Ҡалған эш - төштән кире.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Шәжәрәңде бел!
  • [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b]
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • ӨС АУЫР ҺОРАУ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Хеҙмәттәшлек сиктәре киңәйә. Республика йортонда БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев менән «Нижнекамскнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Владимир Бусыгиндың эш осрашыуы үтте. Унда Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводының етештереү майҙанында берлектә фенол антиоксиданттары етештереүҙе ойоштороу проекты, бынан тыш, изопрен синтетик каучук етештереү буйынса берлектәге эшмәкәрлек мәсьәләләре ҡаралды.

    авторы: Альбина | 29 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дайджест Яңылыҡтар

    Рәсәй Курилға кем «хужа» икәнлеген иҫкәртте

    Япония парламенты «төньяҡ территориялар»ҙың Көнсығыш илдәренә ҡарағанлығын таны-ған законды ҡабул итте.
    Рәсәй властары быны ҡәтғи рәүештә кире ҡаҡты, Сит ил эштәре министрлығы япон-дарҙың Курилда йәшәүселәргә тәғәйенләнгән гуманитар ярҙамынан баш тартты. Ә яңыраҡ утрауҙа Федерация Советы Рәйесе Сергей Миронов булып ҡайтты.
    Шикотан утрауында сик һаҡлаусы моряктарҙы дәртләндереп, ул Кунашир утрауы морондарының береһендә Рәсәй байрағын күтәрҙе – был ерҙән Япония ярҙары күренеп тора.

    авторы: Альбина | 29 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БАҘАРҒА ҮҘЕБЕҘ ХУЖА БУЛАЙЫҠ! Иҡтисад

    БАҘАРҒА ҮҘЕБЕҘ ХУЖА БУЛАЙЫҠ!
    йәки Ауыл халҡы үҙ продукцияһын бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ һата аламы?
    Йәй-көҙ – йәшелсә-емеш мәле. Был осорҙа уңғандар һәм тырыштар тәбиғәт биргән байлыҡты йыйып, һатып, унан табыш ала. Мәҫәлән, еләк-емеш, бәшмәк йыйып, миндек бәйләп һатып та финанс хәлеңде яҡшыртырға мөмкин. Замананың шундайы етте, бөгөнгө крәҫтиән, тәбиғәт байлығынан файҙаланып, баҡсасылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнеп, үҙ кеҫәһен хәстәрләй ала. Баҡсала картуфты һәм башҡа йәшелсәне күберәк сәсеп, уларҙы дөрөҫ итеп тәрбиәләгәндә мул уңыш алырға мөмкин, ҡаҙ, өйрәк бәпкәләрен, тауыҡ себештәрен үҫтереү ҙә отошло, шулай уҡ малды күберәк аҫрап, уның һөт-майын, итен һатыуға сығарғанда ла табыш килә.

    авторы: Альбина | 29 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ырыҫлы төбәктең байрамы ла матур Яңылыҡтар

    Ырыҫлы төбәктең байрамы ла матур
    Сибай сираттағы Ҡала көнөн яҡшы эш һөҙөмтәләре, еңеүҙәр менән ҡаршыланы
    Сибай ҡалаһының тыуған көнөндә Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе – бар ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар ошонда күсеп сыҡҡандай тойолдо. Һәр кем, ҡырҡҡа ярылырҙай булып, иртәнән төшкәсә паркты бер итеп ураны, концерттан – спорт ярышына, бәйгенән ижади сығыштарға өлгөрә алмай хитланды:
    – Эльбрус Ниғмәтуллин машина күтәрә, тиҙәр, әйҙә шунда!

    авторы: Альбина | 29 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кәңәшсем дә, әйҙәүсем дә булды... Башҡортостан » Хәтер

    Шағир Самат Ғәбиҙуллин бик күптәргә әҙәбиәт донъяһына фатиха бирҙе
    Республикабыҙҙың ҡайһы ғына төбәгендә эшләһәм дә, район гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе булдым. Тәрбиәүи мәсьәләләргә, ер өҫтө байлығы – урманды рациональ файҙаланыу кәрәклеге тураһында яҙылған мәҡәләләрем Нуриман районының «Ҡыҙыл шишмә» гәзитенең һәр һанында тиерлек баҫылды. Шағир Самат Ғәбиҙуллин ағай менән һирәкләп осрашып торабыҙ. «Мәҡәләләрең фәһемле, йөкмәткеле генә, ниңә урман эшселәре тураһында хикәйәләр яҙмайһың?» – тине ул бер осрашҡанда.

    авторы: Альбина | 29 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Харамдан тыйыла беләбеҙме? ---

    йәки Ғәйбәт һөйләмәгеҙ, кешеләрҙе нахаҡҡа рәнйетмәгеҙ
    Яңыраҡ бар мосолман халҡы изге Рамаҙан айына аяҡ баҫты. Йылына бер тапҡыр килә торған был ваҡытта ураҙа тотоуҙың хикмәттәре ҙур һәм күп. Рамаҙан айында хаҡ мосолман үҙен әхлаҡи яҡтан матур тоторға бурыслы. Йәғни ялған, ғәйбәт, йәмһеҙ һүҙҙәр һөйләү, төрлө гонаһ эш ҡылыу тыйыла. Әммә улар тик ураҙа айы ваҡытында ғына тыйылмай, ә һәр кешенең булмышына фарыз сифаттар.

    авторы: Альбина | 29 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәмәкеңде ташла, гүзәл зат! Сәләмәтлек

    «Тәмәкең юҡмы, һылыу?» – тип өндәште миңә бер көндө юлымда тап булған ир. Танышыраҡ кешем булһа, уға оҙон лекция уҡыр инем, ә был ҡәтғи: «Юҡ!» – тигәнемде генә ишетте. Ошо мәғәнәһеҙ һорауҙы биреүҙәре сығырымдан сығарҙы. Хәйер, уның ғәҙәти: «Сәғәт нисә?» – кеүек яңғырауына хәҙер береһе лә аптырамай. Сөнки урамда тәмәке көйрәтеүсе ҡатын-ҡыҙ быуа быуырлыҡ.

    авторы: Альбина | 29 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Изгеләрҙән изге аманат Башҡортостан

    Былары – хәтерҙә ҡалған юлдар, бәлки, улар хаттағыларҙы һүҙмә-һүҙ ҡабатламайҙыр. Әммә ят ерҙә илен-төйәген бер күрергә зар-интизар булып мәңгелеккә ятып ҡалған башҡорттоң атайсалына яҙған һуңғы сәләме шулайыраҡ ине.
    Сәләм-хаттар тигәндәй, миңә ваҡытында окоптарҙан яҙылған байтаҡ фронт хатын уҡырға тура килгәйне. Аҙағыраҡ, мауығып китеп, тылда эшләүсе яҡташтарыбыҙҙың фронтҡа, гәзит-журнал редакцияларына, туғандарына яҙған хаттарына таянып мәҡәлә лә яҙғайным. Әле булһа хайран ҡалам: әллә утыҙынсы-ҡырҡынсы йылдарҙа илебеҙҙә бөтөнләй икенсе зат кешеләре йәшәнеме икән?

    авторы: Альбина | 29 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru