Иртә торған егеттең ырыҫы артыҡ, иртә торған ҡатындың өлөшө артыҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хужабикәгә кәңәш
  • Йондоҙнамә
  • Ҡайһыбыҙ иренмәй, ҡайһыбыҙ....
  • Байрам менән!
  • Тырнаҡтарҙы ҡасан киҫергә?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡатты, ҡатты... Яңылыҡтар » Иғтибар

    Бөгөн күптәр эс ҡатыуҙан яфалана. Дарыуҙар был проблеманы ваҡытлыса ғына еңеләйтә, тора-бара эш тағы ла ҡатмарлашырға мөмкин. Шуға ла дауалауҙы иң ябай һәм һыналған алымдарҙан башларға кәңәш итәбеҙ. Әйтәйек, тоҙло һыу эсеп дауаланыу. Бының өсөн ябай аш тоҙон бер стакан һыуҙа иретеп (эсә алырлыҡ дәрәжәлә), иртән ас ҡарынға эсергә кәрәк. Аҙаҡ еңелсә генә иртәнге аш ашарға. Икенсе стакан тоҙло һыуҙы көндөң икенсе яртыһында эсергә.

    авторы: Альбина | 22 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡоштарҙың бар төрлөһө... Яңылыҡтар

    Ер йөҙөндә 8500 төрлө ҡош иҫәпләнә.
    Аҡҡошта – 25 мең самаhы, ҡыр өйрәгендә – 12 мең, hайраусы ҡоштарҙа 1,5 – 4 мең ҡаурый бар.
    Иң оҙон ғүмерле ҡоштар – ҡоҙғондар. Ситлектә улар 70 йәшкә тиклем генә йәшәй, ә иректә ике тапҡырға оҙағыраҡ. Бөркөттәр 80 йыл ғүмер кисерә.

    авторы: Альбина | 22 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Хәрби часҡа биҡ ҙур ҡунаҡтар килеп төшә. Бөтә ер ялт итеп тора: йыйыштырылған, ер һеперелгән. Көтмәгәндә генерал ерҙә көйрәп ятҡан тәмәке төпсөгөн күрә һәм:
    – Кемдең төпсөгө? – тип ҡысҡыра.
    – Бер кемдеке лә түгел, иптәш генерал, алығыҙ, – ти сержант.

    авторы: Альбина | 22 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙекеләр Мәскәүҙе һәм Санкт-Петербургты яулай Яңылыҡтар

    Беҙҙекеләр Мәскәүҙе һәм Санкт-Петербургты яулай
    БР Хөкүмәте Премьер-министры Рәсәй вуздарында уҡыясаҡ абитуриенттар менән осрашты
    Уҡыу йорттарына ҡабул итеү һынауҙары артта ҡалды. Бөгөн иһә уларҙы уңышлы үтеүселәр уҡырға барырға әҙерләнә. Бындай бәхетлеләр араһында Рәсәйҙең иң алдынғы вуздарына уҡырға инеүсе 120 абитуриент та бар. БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Конгресс-холда илебеҙҙең абруйлы вуздарында белем аласаҡ абитуриенттар менән осрашты. Унда шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, мәғариф министры Зиннәт Аллаяров ҡатнашты.

    авторы: Альбина | 20 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауылдар тарихы – яңы китапта Яңылыҡтар

    Ауылдар тарихы – яңы китапта
    «Китап» нәшриәте Әнүәр Әсфәндиәровтың «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» тигән китабын сығарҙы. Уның рус телендә сығарылыуы 2010 йылда илебеҙҙә уҙғарыласаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға һәм Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығына бағышланған.
    Нәшриәттә әйтеүҙәренсә, китап уҡыусыларҙың үтенесе буйынса ба-ҫылған. Һуңғы ваҡытта кешеләрҙең тыуған яҡтарының тарихына һәм шәжәрәһенә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы артты. Быға башлыса республикала һәр ерҙә йыл һайын Шәжәрә байрамын үткәреү булышлыҡ итә.

    авторы: Альбина | 20 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар Яңылыҡтар

    Кешеләр һаман табылмаған

    Хакасия Республикаһының Саян-Шушенск гидроэлектростанцияһындағы авария һөҙөмтәһендә, урындағы Майан ҡасабаһының ике балыҡ үрсетеү хужалығында ике тоннаға яҡын бағыр юҡҡа сыҡҡан.
    Был ҡиммәтле балыҡтарҙы махсус рәүештә үрсеткән булғандар. Ә йылға балыҡтары бындай һәләкәттәргә әллә ни бирешеп бармай – улар ҡасып ҡотолоуға һәләтле.

    авторы: Альбина | 20 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсми хроника Яңылыҡтар

    Республика башлығына дуҫлыҡ сәләмдәре килде

    БР Президенты М. Рәхимов исеменә Беларусь Республикаһы Президенты А. Лукашенконан хат килде.
    «Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!
    Беларусь Республикаһының Бойондороҡһоҙлоҡ көнө менән ҡотлағанығыҙ өсөн ихлас рәхмәтемде еткерәм. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек һәм яуаплы эшегеҙҙә яңы уңыштар теләйем», – тиелә хатта.

    авторы: Альбина | 20 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өсһөйләм менән Яңылыҡтар

    Сибай ҡалаһы Балалар сәнғәт мәктәбенең өлгөлө «Гөлдәр» бейеү ансамбленә Башҡортостан Республикаһы Президентының 100 мең һумлыҡ гранты тапшырылды. Луиза Яхина етәкселегендәге балалар ансамбле был наградаға республика мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн лайыҡ булды. Ансамблдә дүрт йәштән 17 йәшкә тиклемге 70-ләп кеше шөғөлләнә, мәктәп директорының әйтеүенсә, грантҡа отҡан 100 мең һум аҡса коллективтың матди базаһын яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк.

    авторы: Альбина | 20 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru