡ?
– 2009 йылдың 4 октябрендәге берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостан Республикаһы территорияһында төрлө кимәлдәге урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буйынса 86 һайлау кампанияһы үткәреләсәк, шул уҡ ваҡытта 134 депутат мандаты алмаштырыласаҡ.
Һайлау 31 муниципаль районда үтәсәк, һайлаусылар исемлегенә 124 меңдән ашыу һайлаусы индереләсәк.
2009 йылдың 17 авгусына алдағы һайлау кампанияһында ҡатнашыу өсөн депутатлыҡҡа 312 кандидат, шул иҫәптән сәйәси партиялар тарафынан – 174 («Берҙәм Рәсәй – 134, КПРФ – 12, ЛДПР – 28), үҙ-үҙен тәҡдим итеү юлы менән 138 кандидат күрһәтелгән. Территориаль һайлау комиссиялары кандидаттарҙы теркәүҙе тамамланы, депутатлыҡҡа тәҡдим ителгән кандидаттар иҫәбенән 300 кандидат («Берҙәм Рәсәй» – 134, КПРФ – 9, ЛДПР – 26, үҙ-үҙен тәҡдим итеүселәр – 131) теркәлгән.
Үҙәк һайлау комиссияһының, территориаль һайлау комиссияларының эше һайлауҙан һай-лауға тиклем генә, тип яңылыш уйлайҙар, улай ғына ла түгел, артабан һайлауҙарҙың йомғаҡтарын билдәләүсе мөһим һайлау-ара осорҙо оноталар.
– Республика Үҙәк һайлау комиссияһының пландарында һәм ғәмәлдәрендә бөгөн иң мөһиме нимә?
–Башҡортостан Республикаһының һайлау системаһы көйлө, логик яҡтан бөтөн механизм булып тора. Республикала һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреү менән 69 территориаль һайлау комиссияһы, 3560 участка һайлау комиссияһы шөғөлләнә. Унда 30 меңдән ашыу комиссия ағзаһы эшләй. Комиссиялар тарафынан төрлө кимәлдәге 9361 депутат һайлана.
Әле республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы яңы һайлау нормаларын аныҡ үтәүгә йүнәлтелгән әҙерлек эше алып бара. Алда торған һайлау кампанияларына йүнәлеш алып, ошо маҡсатта февралдә – июндә территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре, Совет секретарҙары, система администраторҙары һәм башҡалар менән семинар-кәңәшмәләр үткәрелде. Көҙгө һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса һайлау комиссияларының бурыстарын билдәләү, бөтә кимәлдәге һайлау комиссияларының эш тәжрибәһенә анализ, хоҡуҡи һәм ойоштороу мәсьәләләрен ҡайтанан ҡарау уларҙы үткәреү һөҙөмтәһе булып торҙо. Ошондай осрашыуҙар сентябрҙә лә күҙаллана.
2009 йылдың 1 мартында республика Үҙәк һайлау комиссияһы тәүге тапҡыр «Һайлауҙар» дәүләт автоматлаштырылған системаһын ҡулланып, муниципаль һайлау үткәргәйне. Әйткәндәй, теүәл 15 йыл элек булдырылған үҙенсәлекле һәм донъяла уға тиңдәше булмаған система, бер нисә үҫеш этабын үтеп, даими камиллаша һәм бөгөн күп кимәлле ышаныслы мәғлүмәт системаһы булып тора.
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан сайт булдырылды, уның дизайны һәм эске структураһы тулыһынса яңыртылды. Унда райондарҙан яңылыҡтар, көнүҙәк темалар урынлаштырыла. Беҙҙең Интер-нет-сайтта күреү һәләте сикләнгән граждандар өсөн махсус рәүештә веб-биттәрҙе ҡарау мөмкинлеге булдырылған.
Сайтта бөтә 69 территориаль һайлау комиссияһының электрон паспорты эшләнгән һәм урынлаштырылған.
– Республика Үҙәк һайлау комиссияһының бик күп структуралар менән даими эшлекле аралашыуы ҡыуаныслы...
– Һайлау комиссиялары эшмәкәрлеге бик аныҡ көйләнгән, һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы менән дә үҙ-ара тығыҙ эш ойошторолғанда, кешеләр билдәле бер хәстәрлек тойғанда ғына һөҙөмтәле йоғонто яһауға өлгәшергә мөмкин, һайлауҙы ойоштороусылар уларҙың һай-лауға мотлаҡ килеүе һәм унда ҡатнашыуы, теге йәки был кандидатҡа өҫтөнлөк биреүе менән ҡыҙыҡһынырға тейеш.
Үҙәк һайлау комиссияһы, территориаль һәм участка һайлау комиссиялары ағзаларының ышаныслы һәм тығыҙ хеҙмәттәшлеге мөхитендә профессиональ эшмәкәрлек ярҙамында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшелә.
Комиссия яҡшы тәжрибә тупларға, республиканың ҡайһы бер министрлыҡтары һәм ведомстволары, күрше төбәк-тәрҙең, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең комиссиялары менән эшлекле бәйләнештәр ҡорорға, һайлауҙарҙы ойоштороусыларҙы уҡытыу, йәш һайлаусыларҙың хоҡуҡи белеме мәсьәләләрендә етди аҙым яһарға өлгөрҙө.
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы ғилми һәм мәғариф учреждениелары менән хеҙмәттәшлекте нығыта һәм киңәйтә. Граждандарҙың күп һанлы категорияһы – йәштәрҙе һайлау мәсьәләләрендә белемле итеүгә айырым иғтибар бүләбеҙ. Һайлауҙарҙы һәм референдумдарҙы ойоштороусыларҙың профессиональ әҙерлеге һәм һайлаусыларҙың хоҡуҡи мәҙәниәте, һайлау алды агитацияһында һайлау һәм референдум процестары субъекттары хоҡуҡтарын тәьмин итеү, заманса һайлау технологияларын ҡулланыу өлкәһендә хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тотабыҙ. Быға, атап әйткәндә, төрлө осрашыуҙар, «түңәрәк өҫтәл»дәр, семинарҙар үткәреү булышлыҡ итә. Көҙгө һай-лауға әҙерлек барышында яңы осрашыуҙар һәм аралашыуҙар күҙаллана.
«Берҙәм Рәсәй», КПРФ, ЛДПР сәйәси партияларының республика бүлексәләре етәкселәре менән осрашыуҙар эшлекле һәм асыҡтан-асыҡ әңгәмә мөхитендә үтте.
Беҙ Башҡортостан Респуб-ликаһының Һайлауҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереүгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Улар федераль ҡануниәткә индерелгән һуңғы яңылыҡтарға бәйле. Партияларҙың сәйәси әүҙемлеге, уларҙың республика Үҙәк һайлау комиссияһы менән үҙ-ара тығыҙыраҡ эш итеүе темалары ҡаралды. Технология яңылыҡтарын, атап әйткәндә, Интернетты файҙаланып, электрон тауыш биреүҙе практикаға индереү, һайлауҙарҙың асыҡлығын тәьмин итеү һәм һайлау процесына ышанысты арттырыу мәсьәләләре йәнле барҙы.
Һайлауҙарҙы ойоштороусыларҙы, уларҙың резервын әҙерләү бурысы көнүҙәк булып ҡала, был иң элек 2011 – 2012 йыл-дарҙағы федераль һайлауға әҙерлеккә бәйле. Шуға күрә беҙ һайлау системаһының төп фундаментын – һайлау комиссияларының кадрҙар составын нығытыу мәсьәләһен дә ҡараныҡ. Беҙ һайлау процесы, һайлау хоҡуғы үҙенсәлектәренә уҡытыу партиялар, кандидаттар, күҙәтеүселәр, бөтә кимәлдәге һайлау комиссиялары ағзалары өсөн бергә үтһен тип тырышабыҙ. Бынан тыш, күҙәтеүселәрҙе сәйәси партияларҙан һәм хәрәкәттәрҙән алып уҡытырға кәрәк, тигән һығымтаға килдек. Улар үҙҙәренең хоҡуҡтарын ғына түгел, бурыстарын да белергә тейеш.
– Һеҙҙең ҡарашҡа, халыҡтың электораль әүҙемлеге нигеҙендә нимә ята?
– Һайлаусыларҙы мәғлүмәт менән тәьмин итеү – һайлау комиссиялары эшенең айырым һәм бик мөһим өлөшө. Һайлаусылар – һайлауҙарҙың мөһим ҡатнашыусылары, шуға ла беҙ һәр ваҡыт уларҙың килеү-килмәүенә иғтибар итәбеҙ. Граждандар һайлауға ни тиклем күберәк килһә, шул тиклем фекер иҫәпкә алынасаҡ. Һайлау участкаһына килмәү – был да ҡарар. Ләкин ул осраҡта шуны аңларға кәрәк: һин һайла-майһың, ә һинең өсөн һай-лайҙар. Халыҡ кемде һайлауын, теге йәки был мәсьәләне кем менән хәл итерен белергә тейеш. Депутатлыҡҡа кандидаттарҙы йөҙгә генә танырға түгел, уларҙың программаларын да белеү мөһим. Шуға күрә һайлау хоҡуғы субъекттарының бурысы, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, киң билдәлелекте, бөтә кимәлдә һайлауҙарҙы ойоштороусы-ларҙың ҡарарҙарының һәм ғәмәлдәренең асыҡлығын тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала.
Йола булараҡ, Башҡортос-танда һайлаусыларҙың һайлау участкаларына килеү кимәле юғары. Һайлаусы файҙаһына беҙҙең берлектәге эшебеҙ, һайлау кампанияларына әҙерлек көтөлгән һөҙөмтәләргә килтерер, тип ышанам.

Мәүлиҙә ЯҠУПОВА әңгәмәләште.
 (голосов: 0)
авторы: Альбина | 27 августа 2009 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Берлектәге эш берегә
  • Әҙерлек юғары кимәлдә
  • Һайлауҙар уңышлы үткән
  • Һайлауҙа ҡатнашып, йәштәр үҙ я ...
  • Танытмалар бирелә
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru