Арғымаҡтың билгеһе - ҡаҙылыҡ йыймаҫ, ял йыйыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Белем – хазина, уға асҡыс – хеҙмәт
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • Йыланлы урын
  • ҺӨТ АРЗАНЫРАҠ
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Нимә генә урламайҙар! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Өфө ҡыҙҙарының береһе үҙенең 25 йәшлек юбилейын ресторанда билдәләмәксе була. Әммә мәжлес енәйәт менән тамамлана.
    Йәштәргә шау-шыу етмәнеме, әллә «Иң яҡшы бүләк» конкурсы сигенән сыҡтымы – көтмәгәндә ресторандың бер бүлмәһенән «Крехер» йыуыу аппараты юғала.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Дарыуханала бер ир аптырап тора:
    – Ҡатыным дарыу артынан сығарҙы, ә мин исемен оноттом. Ҡыҫҡа ғына исемле ине. Уның ҡатнашмаһына гидроксиметиламинотрифенилацетат ингәнен генә хәтерләйем.

    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡояшлы көн эшләр өсөн генә Яңылыҡтар

    Ҡояшлы көн  эшләр өсөн генә
    Бер көн йылды туйҙыра, тигәндәй, бөгөн игенселәр өсөн иң яуаплы мәлдәрҙең береһе етте. Берсә аяҙытып, берсә ямғыр яуып торған тотороҡһоҙ көндәрҙә улар өсөн төп бурыс – сәселгән игенде юғалтыуһыҙ йыйып алыу.
    Быйыл республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә ҡоролоҡ булды, шунлыҡтан уңыштың күләме лә түбәнерәк икәнлеге билдәле. Шулай ҙа үҫтерелгән икмәк үҙебеҙгә етәсәк. Әле аяҙ көндөң һәр минутының ҡәҙерен белеп, республика игенселәре баҫыуҙа тир түгә.
    «Беҙгә ҡоролоҡ әллә ни ҡағылманы, – ти Ҡариҙел районының «Нур+Р» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Фәнзир Әлетдинов. – Ҙур уңышҡа өмөт бағлап торабыҙ».

    авторы: Альбина | 22 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Помидор 20 һум! Яңылыҡтар

    Баш ҡаланың Үҙәк баҙарында ауылдан килтерелгән бер бәләкәй тауыҡты – 250, ҙурырағын 550 һумға алырға мөмкин. Ә ҡышҡылыҡҡа салат-маҙар әҙерләүселәр әле арзанғараҡ, етмәһә, үҙебеҙҙә етештерелгән йәшелсәләрҙе һатып ала.
    Түбәндәге таблицала хаҡтар 21 авгусҡа ҡарата бер килограмға бирелгән.

    авторы: Альбина | 22 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Изгелектә ярышыр ай ---

    Изге Рамаҙан айы башланды, уның ни тиклем мөһим һәм мәрхәмәтле, әһәмиәтле икәнлеген белгәндәр уның мәңге дауам итеүен теләй.

    авторы: Альбина | 22 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Афғандарға кем баш?

    Афғанстанда президент һайланылар. Әлегә был кампания барышында кемдең еңеп сығыуы билдәһеҙ. Буласаҡ ил башлығының исемен бөгөн иғлан итергә ниәтләнәләр.
    Юғары вазифаға кандидат, элекке сит ил эштәре министры Абдулла Абдулла, һайлау кампанияһының нисек ойошторолоуы менән риза булмайынса, тәнҡит менән сы-ғыш яһаған. Уның әйтеүенсә, күпселек халыҡты ирекһеҙләп, теләмәгән кандидат өсөн тауыш бирҙерткәндәр, бюллетендәрҙе урлағандар.

    авторы: Альбина | 22 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    АВТОБУСТА ЙӨРӨҮ ХӘҮЕФЛЕ! Яңылыҡтар

    Йә ул бәрелә, йә уны бәрҙеләр...
    Күптән түгел Рәсәйҙең төрлө төбәгендә автобустарға бәйле ҡурҡыныс юл-транспорт фажиғәләре шаңҡытҡайны. Ҡәһәрле авариялар сылбыры республикабыҙҙы ла урап үтмәне: 19 август кисендә Өфө ҡалаһынан Затон биҫтәһенә барған юлда 30-сы маршрут буйынса йөрөгән пассажир автобусына ҡом тейәгән йөк машинаһы бәрелде.

    авторы: Альбина | 22 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсми хроника Яңылыҡтар

    Илештәге кесе эшҡыуарлыҡ баһаланды
    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев эш сәфәре менән Илеш районында булып, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса республика программаһының тормошҡа ашырылыуы менән танышты. Атап әйткәндә, ул ошо маҡсатта бүленгән сығымдарҙың нисек үҙләштерелеүе менән ҡыҙыҡһынды.
    Рәсми делегация составында сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров, «Рәсәй терәге» Бөтә Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы президенты Сергей Борисов, БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Зәйнуллин һ.б. бар.

    авторы: Альбина | 22 августа 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru