Кем эшләмәй, шул ашамай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • Дәрестә
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Суғамаҡ башында ---

    Суғамаҡ башында
    Йәйҙең һуңғы айының матур, ҡояшлы ял көндәрендә Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы активистары Ҡыштым ҡалаһы янында урынлашҡан Суғамаҡ тауында һәм мәмер-йәһендә булып ҡайтты. Урындағы Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Тимур Сафиуллин, активистар Нәилә Шаҡаева менән Максим Ишбир-ҙин сәйәхәт тәьҫораттары тураһында һөйләне.

    авторы: Альбина | 27 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Изгеләрҙән изге аманат Башҡортостан

    Тәңре ҡарынында ни яралған?
    Эҫеле-туңлы ер яралған.
    Ер ҡуйынында ни яралған?
    Халыҡ булыр ир яралған.
    Ир йөрәгендә ни яралған?
    Донъя ҡорор ил яралған.

    Өләсәйем әйткән һамаҡтан.

    авторы: Альбина | 27 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кетмәр Әҙәбиәт » Хикәйә

    Саналағыкейем-түшәк ара-һында яңылыш эләгеп килгән йән эйәһенең егерме йылдан ашыу беҙҙең ғаиләнең дуҫы, һаҡсыһы, дөрөҫөрәк әйткәндә, тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып китерен берәү ҙә уйламай ине ул саҡта. Һап-һары ғына, ир кешенең усына һыймалы көсөктө атай юлда барғанда, санаһындағы түшәк араһында шәйләп ҡалған. «Малайҙар тотоп йөрөй ине шул, кире алып барырға ярайһы уҡ ер ҙә үтеп кителгән. Ярай инде, «Кетмәр», имен булһаң, беҙҙең ҡунаҡ булырһың», – тип ҡуйынына тығып, өйгә алып ҡайтҡан. Һары көсөк ашап алғас, үҙенә ҡарап ултырған бесәйгә ырылдап алған да, йоҡлап киткән. Төн урталарында кемгәлер асыуланып сәңкелдәп өрөүе икенсе көндән үк тышҡа сығарылыуына сәбәп булған.

    авторы: Альбина | 27 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәнлектәр донъяһы Яңылыҡтар » Иғтибар

    Йәнлектәр донъяһы
    Көслө лә ул, аҡыллы ла... йыртҡыс та!Бала саҡта айыуҙарҙың цирк аренаһында конькиҙа йөрөгәнен кем генә яратмағандыр. Халыҡта «айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр» тигән әйтем дә бар. Был, әлбиттә, баш бирмәҫ, ҡырыҫ холоҡло, үҙ һүҙле кешегә ҡарата әйтелгән мәҡәл. Шуға ла тиктормаҫ, уҡыуға бик иҫе китмәгән малайҙарға уҡы-тыусылар уны йыш тылҡый торғайны. Ысынлап та, нисек өйрәтәләр икән был йәнлекте, тип аптырай инек. Ләкин уларҙы, зоопарктарҙағы ситлектә меҫкен хәлендә күреп, йәлләнек тә. Сөнки күңелгә әкиәттәр аша көслө, йәнһүрәттәр аша аҡыллы (мәҫәлән, Мауглиҙың уҡытыусыһы), булып килеп инделәр. Их, кеше, тиһең ҡайһы саҡта, үҙеңде бар тереклекте буйһондороусы итеп күрһәтер өсөн ни генә ҡыланмайһың?!

    авторы: Альбина | 27 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тиҫкәрелек бәләһе Яңылыҡтар » Спорт

    «Салауат Юлаев» командаһында «Спартак» менән килешеү буйынса уйнарға тейеш булған 17 йәшлек Кирилл Кобанов, һаман да юлаевсылар рәтенә килеүҙән баш тартып, беренселектән бөтөнләй ситләштерелде. Әгәр эштәр яйға һалынмаһа, ул өс йыл буйына бер ҡайҙа ла уйнамаясаҡ. Бына шулай, атаһының һәм үҙенең тиҫкәрелеге арҡаһында, үҫмер әле үк үҙенең спорт яҙмышына нөктә ҡуймаҡсы. Ә бит уны КХЛ-да көслөләрҙән һаналған клуб һәм дә билдәле тренер үҙ ҡанатына саҡырҙы.

    авторы: Альбина | 27 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «БӘХЕТЛЕ ТРОЛЛЕЙБУС» КӨТӘ ҺЕҘҘЕ Яңылыҡтар

    «БӘХЕТЛЕ ТРОЛЛЕЙБУС» КӨТӘ ҺЕҘҘЕ
    «Байтус» – үҫ-мерҙәр өсөн тәғәйенләнгән иң мауыҡтырғыс, күңелле тапшырыуҙарҙың береһе. Телевизор ҡараусылар һәр йәкшәмбе һайын яратып көтөп алған программа беренсе тапҡыр эфирға 2005 йылдың 20 ноябрендә сыға. Республика башҡорт лицей-интернаты уҡыусылары ҡатнашлығында төшөрөлгән «Байтус», ҡыҫҡа ваҡыт эсендә популярлыҡ яулау менән бер рәттән, Рәсәй кимәлендә үткән конкурстарҙа ла билдәлелек яулап өлгөрҙө. Әйтәйек, бер нисә йыл рәттән «Включайся!» Бөтә Рәсәй балалар телевидениеһы фестивалендә еңеүсе булһа, былтыр иң яҡшы йәштәр программаһы тип танылып, «AVANTE» ҡала йәштәр йәмәғәт премияһына лайыҡ булды.

    авторы: Альбина | 27 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    «Көрсөккә ҡаршы программа: тағы ла ярты йыл эш хаҡы түләмәҫкә, аҙаҡ халыҡтың ҡайҙан аҡса алыуын күҙәтергә һәм беҙгә лә шунда барып, күп кенә эләктерергә».

    авторы: Альбина | 27 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡортсолоҡ – заманса шөғөл Яңылыҡтар » Конкурстар

    Ҡортсолоҡ – заманса шөғөл
    Ейәнсура районында өлкәндәр һәм балалар араһында үткән республика конкурстары боронғо кәсеп менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың күп булыуын күрһәтте
    Борон-борондан һәр яҡшы эш, ыңғай хәл-күренеш, тормош-көнкүрешебеҙҙә ныҡлы урынлашып, тамыр йәйеп, үҙ традицияларын барлыҡҡа килтерә. Республикабыҙҙа халҡыбыҙ кәсебе ҡортсолоҡ та, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан етәкселегенең ныҡлы иғтибарына һәм ярҙамына таянып, ышаныслы үҫешә башланы. Бер үк ваҡытта умартасыларҙың үҙҙәренә генә хас матур йолалары ла хасил булды.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru