Бер көн артта ҡалһаң, биш көн йүгерерһең.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Йондоҙнамә
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Ҡолаҡ һал!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Эсмәйек! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Эсмәйек!
    «Беҙҙән дә күберәк береһе лә эсмәй»
    Сочиҙа үткән кәңәшмә күңелдәрҙә өмөт уята

    Хеҙмәтендә ғалим «Иҫерткес эсеүҙән ҡотолоу саралары» тигән бүлек тә килтерә:
    «Донъя көтөү ысулын һәләк итеү менән бергә, дини вазифаларҙы таш-лауға ла сәбәпсе булған әлеге фажиғәнән үә ҡот осҡос бәләнән һәм бәхетһеҙлектән ҡотолоуҙың ышаныслы юлы – дин тәрбиәһелер. Мәктәптәрҙә уҡыусы бөтә шәкерттәргә һәм әсәләренең күҙ уңында үҫеүсе балаларҙың зиһендәре ирешерлек булғандарына дин тәрбиәһе биреү үә ошо бысраҡ эштән Ҡөрьән Кәримдең ҡәтғи сикләүен аңлатып, күңелдәренә шуны һеңдереүҙер. Был – бер.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Университетым менән ғорурланам Башҡортостан » Юбилейҙар

    Башҡорт дәүләт университетына – 100 йыл
    Беҙҙең ғаилә Башҡортоста-ныбыҙҙың гүзәл төйәк, бәрәкәтле ер булыуына ғына түгел, билдәле уҡыу йорттарының күплегенә лә хайран ҡала. Айырыуса Башҡорт дәүләт университеты – дөйөм ғорурлығыбыҙ. Сөнки ишле ғаиләбеҙ ағзаларының күбеһе ошонда белем һәм һөнәр алды.
    Беҙ – Белорет районының Бирҙеғол ауылынан сыҡҡан кешеләрбеҙ. Яҙмыш ҡушыуы буйынса илебеҙҙең төрлө тарафына таралғанбыҙ. Атайыбыҙ Ғүмәр Йомадил улы Йомадилов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине, алдынғы урман ҡырҡыусы булып танылды. Әсәйебеҙ Мәймүнә Сәйетгәрәй ҡыҙы ла һуғыш михнәтен татыған кеше булды. Үҙҙәренә 3 – 6 синыф ҡына белем эләкһә лә, беҙҙе, ете баланы, уҡытыр өсөн күп көс һалдылар. Бишебеҙ БДУ-ны тамамланыҡ, хәҙер күбебеҙ хаҡлы ялда. Ул-ҡыҙҙар, ейән-ейәнсәрҙәр беҙҙең юлдан бара.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ул йәштәргә фатихаһын бирҙе Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ул йәштәргә фатихаһын бирҙе
    Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр ХӘКИМОВТЫҢ тыуыуына – 80 йыл
    Милли ғорурлыҡ тураһында

    Мәскәүҙә мин Мәликә исемле тажик ҡыҙы менән бер бүлмәлә торҙом. Шәреҡ, тәбиғи, борон-борондан нәфис һүҙ, шиғриәт менән донъяны әсир иткән. Был традиция үҙ асылын юғалтмаған, әҙәби һүҙгә мөнәсәбәт хәҙергә тиклем әллә ни үҙгәреш кисермәгән. Урта Азиянан килеп белем алыусы студенттарҙың күпселеге һүҙ сәнғәтенә мөкиббән киткәйне. Арбаттағы китап магазинында Әхиәр Хәкимовтың рус телендә сыҡҡан повестар йыйынтығын һатып алғайным. Повестарҙың йөкмәткеһе, геройҙарҙың хәрәкәте, сюжеттарҙың психологизмы күңелдә ҡабатланмаҫ кисерештәр уятты. Унда бер героиняның исеме Мәликә булып сыҡты.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Киләһе йәйгә ҡәҙәр! Яңылыҡтар

    Киләһе йәйгә ҡәҙәр!
    Әбйәлил районында балалар йәйге ялды күңелле һәм файҙалы үткәрҙеЙәшәгән, ти, батырҙар... ҡырҙа

    Бала саҡта, хыялдар ҡанатлы ваҡытта, ҡырҙа палаткаларҙа йәшәп, дуҫ-иштәрең менән ял итеү – иң ҙур бәхет. Ғөмүмән, ҡаҙанда боҫрап бешкән ашты ашап, күнәктә ҡайнаған хуш еҫле сәйҙе эсеп, кемуҙарҙан сутылдаған ҡоштар концертын тыңлап йоҡоға талыу, тын йылға ағышы, япраҡтар шыбырлашыуы аҫтында иртән уянып, яңы көндө ҡаршылау – шунан да хозурыраҡ нимә бар?! Тәбиғәт ҡосағында үҙ-ара аралашыу ҙа икенсе төҫлө, сөнки йөрәк тынысыраҡ тибә, борсолоуҙар ҡул менән һыпырып алғандай юйыла, уйҙар һәүетемсә генә ыңғайлана.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй ---

    йәки автомобилде нисек дөрөҫ тонировкаларға?Автомобилгә тонировканы артыҡ сығымһыҙ ҙа йәбештерергә мөмкин, бының өсөн эште үҙ көсөгөҙ менән башҡарырға кәрәк, ти оҫталар.
    Быялаларҙы тонировкалау бөгөн бик популяр һанала. Әле ҡасан ғына эстән күренер, тыштан күренмәҫ тонировканы тик ҡалын кеҫәле кешеләр генә эшләтә ала ине һымаҡ. Заман тигәнең етеҙ атлай – бөгөн уны һәр кем үҙенең «тимер дуҫы»на ҡуйыу мөмкинлегенә эйә.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауырлыҡтарһыҙ йәшәү йәшәү түгел Әҙәбиәт » Хикәйә

    Күбәләк ҡорто йомғағындағы бәләкәй генә тишектән бик интегеп сығырға маташыуын күҙәтеп торған кеше күбәләктең шул тиклем тырышҡанын күреп, хәле бөткән йән эйәһенә ярҙам итмәксе булып, тишекте бысаҡ осо менән киңәйтә. Күбәләк унан тиҙ генә сыға. Тик ул бик йонсоу һәм бәләкәй була, ҡанаттары үтә күренеп тора, бик яй ҡуҙғала. Кеше, хәҙер күбәләктең ҡанаттары йәйелер ҙә, ул осоп та китер, тип күҙәтеүен дауам итә. Тик улай булмай! Бөтә ҡалған ғүмерен күбәләк ерҙә үткәрә, ҡанаттары шул килеш ҡала, асылмай, һәм ул бер тапҡыр ҙа осоп та ҡарай алмай. Ни өсөнмө?

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кефир диетаһы Яңылыҡтар » Иғтибар

    Уның үҙенсәлеге – тиҙ ябығыуға өлгәшеп булмай. Әммә ябыҡһаң, ул оҙаҡҡа етә, йәғни артыҡ килограмдар кире ҡайтмай. Кефир диетаһы һимеҙлектән генә түгел, ә атеросклероздан, ҡан әйләнеше боҙолоуҙан, нефриттан, бауыр һәм үт бүлеү юлдары ауырыуҙарынан да ярҙам итә. Икенсе төрлө әйткәндә, кефир диетаһы эсәклекте таҙартыу сараһына тиң.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәйбуллала автобустар ғәйеп була... Яңылыҡтар » Иғтибар

    («Һәнәк» журналының 8-се һаны донъя күрҙе)
    Әҙәм балаһын шаҡ ҡатырырлыҡ хәлдәр беҙ йәшәмәгән ерҙәрҙә генә булалыр, тип уйлайбыҙ ҡайһы саҡ. Баҡһаң беҙҙең республикабыҙҙа ла ғәжәп күренештәр йыш булып тора икән. Әммә, ни ғәләмәт, беҙгә был турала әллә ни һөйләп бармайҙар. Мәҫәлән, Хәйбуллала Бермуд өсмөйөшө кеүек серле урын барлығын район халҡы күптән белә, ти. Был тирәлә йыш ҡына хатта маршрут автобустары ла ғәйеп була ла ҡуя, имеш. Ҡото осҡан халыҡ хәҙер ни эшләргә лә белмәй, ти.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru